Һаҡмар
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
12 Декабрь 2020, 13:30

Тоғролоҡ...

"...Ул ваҡытта әле мин балалыҡ менән өләсәйемдең йөрәгендә ниндәй тәрән яра: ҡайғы хәсрәт, ҡара һағыш ятҡанын аңлап та етмәгәнмендер инде. Ә шулай ҙа мин: ”Өләсәй, 33 йыл үтеп киткән, бик оҙаҡ ваҡыт бит! Ҡартатай хәбәрһеҙ юғалған, нишләп һин уны һаман көтәһең? Ул һаман ҡайтмағас, бөтөнләй ҡайтмаҫ инде.”- тип аптырап һорайым. “Улай тимә балаҡайым, улай тимә..." (Тулыраҡ беҙҙең сайтта)

Зилдә Хәмиҙуллина
Тоғролоҡ... .
Бәләкәй генә сабый сағымдан, мин иҫ белә башлағандан алып, өләсәйем мәрхүмәнең йыш ҡына ауыл осона сығып, алыҫ алыҫтарға текләп нимәнелер тыңлап, кемделер көтөп торғанын иҫләйем. Оҙаҡ ҡына шулай ҡатып торғандан һуң, өләсәйем мине күтәреп ала ла күҙ йәштәрен түгә – түгә өйгә ҡайта. Бәләкәй булғанға күрә мин өләсәйемдең хәлен аңламаһам да, уның биттәренән күҙ йәштәрен һөртөп, үҙемсә тынысландырырға тырышҡан булам. Ә өләсәйем бахыр ғына, ауыр көрһөнөп, мине нығыраҡ ҡыҫып ҡосаҡлап: ”Әлдә һеҙ бар әле бәпәйҙәрем, һеҙ булмаһағыҙ нимә эшләр инем, нимә эшләр инем...”- тип, тағы үҙ алдына әллә нимәләр һөйләй – һөйләй, үҙен үҙе йыуата, яйлап ул тыныслана.
Үҫә, ҙурая килә мин өләсәйемдең эйәреп йөрөгән өнһөҙ күҙәтеүсеһе генә түгел инем инде. Мин уға һорауҙар бирәм, ауыл ситендә нимә көткәнен һорайым һәм нимәгә килгән һайын илап ҡайта икәнен белгем килә. Өләсәйем, мине иркәләп һөйөп кенә, гел генә һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа күсерә килде. Әлегә бәләкәй бит, аңламаҫ тип уйлағандыр инде.
***
Мин мәктәптә уҡып йөрөгәндә өләсәйем үҙенең ғүмер буйы күңел төбөндә һаҡлаған серен һөйләне. Ул шулай, йыш ҡына ауыл осона сығып, ҡартатайымды көтә икән. Эйе, эйе ҡартатайымды, 1942 йылдың көҙөндә Сталинград ҡалаһы һуғышында хәбәрһеҙ юғалған ҡартатайымды. Өләсәйем быларҙы һөйләгәндә миңә 15 йәш ине (1975-се йыл), ҡартатайымдың хәбәрһеҙ юғалды тигән хәбәре килгәнгә 33 йыл ваҡыт үткән. Ул ваҡытта әле мин балалыҡ менән өләсәйемдең йөрәгендә ниндәй тәрән яра: ҡайғы хәсрәт, ҡара һағыш ятҡанын аңлап та етмәгәнмендер инде. Ә шулай ҙа мин: ”Өләсәй, 33 йыл үтеп киткән, бик оҙаҡ ваҡыт бит! Ҡартатай хәбәрһеҙ юғалған, нишләп һин уны һаман көтәһең? Ул һаман ҡайтмағас, бөтөнләй ҡайтмаҫ инде.”- тип аптырап һорайым. “Улай тимә балаҡайым, улай тимә! Үлгән тигән хәбәре килмәне бит ҡартатайыңдын, бәлки ул тере ҡалғандыр, бәлки тотҡонда булғандыр ҙа, һуңынан шул ҡалған ерендә ғаилә ҡороп йәшәп яталыр. Ҡасанда булһа бер ҡайтып инер, тыуған ер тарта бит ул! Ҡайтыр ҡартатайың, ҡайтыр ул! Көтәм әле балам мин уны, көтәм... ”- тине өләсәйем.
Ул миңә ҡартатайымдың фотоһүрәтен күрһәтте. Был фотоны өләсәйем ҡәҙерләп кенә, ғүмере буйы түшелдерегенең кәҫәһендә һаҡлап йөрөтә икән. Оҙаҡ ваҡыттар үткәнгә фото һарғайып, ситтәре кителеп бөткән, әммә ҡартатайымдың йөҙ - торошо ап – асыҡ һаҡланған. Фотонан ҡуйы ҡара ҡашлы, ҡара сәсле, осҡор ҡарашлы, мөһәббәт кәүҙәле, матур йөҙлө ир – егет ҡарай.
Улар бер береһенә йәшләй генә ғашиҡ булып өйләнешәләр. Бәхетле ғаиләлә бер ҡыҙ (минең әсәйем), бер малайҙары тыуа. Икәүһе лә ут бөрсәһендәй егәрле йәштәргә, донъя гөрләтеп йәшәргә лә, йәшәргә инелә һуң. Юҡ шул, ҡәһәрле һуғыш сығып, бар булған хыялдарын, һөйөү менән һуғарылған тормоштарын пыран – заран килтереп ҡуя. Итәгендә ике бәләкәй генә бала менән тороп ҡала өләсәйем, ҡартатайымды һуғыш сыҡҡан йылда уҡ фронтҡа оҙатҡанда. Ил күргән михнәттәрҙе, ҡайғы – хәсрәттәрҙе, аслыҡ – яланғаслыҡты күрһәлә өләсәйем балаларына ел – ямғыр тигеҙмәй үҫтерә. Кеше күтәрә алмаҫлыҡ эштәр башҡарырға тура килһәлә сыҙай өләсәйем. Илгә килгән ауырлыҡты ул тулыһынса үҙ елкәһендә татый, ил менән бергә күтәрә, бергә үткәрә. Һәм һәр ваҡыт ҡартатайымды көтә, бер минутҡа ла, бер секундҡа ла уның тере булыуына, бер ваҡыт ҡайтып килеренә һис шикләнмәй, бының шулай булырына бөтә йөрәге менән инанып көтә. Өләсәйем түшелдерегендә тағы бер ҡәҙерле әйбер һаҡлап йөрөткән икән, күҙенең нуры һүнгәнсе көндә сығарып уҡып, бөтөнләй күрмәй, уҡый алмай башлағас, түшелдерегенән сығарып күҙҙәренә устары менән ябып бер аҙ тотоп булһала, кире йыйып ҡуйған әйбере:
“Һаумы Һөйөклө кәләшем минең, Мәрфүғәм, ҡәҙерлем! Һине лә, балаларыбыҙҙы ла бик, бик һағынып хат яҙыусы мин, Сәлимйәнең. Беҙ Сталинградтан өс саҡырым ғына ерҙә окоптарҙа ятабыҙ (мөх.)
Тиҙҙән Сталинградты фашистәрҙән азат итер өсөн һөжүмгә күсәсәкбеҙ. Беҙгә һөжүм алдынан яҡындарыбыҙға хаттар яҙырға рөхсәт иттеләр. Мәрфүғә йәнем, балаларыбыҙҙы күҙ ҡараһындай һаҡла, үҙең дә ныҡ бул, бирешмә. Бик ауыр булһала түҙ йәнем һәм көт мине, мин ҡайтырмын АЛЛА бирһә, дошманды еңеп илгә тыныслыҡ алып ҡайтырбыҙ беҙ...”
Был юлдар ҡартатайымдың фронттан яҙған өс мөйөш хаттарының иң һуңғыһы... Ул һарғайып, яртыһы инде туҙып, тетелеп бөткән ҡағыҙ киҫәгенең, өләсәйем өсөн ни тиклем ҡәҙерле, ғәзиз әйбер булғанын мин хәҙер генә бар булмышым менән аңлайым, йөрәгем әрнеп, иҫемә төшкән һайын күҙ йәштәрен тыя алмайым. Әле лә түгелеп илай – илай ошо юлдарҙы яҙып ултырам.Ҡураныс ҡына кәүҙәле өләсәйемдең, елдә бәүелә – бәүелә, ауыл осонда ҡартатайымды көтөп торғаны иҫемә төшһә йәнем өҙөлә. Ул һаманда, алыҫтарға текләп, сабыр ғына, шунда торалыр кеүек миңә...
Өләсәйем 76 йәшендә был донъянан китте, ул ғүмеренең аҙағына тиклем (41 йыл буйы) ҡартатайымды көттө. Уны тәрбиәләп һуңғы юлға әҙерләгән инәйҙәр, ҡартатайымдың фотоһын һәм һуңғы хатын усына йомоп үлеп ҡалған әсәйегеҙ. Ғүмер буйы күкрәгендә һаҡлап йөрөткән ҡәҙерле ҡомартҡыларынан айырырға ҡыйманыҡ, ҡуша ерләйек инде тигәндәр, әсәйем менән ҡустыһына. Шулай эшләгәндәр ҙә, өләсәйем ҡартатайымды көтөүен мәңгелеккә үҙе менән алып киткән. Беҙҙең күңелдәребеҙҙә әсенеү, үкенеү тойғолары ҡалдырып китте ололарыбыҙ. Ғүмерем буйы: Нишләп кенә өләсәйемдең, ҡартәсәйемдең һәр һүҙҙәрен тыңлап, яҙып барманым икән? – тигән үкенес менән йәшәрмен инде, ҡыҙғаныс...
Эй һәйкәлдәр ҡуйырлыҡ батырлыҡ, тоғролоҡ, сабырлыҡ, фиҙәкәрлек! Ҡайҙан килгән ул беҙҙең ҡартатайҙарыбыҙға, өләсәйҙәребеҙгә, ҡартәсәйҙәребеҙгә? Ниндәй йөрәк, ниндәй йән булған уларҙа? Тыуған илгә, тыуған ергә һөйөү, тоғоролоҡто кемдәр тәрбиәләгән уларҙың күңелендә? Ниндәй һүҙҙәр, әллә ниндәй ғәрәсәттәрҙелә еңеп сығырлыҡ, көс биргән уларға?
Мәңге йөрәгебеҙҙә яҡты иҫтәлегегеҙҙе һаҡлайбыҙ, һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ, баш эйәбеҙ ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ: ҡартәсәйҙәр, өләсәйҙәр, ҡартатайҙар, олатайҙар, инәйҙәр..
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас в