Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
2 Ғинуар 2021, 22:06

Мажаралы юл

"...- Машина түгел был! Ен-арба! Выжт! Һәм һин Баймаҡта!Теле телгә йоҡмай, әммә йөҙө борсоулы. Тиҙҙән батасаҡ “Титаник” карабына юлаусылар йыямы ни?-Ағай! Ҡурҡма! Мин хәйер биреп сыҡтым!Машина бик иҫке, руле лә бахырҙың уң яҡтан, ҡабырғалары бер нисә урындан йәмшәйгән. Өҫтәүенә, капотындағы туҙанға малай-шалай ҡулы менән оятһыҙ һүҙ яҙылған. Иҫке булһа ла, бирешерлек түгел, тип белдерҙе шоферыбыҙ. Һүҙен иҫбатлар өсөндөр инде, “Мазда”һының артҡы тәгәрмәсенә килтереп типте. Бындай этлекте көтмәгән авто ҡартлас бер ҡарыш сүгәләне, уф-ф-ф тигәнерәк тауыш сығарҙы. Егет иһә саҡ ҡына ишетелерлек итеп өҫтәп ҡуйҙы:-Ағай! Мин бит уны 70 меңгә генә алдым!Барыһы ла аңлашылды. Бөгөн Баймаҡҡа барып етеп булмай..." (Тулыраҡ беҙҙең сайтта)

Нияз АЛСЫНБАЕВ

Юмореска
Бер көн тыуған ауылыма ҡарай сәфәр сыҡтым. Кеше машинаһында, йәғни такси менән. Нух заманынан тороп ҡалған был техника мөғжизәһенә социаль селтәрҙәге “Юлаусы” сайтында юлыҡҡайным: “Өфө-Баймаҡ! Такси! Иномарка! Тиҙ һәм сифатлы! 800 һум! Руслан! Тот та шылтырат!”
Шулай тигәс ней, мин оҙаҡ уйлап торманым: тот та шылтырат тегегә! Үҙәк баҙар янына кил, тиҙҙән ҡуҙғалып китәбеҙ, тей был. Килдем. Сәләм алыу урынына теге маҡтана башланы.
- Машина түгел был! Ен-арба! Выжт! Һәм һин Баймаҡта!
Теле телгә йоҡмай, әммә йөҙө борсоулы. Тиҙҙән батасаҡ “Титаник” карабына юлаусылар йыямы ни?
-Ағай! Ҡурҡма! Мин хәйер биреп сыҡтым!
Машина бик иҫке, руле лә бахырҙың уң яҡтан, ҡабырғалары бер нисә урындан йәмшәйгән. Өҫтәүенә, капотындағы туҙанға малай-шалай ҡулы менән оятһыҙ һүҙ яҙылған. Иҫке булһа ла, бирешерлек түгел, тип белдерҙе шоферыбыҙ. Һүҙен иҫбатлар өсөндөр инде, “Мазда”һының артҡы тәгәрмәсенә килтереп типте. Бындай этлекте көтмәгән авто ҡартлас бер ҡарыш сүгәләне, уф-ф-ф тигәнерәк тауыш сығарҙы. Егет иһә саҡ ҡына ишетелерлек итеп өҫтәп ҡуйҙы:
-Ағай! Мин бит уны 70 меңгә генә алдым!
Барыһы ла аңлашылды. Бөгөн Баймаҡҡа барып етеп булмай...
Минән башҡа йәнә өс юлаусы бар. Өс-дүрт йәштәрҙәге ҡыҙ бала һәм уның өләсәһе. Былар минең янда, артта ултыра. Әбей ҡыҙыл дермантин сумкаһына ике ҡуллап йәбешкән. Әйтерһең дә, аҡса шыплап тултырылған инкассатор муҡсаһы. Заманында ул, әйтеүе буйынса, судта эшләгән, шуғалыр инде һәр саҡ һаҡ һәм абай. Кем булып хеҙмәт иттегеҙ тип һорағайным, уратып-суратып оҙон итеп яуап бирҙе. Бер нәмә лә аңламаным. Шулай ҙа был йә судья булған, йә иҙән йыуған тигәнерәк тәьҫорат ҡалды.
Ейәнсәре лә тиктормаҫ зат булып сыҡты. Шыптыр пакеттан Барби ҡурсағын һөйрәп сығарҙы. Сығарҙы ла, тырт-мырт хәрәкәттәр яһап, сәсен йолҡҡолай башланы. Был уның иң яратҡан шөғөлө шикелле.
Шофер эргәһендә, алда йәғни, бер ир кеше ҡунаҡлаған. Ул сабый кеүек иҙрәп китеп, рәхәтләнеп йоҡлай. Инйәрҙә төшә, тине шоферыбыҙ. Юҡ, Темәстә, тине әбей. Бер аҙ бәхәсләшеп алдылар. Унан теге иптәште уятып һорағайнылар, йә Темәстә, йә Инйәрҙә тигән яуап алдылар. Баҡһаң, уға барыбер. Ике ауылда ла элекке ҡатындары йәшәй икән...
Шулай итеп, һәммәһен дә Хоҙайға тапшырып ҡуҙғалып киттек. Мажаралы сәфәр булды был. Баймаҡҡа тиклемге туғыҙ сәғәт эсендә (ә беҙ теүәл туғыҙ сәғәт барҙыҡ) һәр кем үҙ холҡон – яҡшыһын да, яманын да күрһәтеп өлгөрҙө. Теге ғәйепһеҙгә рәнйетелгән тәгәрмәс юл буйынса үс ала килде. Ҡырмыҫҡалыға етмәҫ борон уҡ тәүге тапҡыр бушап ултырҙы. Аҙаҡ был уға оҡшап ҡалды шикелле: һәр илле саҡрым һайын фетнә күтәреп эш ташлай башланы. Егетебеҙ уны өрҙөртә-өрҙөртә тамам хәлдән тайҙы. Был эштәрҙе атҡарғанда ул тәгәрмәстең инәһенә ҡарата булған сәйер теләктәрен әйтеп ишеттерҙе.
Хәҙер юлаусыларға күсәйек. Улар ҙа бик күңелле, үтә үҙенсәлекле кешеләр булып сыҡты. Бигерәк тә теге ҡыҙсыҡ – кәкес танау, оҙон тел. Ул ҙу-у-у-р үҫкәс, һис шикһеҙ, тәфтишсе буласаҡ. Следователь. Юл буйынса өләсәһен ҡаңғыртып, допрос алып сыҡты. Уға күңелһеҙ, уға барыһы ла ҡыҙыҡ, уға туҡтауһыҙ лепелдәү кәрәк. Радио эшләмәй, әммә ҡыҙсыҡ уны уңышлы алыштырҙы. Был икәүҙең әңгәмәһе бик мәҙәк яңғырай:
-Өләс (өләсәй, йәғни)! Баймаҡ ҙурмы, Өфөмө? Ә? – Бына ошо урында – иғтибар! – ҡыҙсыҡ һорауына яуап талап итә. Унан ҡапыл, тауышын биш-алты октаваға күтәреп, хәтәр тауыш менән “ә-ә-ә-ә?” тип ҡысҡыра. Минең күҙ алдына усын ҡолағына терәгән һаңғырау бабай килеп баҫа. Ә-ә-ә-с?
- Баймаҡмы, Өфөмө? (әлегә тыныс тауыш менән) Ә? (тыныс һаман да, ләкин йәшен ялтлап үтеп, дөһөр дөһөрләр алдындағы һиллек был) Ә-ә-ә-ә?! (дөһөр дөһөрләне).
Әбей терт итеп ҡала. Ейәнсәренә ябырыла:
-Уй ошоно!!! Нишләп аҡыраң?
- Баймаҡмы, Өфөмө?
- Баймаҡ та ҙур ул, йәйәү йөрөһәң...
Ҡыҙсыҡ бер миҙгелгә тыма, күрәһең, үҙе ҡунаҡҡа китеп барған хәтәр ҙур Баймаҡты күҙ алдына килтерергә тырыша. Һәм йәнә һорау яңғырай:
- Өләс! Анау ағастың башында ҡуян йәшәйме? Ә? Ә-ә-ә-ә?!
- Уй ошоно!!! Нишләп аҡыраң? Ҡуяндың башына тай типкәнме ни, ағас башында йәшәргә?
- Ә нишләп мультикта күрһәтәләр, ҡуян ағас башында ултыра тип? Ә? Ә-ә-ә-?
- Уй ошоно!!!
Бына шундай һорауҙар, яуаптар ҙа шул сама. Әбей, элекке судья (бәлки завхоздыр) булараҡ, ярайһы уҡ һөрһөгән бюрократ булып сыҡты. Күпселек һорауҙар буйынса “тәфтишсене” юғарыраҡ инстанцияларға ебәрә башланы:
- Хоҙай ғына белә уныһын, балам! Хоҙай ғына белә!
Инәйебеҙ был тынғыһыҙ баланан күптән биҙрәп бөткән, әммә алда ла еңел булмаған һынауҙар көтә. Әсәһе килеп алғанса кескәй тәфтишсе унда ҡунаҡ буласаҡ. Теле генә түгел, ҡулы ла тик тормай бит әле. Ныҡыша торғас, ана, өр-яңы ҡурсағының башынан йәнә бер шәлкем сәс тартып алды.
“Мазда” хужаһына ҡаршы йүнәлтелгән этлеген дауам итте. Холҡо ысынлап та әшәке икән. Архангелде үткәс, сәбәпһеҙ-ниһеҙ двигателен һүндереп ял итеп алды, унан бензинын һемереп бөттө, унан номерын төшөрөп ҡалдыра яҙҙы. Шофер егет хәҙер ен арбаһы янында өлтөрәп кенә тора. Аңланы, ниһайәт, оҙон юлда кемдең хужараҡ икәнен!
Ошондай тынғыһыҙ сәфәрҙә ваҡыт ифрат тиҙ үтә, эс бошорға урын юҡ. Йә ҡыҙсыҡ сәрелдәй, йә “ен-арба” сай-сой итә. Әммә, бер нимәгә лә ҡарамаҫтан, 70 мең тәңкәгә һатып алынған авто ветеран таҡылдай-таҡылдай, шаҡылдай-шаҡылдай, үкерә-сөскөрә алға бара.
Водитель егет, исеме Руслан, хәбәр башлай. Ул һаҡауыраҡ, әммә күп һөйләй.
-Теге – вжыт! Минең алға вжыт, подрезать итә, понял? Мин дә – вжыт! Думп! Бар машина, юҡ машина! Кәпис! Шунан ошоно алдым инде, 85 меңгә.
-Нисек, 70 меңгә тигәйнең бит?
- Хәҙерге хаҡ менән 85! Инфляция!
Йәнә бер сәғәттән инфляция тамам ҡотороноп, машина хаҡын 130 мең тәңкәгә килтереп еткерҙе. Көҙгө ҡояш тауҙар итәгенә һырышты, алда Инйәр ҡасабаһы күренде.
Хозур тәбиғәт ҡосағында, киңәйеп аҡҡан Инйәрҙе һыулап ултыра был ҡасаба. Бейек тауҙар, ҡарурмандар, селтерәп аҡҡан йылға. Ҙур булмаған кафеһы бар, юлаусылар туҡтап ҡапҡылап ала. Машиналар күп түгел, бер-ике бәләкәй автобус тора, туристар фотоға төшә. Теләнсе эттәр йөрөй. Уларға икмәк бирһәң, аптырап китәләр, ҡараштарында сикһеҙ рәнйеү сағыла, йәнәһе, һин мине кемгә һанайһың? Тәғәйен йәшәү урыны булмаған берәҙәк эт бармы әллә һиңә бында? Үәт, әй... Белгең килһә, улар күптән икмәк ашамай. Улар чебурек ашай.
Руслан егерме минутҡа тәнәфес иғлан итте лә ҡайҙалыр ғәйеп булды. Әбей менән ҡыҙсыҡ сауҙа рәттәрен ҡарарға китте. Башҡорт апайҙар миндек, әллә ниндәй мөғжизәле майҙар, йөн ойоҡтар һата. Ҡапыл теге бәләкәй зәхмәт сәрелдәп ебәрҙе:
- Өләс! Ҡара! Бәләкә-ә-ә-әй генә һыйырҙар!
- Уй, ошоно! Нишләп аҡыраң!
- Бәләкә-ә-әй генә һыйырҙар!
- Һыйыр түгел улар!
- Нимәкәйҙәр?
- Кәзәләр.
Мин тартып бөткәнсе теге ир ҙә уянды, тышҡа сыҡты. Кирелеп, байтаҡ ләззәтләнеп торҙо, унан яй ғына атлап буфетҡа инеп китте. Илле йәштәрҙәге ябай кеше. Мин дә артынан сират баҫтым. Уртаҡ һүҙ табылды. Өфөлә төҙөлөштә эшләй икән. Һыра һемереп күңелләнеп алғас, тормошон тасуирлай башланы. Күп һөйләне, шуныһын ғына аңланым: ҡатын-ҡыҙҙар донъялағы иң насар әҙәмдәр икән. Бигерәк тә элекке, айырылған бисәләр. Сөнки улар элекке хәләл ирҙәрен өйгә индермәйҙәр. Сөнки улар тота ла полицияға тапшыра, сөнки улар... Дөрөҫ, аҡса алып ҡайтһаң, бисәләрҙән дә ыңғай әҙәм юҡ. Аҡса ул, аҡса ул – мөхәббәт билдәһе! Нәҡ шулай! Журналисмын тиһең бит әле, ана шулай тип яҙып ҡуй күңел китабыңа – мөхәббәт билдәһе! Әле дәдәңдә аҡса бар. Сөнки дәдәң эш хаҡы алған. Шуға ла ҡатындарының теләһә ҡайһыһына ла яҡты йөҙ, саф намыҫ менән ҡайта ла. Ҡатындары күп түгел – дүртәү генә. Ә бына Сибайҙағы бер дуҫыныҡы - етәү. Береһе ҡыуып сығарһа, икенсеһенә инә, икенсеһе ҡыуһа – өсөнсөһөнә... Шулай, ғүмер буйы яҙылмаған график буйынса йәшәй.
- Ә үҙеңдең хәләл ефеттәрең ҡайҙа тора?
- Тәк. Береһе Белоретта, икенсеһе Әбйәлилдә, өсөнсөһө Хабаровский яғында. Тағы берәүһе Баймаҡ районында.
-Темәстәме?
- Ну.
- Ә һин Таһирҙы беләһеңме? Темәстеке ул, элек райсоветта депутат булып йөрөнө...
- Мыйығы бар, Буденныйҙыҡы һымаҡ? Шулмы?
- Эйе! Шул!
Ошо урында яңы танышым миңә иҫәүәнгә ҡарағандай текәлде. Нимә, әллә ниндәйҙер ярамаған һорау булдымы был?
- Һин нимә, алйотмо әллә?
- ?!
- Ул бит минең күршем!!!
Көтөлмәгән яуаптан шаңҡып ҡалдым, хәбәрен тегеләй ҙә сәйнәп, былай ҙа сәйнәп үҙләштерергә маташтым. Юҡ, аңламаным. Әллә ысынлап та мин алйот, әллә ул үтә аҡыллы.
Инйәрҙе сығып барғанда юл ситендә машина туҡтатып маташҡан юлаусыны абайланыҡ. 30-35 йәштәрҙәге кеше. Шофер һорай ҡалды:
- Ултыртабыҙмы быны-юҡмы?
Әбей “юҡ!” тип ҡысҡырҙы, ҡыҙыл сумкаһын нығыраҡ ҡыҫты, ҡыҙсыҡ башын йәнфарманға борғоланы, ҡурсаҡтың бер шәлкем сәсен йолҡа тартып алды. Юҡ! Ҡалған икебеҙ “эйе” тип яуапланыҡ. Бәлки, ул, бахыр, ата-әсәһенә йәки ғаиләһенә ҡайта алмай өс-дүрт сәғәт дауамында юлда зар-интизар булып торалыр? Бәлки, уның башы ауырталыр, теше һыҙлайҙыр? Бәлки, уның аҡсаһын урлағандарҙыр?
- Йүнле кеше юл буйында тормай! Ул үҙ машинаһы менән йөрөй! Ошо йәшкә етеп! – тип ҡырт киҫте әбей. Шоферыбыҙ фекер айырымлығына сик ҡуйҙы:
- Алабыҙ!
Тегене үтеп киткәйнек, “ен арбаһын” кирегә ҡайырҙыҡ. Юлаусы арты менән шаҡ-шоҡ килеп туҡтаған машинаның ишеген асты:
- Юҡ, мин бындай машинаға ултыра алмайым.
-Ниндәй машинаға? – тип ҡаш төйҙө Руслан.
- Нисек әйтергә? Иҫке машинаға...
- Нимә!?
- ... оялмай! Йә таныштар күреп ҡалыр.
- Беләһеңме, ул күпме тора? 150 мең!
- Руле лә әллә ней төрлө, уң яҡтан бит әле...
- Ә һинең... ә һинең машинаң да юҡ! Ошо йәшкә етеп!
Был ваҡиғанан һуң байтаҡ һөйләшмәй барҙыҡ. Эйе, кеше балаһын аңлауы ҡыйын. Яҡшылыҡ эшләйем тип күңелең ҡоштай талпына, саф хис-тойғоларың бөтә булмышыңды солғап ала, изгелекле йөрәгең күбәләктәй елп-елп итә, ә ул... Ә уға өр-яңы текә автомобиль кәрәк. Уға “Мерседес” кәрәк! Үҙен барлыҡ ғаләм алдында түбәнһеткәндән һуң “Мазданың” намыҫы уянды. Сөскөрөү-йүткереүҙәрен һәм башҡа алама ғәҙәттәрен ташлап, ярайһы ғына юртып китте.
Артабанғы юлыбыҙ уңай барҙы, ен-арба боҙолмай-нитмәй генә Баймаҡ сигенә, унан Темәскә килтереп еткерҙе. Хәләл ефеттәренең береһенә ҡайтып барыусы юлдашыбыҙҙы ошонда төшөрөп ҡалдырҙыҡ. Туҡталышта балалар эйәрткән тулы кәүҙәле ҡатынды абайланыҡ. Юлдашыбыҙ Сермән тирәһендә үк шылтырата башлағайны, ана бит, ҡып итеп килеп тә еткәндәр. Икенсе боролоп ҡарағанда, тегеләр сиған өйөрө кеүек эркелешеп урам буйлап атлай ине.
Өфөнән сығыуыбыҙға туғыҙ сәғәт тигәндә (былай 4-5 сәғәтлек юл) Баймаҡ ҡалаһына ла килеп еттек. Был мәлгә бала ҡулындағы Барби тамам пеләшләнеп, әҙәмлектән сыҡҡайны.
- Ағай, ысынын әйт! Ҡурҡҡайныңмы башта?
- Юҡсы!
- Ҡурма бүтән, йәме? Мин бит хәйер биреп сыҡтым!
Шоферыбыҙ мине төп урамда төшөрҙө лә “Маздаһын”яратып һыйпай-һыйпай өҫтәп ҡуйҙы:
- Машина түгел был! Ен! Мин бит уны хәҙерге хаҡ менән 200 меңгә алғанмын!
“Мазда” маҡтауҙан үтә риза булып, күңелле генә геүелдәп алды. Дуҫтарса хушлаштыҡ, ҡыҙсыҡ менән әбей ҡул болғаны. Байтаҡ ваҡыт баланың һөрәне эҙәрлекләп килде:
- Өләс! Баймаҡ төндә бәләкә-ә-әй генә, ә көндөҙ ҙу-у-рмы? Ә? Ә-ә-ә-ә?
Авто ҡомартҡы ҡыҙыл уттарын асалы-йомалы килтереп хушлашты ла, ярым ҡараңғы урам буйлап китеп барҙы. Ҡала өҫтөндә эре-эре сентябрь йондоҙҙары тоҡана башлағайны.
Сентябрь - октябрь, 2016 йыл.
Читайте нас в