Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
23 Декабрь 2020, 16:40

Саҡ ҡасып ҡотолдом

Ҡапыл: “Ана, ул, ана!”-тип ҡысҡырған тауышты ишеттем. Боролоп ҡараһам 4 әзмәүерҙәй ир миңә табан йүгерә. Ҡот осто! Ҡаса башланым...

Көҙгөһөн бәшмәк йыйырға яратам. Бер кис урман төпкөлөнә китеп тороп рәхәтләнеп йыям. Ҡапыл: “Ана, ул, ана!”-тип ҡысҡырған тауышты ишеттем. Боролоп ҡараһам 4 әзмәүерҙәй ир миңә табан йүгерә. Ҡот осто! Ҡаса башланым. Тегеләр: “Туҡта, туҡта!”-тип арттан баҫтыра. Яҡты донъя, бисәкәйем менән хушлаша-хушлаша урман буйлап йүгерәм. Берәүһе етеп кенә килә һәм ҡапыл минең өҫтөмә һикерҙе. Икәүләшеп ергә ҡолап киттек. Шул саҡ: “Ҡара әле, беҙҙе урмандан ғына сығарып ебәр инде, зинһар, аҙаштыҡ. Ә беҙ һине һыра менән һыйларбыҙ”,-тигән тауышты ишеттем. Ҡалғандары ла йүгереп килеп етеп, сумкаһынан һыра шешәһе сығара башланы. Оҙаттым тегеләрҙе урмандан. Былай һәйбәт кешеләр булып сыҡтылар.

Читайте нас: