Һаҡмар
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
2 Января 2021, 19:27
Аҡ бейеү
- Әйҙә, иркәм, тансаға төшәйек!Һин яратҡан йырҙы уйнайҙар.- Ә һуң йәштәр?- Ә улар вальстарғаОлолар бейей, тип уйлайҙар.- Килешерме? Башым әйләнмәҫме?- Һис борсолма, мин бит яңында.Ошо вальсҡа саҡырғайның минеАҡ муйыллы йәшлек яҙында....Һүҙҙәр артыҡКүҙҙәр серләшәләр... (Тулыраҡ беҙҙең сайтта)
АҠ БЕЙЕҮ.
- Әйҙә, иркәм, тансаға төшәйек!
Һин яратҡан йырҙы уйнайҙар.
- Ә һуң йәштәр?
- Ә улар вальстарға
Ололар бейей, тип уйлайҙар.
- Килешерме? Башым әйләнмәҫме?
- Һис борсолма, мин бит яңында.
Ошо вальсҡа саҡырғайның мине
Аҡ муйыллы йәшлек яҙында.
...Һүҙҙәр артыҡ.
Күҙҙәр серләшәләр,
Туйҙағылар тынып ҡалғандар.
"Иҫеңдәме?.. "
Хәтеремдә, иркәм.
Оноторлоҡ түгел ул таңдар."
"Иҫеңдәме?.."
"Рәхмәт һиңә, иркәм.
Беҙҙе таныштырҙы аҡ бейеү.
О, ул бейеү!
Ғүмерлеккә булды
Шул кис бөрөләнгән саф һөйөү."
"Йөрәгем ярылырҙай булғайны
Һыйынғанда һинең ҡуйынға..."
"Беҙ бәхетле: парлашып бейейбеҙ
Тәүге ейәнебеҙ туйында."
...Кәйелеп оса ике һары япраҡ,
Күңелдәрҙе арбай аҡ бейеү.
Мөхәббәт вальсында талғын ғына
Өйөрөлә парлы сал һөйөү.
Таңһылыу Вәлиева.
03.12.20.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"