Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
29 Декабрь 2020, 21:55

Мине фатирҙан ҡыуа

Әммә өләсәйемдең баштан уҡ: “Насар фатир”,-тиеүен, унан барыһы ла көлөүен иҫләйем. Шулай булмаймы ни? Фатир үҙәктә, һәр бүлмә үтә лә иркен. Шуға күрәлер инде өләсәйем әкренләп дин юлына баҫты. Совет заманында был бик үк ярамаған эш булғанға ҡартатайым бик асыулана торғайны. Өләсәйем уйламағанда, янында бер кем дә булмағанда мәрхүмә булды, ҡулына ҡулдан яҙылған доғаларҙы йомарлап тотҡан ине.

Аллаға ла, муллаға ла ышанмаған ғаиләлә тәрбиәләндем. Ата-әсәйем–икеһе лә геолог булараҡ, урындан-урынға күсеп йөрөнөк. Өләсәйем вафат булып ҡалғас, ҙур ҡалала уның иркен фатиры буш ҡалды. Миңә шунда уңайлы эш килеп сыҡҡас, төпләнергә булдым.

Өләсәйем менән ҡарттайым ошо фатирға күскәндә мин бәләкәй инем. Әммә өләсәйемдең баштан уҡ: “Насар фатир”,-тиеүен, унан барыһы ла көлөүен иҫләйем. Шулай булмаймы ни? Фатир үҙәктә, һәр бүлмә үтә лә иркен. Шуға күрәлер инде өләсәйем әкренләп дин юлына баҫты. Совет заманында был бик үк ярамаған эш булғанға ҡартатайым бик асыулана торғайны. Өләсәйем уйламағанда, янында бер кем дә булмағанда мәрхүмә булды, ҡулына ҡулдан яҙылған доғаларҙы йомарлап тотҡан ине.

Фатирға күскәндең беренсе көнөндә үк мине лә ауыр тойоғалар баҫып алды. Юҡ, күҙемә бер нәмә лә күренмәне. Әммә кемдеңдер мине һәр ваҡыт күҙәтеүен тоям. Ауыр, яман ҡараш менән. Иртәнсәк тороуыма кухнялағы бар шкафтарҙың ишектәре асыҡ була. Ә бер мәртәбә ванна янында кемдеңдер олоған тауышын ишетеп ҡалдым. Аптырап туҡтап ҡалдым. Шул саҡ ҡолаҡ төбөмдә генә: “Кит һин бынан, кит!”-тигән уҫал тауыш яңғыраны. Әйберҙәрҙең уйламаған ерҙән килеп сығыуы бөтөнләй ҡурҡыныс хәл. Йәки сынаяғымды өҫтәлгә ултыртып, газ плитәһе яғына боролоуым була, уныһы иҙәнгә төшөп, ярыла. Хәҙер телевизор тауышына ғына йоҡлайым. Тик уныһы ла уйламағанда һүнеп йәки тоҡанып аптырата. Бер көн фатирҙы бикләп сыҡтым да, сумкамдан нимәнелер алайым тип туҡтап ҡалдым. Шул саҡ фатирымда кемдеңдер йөрөүен ап-асыҡ ишеттем. Кире инһәм-бер кем юҡ! Таныштарым төрлөсә йыуата: кемдер: “Өйрәнерһең, яңы ер бит”,-ти. Икенселәр: “Өй эйәһе һине ҡабул иткәс тынысланасаҡ”,-тип йыуата. Ҡайһы берәүҙәре психиатрға барырға кәңәш итә.

Фатирҙы һатыуҙан башҡа сара юҡтыр, ахыры. Берәй балалы ғаилә атып алып. Был мәхшәрҙә нисек йәшәр, тип тағы аптырайым. Өләсәйем юҡҡа ғына ғүмере буйы был фатирҙы әрләп йәшәмәгән икән.

Читайте нас: