Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
12 Декабрь 2020, 00:56

Әсәйҙәрҙең доғаһы көслө

Йәш саҡта ҡалала уҡып йөрөйөм. Ҡышкы каникулға ҡайтырға төнгө поездға сыҡтым да, иртәнге 4 тирәһе станцияға килеп төштөм. Минең менән 2-3 балыҡсы ла төштө. Бергәләп вокзалға керҙек, улар эскәмйәләргә йоҡларға ятты. Вокзалда һыуытҡан, өшөй башланым. Былай ултырғансы, тип тот та ҡайт та кит. Юлда күрше ауылдың зыяраты ята. Дөм ҡараңғы. Китеп барам, китеп барам. Зыяратҡа етәрәк, тәүҙә бер эт, шунан бер нисә эт өрә башланы. Һиҙәм: улар эргәмдән киләләр, күренмәйҙәр. Ҡулыма бер ҡаты ҡар киҫәге тотоп алдым да, һаман китеп барам... (Дауамы беҙҙең сайтта)

Йәш саҡта ҡалала уҡып йөрөйөм. Ҡышкы каникулға ҡайтырға төнгө поездға сыҡтым да, иртәнге 4 тирәһе станцияға килеп төштөм. Минең менән 2-3 балыҡсы ла төштө. Бергәләп вокзалға керҙек, улар эскәмйәләргә йоҡларға ятты. Вокзалда һыуытҡан, өшөй башланым. Былай ултырғансы, тип тот та ҡайт та кит. Юлда күрше ауылдың зыяраты ята. Дөм ҡараңғы. Китеп барам, китеп барам. Зыяратҡа етәрәк, тәүҙә бер эт, шунан бер нисә эт өрә башланы. Һиҙәм: улар эргәмдән киләләр, күренмәйҙәр. Ҡулыма бер ҡаты ҡар киҫәге тотоп алдым да, һаман китеп барам. Сәғәт 6 тирәһе, ауылға барып еттем. Теге эттәр тороп ҡалды. Ауылдың бағаналарында 2-3 урында ут яна. Бер кем дә лә свет янмай, ауыл йоҡлай. Төнгө һауала ауыл эттәре һәм теге эттәр бер-береһенә ҡаршы айбарланып өргәне яңғырай. Яйлап ҡына ауылды сыҡтым. Ҡулыма бер таяҡ тотоп алдым. Ауылды уҙғас, Иҙел буйына уйһыу ергә төшәһең. Шунда барып еткәс, ауылдың баҡса артынан, зыярат яғынан, ҡурҡыныс шомло нәмәҙер миңә табан шылып килгәнен күрәм. Ауылға кире барырға йыраҡ, өлгөрмәйем. Был нәмә тип уйлап та бөтмәнем, мине бер өйөр эттәр шым ғына уратып алды. Күҙҙәр өйрәндеме, яҡтырта башланымы, тегеләрҙе күрәм. Күҙҙәренә ҡарайым: ҡып-ҡыҙыл. Ҡарашымды алмайым. Иң алдан бер ҙур һорғолт көрән төҫтәге башлығы китеп бара, башҡалары шакал һымаҡ ярамһаҡланып шыңшыйҙар. Туҡтамайым. Уларға таяҡ менән һелтәнәм, ҡысҡырам. Ҡурҡканымды күрһәтһәм, былар миңә ташланасаҡ инде, тип атлайым дә атлайым. Үҙем бер туҡтауһыҙ "Бисмилләһир-рахманир-рахим, Аллам ҡотҡар мине!", тип теләйем. Башҡа доға белмәйем. Улар мине шулай Иҙелгә тиклем оҙатып килделәр ҙә, урман эсенә кереп китеп, тороп ҡалдылар. Иҙелде сыҡҡас, был яғы үҙемдең урманым, тип ҡалған юлды йүгерә-атлай үттем. Әсәйем ҡапҡа төбөндә тора, төшөмдә һине күрҙем, ти. Өйгә ҡайтып еткәс кенә үҙемдең ҙур бәләнән ҡотолоуыма шатлана алдым. Шунан бирле эттәрҙән ҡурҡам. Шулай итеп, Аллаһы Тәғәләнең барлығына, әсәйҙең доғаһы көсөнә тағын бер тапҡыр ышандым.
Мәғлүмәт һәм фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: