Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
10 Декабрь 2020, 14:52

Мирас Иҙелбаевҡа ― 75!

Бөгөн яҡташыбыҙ Мирас Иҙелбаевҡа 75 йәш тула. Мирас Хәмзә улы! Юбилейығыҙ ҡотло булһын. Һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйбеҙ.

Бөгөн күренекле замандашыбыҙ, филология фәндәре докторы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевҡа 75 йәш.

Ул Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында тыуып үҫә, Өфө ҡалаһында 1-се интернат-мәктәпте тамамлай. Мирас Иҙелбаев 1983 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. Уның ғилми тикшеренеүҙәре боронғо һәм урта быуат төрки әҙәбиәтен, башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәтен өйрәнеүгә, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу теорияһына һәм методикаһына бағышланған. Алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990–1996) баҫмаһы авторҙарының береһе. Башҡорт әҙәбиәте буйынса 500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, уҡытыу-методик ҡулланма һәм дәреслектәр авторы. Шуларҙың йөҙҙән ашыуы башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тормош юлы һәм ижадына бәйле яҙылған. Мирас Иҙелбаев «Салауат Юлаев» энциклопедияһын төҙөүселәрҙең береһе. Ул әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә, унға яҡын китап авторы.
Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевты олуғ юбилейы менән тәбрикләп уға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас: