Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
1 Ғинуар 2021, 02:00

Ғүмер – бер мәл

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителде Яҡташыбыҙ, Йәнйегет ауылы ҡыҙы, БР һәм РФ Яҙыусылар, Журналистар берлеге ағзаһы Рәзилә Ырыҫҡужинаны күптәр сатирик, юмористик хикәйәләре аша белә. “Бәйләнештә” селтәрендәге “Ғүмер – бер мәл” исемле төркөмөндә матур ғына шиғырҙарын да уҡып барабыҙ. Һуңғы йылдарҙа Рәзилә Ишбулды ҡыҙы тарих менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына. Хәйер, бының үҙ сәбәптәре лә бар. Уның менән булған әңгәмәбеҙ ҙә тап ошо турала.

– Рәзилә Ишбулды ҡыҙы, юғары уҡыу йортон тамамлағас, хеҙмәт юлығыҙҙы республикабыҙҙың берҙән-бер сатирик-юмористик журналында башлағайнығыҙ.

– Эйе. Диплом эшемде республикабыҙҙағы сатирик публицистика темаһына уңышлы яҙып, яҡлағас, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире мине эшкә саҡырҙы. Өлкән мөхәррирҙән, фельетондар бүлеге мөдире вазифаһына тиклем үҫтем. Был һүҙҙән ҡурҡмайым, ысынлап үҫтерә был сатирик жанр. Ул жанрҙа ижад итеүселәр һирәк, үҙегеҙ беләһегеҙ. Әммә ауыр тип торорға ваҡыт булманы, өйрәндем. “Һәнәк мәктәбе” тигән төшөнсәне аңлар кимәлгә еткәнмендер, тип уйлайым.

– Сатиранан тарихҡа күсеп китеү нисек башланды?

– Тормошта бер нәмә лә буштан булмай. Минең дә шулай. Үҙ сығышым, шәжәрәм тарихы менән күптән ҡыҙыҡһынып, күп кенә материалдар туплау өҫтөндәмен. Бейеш тархан, Хәсән ауылына нигеҙ һалыусы Хәсән Бейешев нәҫеленән беҙ. Был туралағы ижадым тамамланмаған әле. Әммә бөтәһе лә ошонан башланғайны. 1812 йылғы һуғыш темаһын яҡтыртып, “Күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәр” исемле повесть яҙып, 2015 йылда республика башлығы Грантында ла лауреат булдым. Тарихҡа бер инеп китһәң, кире сығыу икеле икән.

Әле Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында ғилми хеҙмәткәрмен. Архивтарҙа ултырып, Хоҙайбирҙиндың эшмәкәрлегенең бар нескәлектәрен өйрәнергә тырышам. Әлегә был өлкәләге белемем ул тиклем тәрән, тип әйтә алмайым. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуым көслө. Тап сатирала бил бөгөп, эшлеклелеккә өйрәнеүем миңә бөгөн ярҙамға килә. Шиғриәт тә бар тормошомда. Уныһы инде – күңелемдең ял итеүелер, тип ҡабул итәм.

– Күҙәтеп барабыҙ, мәҡәләләрегеҙҙе уҡып торабыҙ. Тамара Хоҙайбирҙина тураһында китап сығарғанһығыҙ...

– Эйе. Был турала ла мәҡәлә яҙып сыҡҡайным. 28 йыл ғына йәшәп, үҙ исемен тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙа алған егетебеҙҙе өйрәнергә бурыслыбыҙ. Ә уның ҡыҙы – республикабыҙ сәнғәтен күтәреүгә күп өлөш индергән шәхес. Китап сығарыу менән генә эш бөтмәне, был, бәлки, эштең башы ғыналыр. Пландар ҙур. Яйлап ҡына булһа ла алға ынтылып йәшәйем. Әгәр үҙемдең эҙләнеүҙәрем, ижадым менән әҙ генә булһа ла мәғлүмәт еткерә алам икән, мин бик бәхетле кеше.

– Һәр хеҙмәт тә үҙ мәлендә баһаланып барырға тейеш. Һеҙ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителдегеҙ. “Һаҡмар” гәзите коллективы һәм район халҡы был тәҡдимде хуплап ҡаршы алды. Комиссия быны иҫәпкә алыр, тип ышанабыҙ. Ижади уңыштар!

Читайте нас