Йәйгеһен әсәйем шылтыратып тубыҡтары ныҡ һыҙлауға зарланды. Дауаханаға барырға теләмәне. Йәнәһе, унда коронавирус, өҫтәүенә уның малы, баҡсаһы һ.б. унһыҙ йәшәй алмаған йөҙ мәшәҡәте бар. Ирем менән ҡыҙым ауылға йыйынғас, әсәйем улар аша һыҙлауҙы шунда уҡ баҫҡан, көслө май биреп ебәреүҙе һораны. Мин скипидар майын һатып алдым да, әсәйемә йоҡа ғына итеп тубыҡтарына һөртөргә лә, һыу тейгеҙмәҫкә кәрәклеген ҡат-ҡат әйттем. Тик минең әсәйҙе белер кәрәк бит ул! Ҡыҙым һөйләүенсә, ул бар майҙы ҡулына һығып төшөргән дә, ике аяғын да, хатта табандарын да шуның менән майлаған. Артабан ейәнсәрен етәкләп магазинға киткән. Тик тиҙҙән уның галош эсендәге аяғы тирләй, унан яна башлаған. Ирем һөйләй: ”Бесән ташлап йөрөһәм, магазин яғынан ҡәйнәм ҡот осмалы тауыш менән ҡысҡыра-ҡысҡыра өйгә табан йүгерә. Ишек алдына килеп инде лә, шлангты алып аяҡтарына һыу һиптерә башланы. Скипидар майына һыу тейһә, тән тағы ла яныуын хәтеремә алып, янына йүгереп барып шлангты тартып алдым. Ҡәйнәм ҡысҡыра, мине әрләй”.
Юғалып ҡалған ирем көскә телефонын табып миңә шылтыратты. Әсәйҙең аяҡтарын одеколон менән таҙартып, калоштарын йыуып алдылар. Ошо хәлдән һуң скипидар һүҙен әсәй алдында әйтергә ярамай.