Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
23 Декабрь 2020, 19:55

Тартып алғанмын!

Мин – әхирәтемә, ул миңә аптырап ҡарай. Янымда ултырған ир миңә яман итеп ҡарап сығып китте...

Әхирәтем менән Сибайға киноға киттек. Икебеҙгә бер биҙрә попкорн һатып алдыҡ. Кино бик ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс. Әхирәтем попкорнды тотоп ултыра, мин әленән-әле алып ашайым. Бер ҡулымды һоноп, попкорн алайым тиһәм, теге мине кире этә. “Ах, һин, шулаймы әле?!”-тинем дә, попкорнды биҙрәһе менән тартып алдым. Сеанс бөткәс буш һауытты тантаналы төҫтә әхирәтемә күрһәтәйем тиһәм, тегенең ҡулында аҙ ғына ашалған попкорн биҙрәһе. Мин – әхирәтемә, ул миңә аптырап ҡарай. Янымда ултырған ир миңә яман итеп ҡарап сығып китте. Баҡһаң, мин күрше креслола ултырған кешенең попкорнын тартып алып ашағанмын. Ошонан һуң һәр саҡ үҙемә айырым попкорн һатып алым.

Читайте нас: