Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
23 Декабрь 2020, 14:50

Төкөр тигәстәр

Стомалогҡа баланың тәүге тапҡыр килеүен, ҡурҡасағын, шуға күрә янында ҡулын тотоп торорға рөхсәт итеүҙәрен һораным. Юҡ, мине эткесләп тигәндәй коридорға сығарып ебәрҙеләр...

Ҡыҙымдың тешен һурҙыртырға барҙым. Стомалогҡа баланың тәүге тапҡыр килеүен, ҡурҡасағын, шуға күрә янында ҡулын тотоп торорға рөхсәт итеүҙәрен һораным. Юҡ, мине эткесләп тигәндәй коридорға сығарып ебәрҙеләр. Ҡыҙым өсөн ҡурҡып үрле-ҡырлы йөрөйөм. Тиҙҙән ҡысҡырған тауыш ишетелде, тик ҡыҙымдың түгел, ә врачтың. Һуңынан ҡыҙым һөйләүенсә, уға күҙен йоморға, ауыҙын асырға ҡушҡандар. Тешен һурғандарын һиҙмәй ҙә ҡалған. Унан: “Төкөр!”-тигәндәр. Ҡыҙым күҙҙәрен дә асмай, ҡанлы һурылған тешен врачтың битенә йән көсөнә төкөргән дә ҡуйған. Ғәфү итегеҙ, хөрмәтле табиптар!

Читайте нас: