Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Әҙәби бит
5 Января 2021, 18:12
Юғалтабыҙ!..
Юғалтабыҙ атай-әсәйҙәрҙе,Яҡын туған, дуҫты, ҡорҙашты .Мәңгелеккә күсеп улар йәнеҺауаларға менеп олғашты...Сәлимә Барлыбаева - Иҫәндәүләтованың шиғырының дауамын беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Юғалтабыҙ
Юғалтабыҙ атай-әсәйҙәрҙе,
Яҡын туған, дуҫты, ҡорҙашты .
Мәңгелеккә күсеп улар йәне
Һауаларға менеп олғашты .
Китәләр шул... Йөрәк әрнеттереп,
Уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырып.
Киткәндәргә кире ҡайтыуҙар юҡ
Күпме көтмә күҙең талдырып.
Изге йәндәр йыһандарға ашып
Сағыу йондоҙ булып ҡабыныр.
Ерҙәгеләр доғаларын уҡып
Шул яҡтыға бағып табыныр.
Эй хоҙайым! Аңһыҙ ҡазаларҙан,
Ҡайғы-хәсрәттәрҙән арала.
Юғалтыуға бер аҙ күнер инек
Үҙ мәлдәре етеп алһа ла.
Үкенесһеҙ китеү булмай тиҙәр,
Ҡалғандарға бирсе сабырлыҡ !?
Күңелдәргә шифа, көсөндә бир,
Һағыштарҙы еңә алырлыҡ !?
(автор Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова)
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"