Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
5 Ғинуар 2021, 16:32

Ашарға ... әҙ

Ағайым хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгәйне. Яңылышҡан кешеләрҙең күп булыуы хаҡында әйткәс, әллә теге донъяла ла ошо яратҡан эшен дауам итәме икән? Ашарға әҙ булыуы нимәне аңлата?..

Ағайым бик изге һәм яҡты күңелле кеше булды. Илле йәшкә лә етмәй, йөрәге тотоп ҡапыл мәрхүм булды. Ҡырҡы тулмаҫ элек төшөмә инде. Мин ямғыр аҫтында тора инем, ул мине ҡосаҡлап ситкә алып китте. Төшөмдә лә уның мәрхүм булғанын иҫләй инем. “Нисек һин унда?”-тип һораным. Ағайым: “Барыһы ла яҡшы. Минең бар документтарым тәртиптә булғас, үткәреү пунктынан шунда уҡ уҙып, яратҡан эшемә тотондом. Эш етерлек! Бында ла яңылышҡан кешеләр күп. Барыһы ла ерҙәге кеүек. Ләкин бер нәмә ҡыйын – бында аҙыҡ-түлек аҙ, ашарға етмәй”.

Ағайым хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгәйне. Яңылышҡан кешеләрҙең күп булыуы хаҡында әйткәс, әллә теге донъяла ла ошо яратҡан эшен дауам итәме икән? Ашарға әҙ булыуы нимәне аңлата? Һорауҙарыма яуап таба алмағас, мохтаж йәшәгән кешеләргә саҙаҡа тараттым, яңғыҙ әбейгә ашарға индереп бирҙем.

Читайте нас: