Һаҡмар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
24 Декабрь 2020, 16:20

Еңгәйемдең ҡыҙыҡтары

Таң менән картуфлыҡ артынан үткән ҡатынды ла, үтә ҡыҙыҡһыныусан булған үҙен дә, борғосто ҡатыраҡ ҡаҡмаған ағайҙы ла әрләп йөрөй икән. Ағайға: “Ошо бәҙрәфтән күргәнемде! Ҡулымды һындырҙым, эш эшләй алмайым, хәҙер сыға алмай ултыр... Һин миңә айырып бәҙрәф эшләп бир, ишекһеҙ ҙә, тишекһеҙ ҙә”,-ти икән.

Еңгәйемдең ҡыҙыҡтары бик күп. Шуларҙың береһен яҙып үтәйем әле.

Бер көн еңгәй таң менән, йүгерә-атлай, бәҙрәфкә китеп бара. Күҙенә картуфлыҡ артынан бер ҡатындың үтеп барғаны салына. Кем икәнен танып өлгөрмәгәс, бәҙрәф ярығынан ҡарарға була. Йәһәтерәк теге ҡатынды күреп ҡалайым тип, аяғы бәҙрәф уйымына төшөп китә, ҡулы менән таянып өлгөрәйем тип, уныһын бик ныҡ имгәтә.

Өйгә ингәндә ҡулы ныҡ ҡына шешә башлаған була. Ағайҙы уятып, дауаханаға баралар. Ҡулы һынған була, гипс һалып ҡайтаралар. Гипста булһаң да, көн дә йөрөгән бәҙрәфкә барырға кәрәк бит. Тышта көслө ел. Бәҙрәфтең ишеге шап итеп ябылған ыңғайы, тыштағы борғосо ла ла боролған. Еңгәй бармағын ишек ярығына тығып ҡарап – һыймай, ишекте һелкетеп ҡарай – булмай, ҡысҡырыр ине – күршеләрҙән ояла. Асып сығарғандай бер кем күренмәй. Стенанан көскә бер тап һыҙырып алып, ауыртҡан ҡулы менән ишекте тартып, икенсеһе менән ярыҡ аша борғосто бороп аса. Өйгә инеп улай-былай йөрөй, йылына алмай. Таң менән картуфлыҡ артынан үткән ҡатынды ла, үтә ҡыҙыҡһыныусан булған үҙен дә, борғосто ҡатыраҡ ҡаҡмаған ағайҙы ла әрләп йөрөй икән. Ағайға: “Ошо бәҙрәфтән күргәнемде! Ҡулымды һындырҙым, эш эшләй алмайым, хәҙер сыға алмай ултыр... Һин миңә айырып бәҙрәф эшләп бир, ишекһеҙ ҙә, тишекһеҙ ҙә”,-ти икән.