Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
19 Ноябрь 2020, 23:00

Һинән дә ҡурҡыныс инем...

Теге миңә йәлләп текләп ҡарап торҙо ла: “Илама, һеңлем. Мин һинең йәшеңдә һинән дә ҡурҡыныс инем. Барыбер кейәүгә сыға алдым”,-тимәһенме!..

Көләмәстәге кеүек инде. Туҡталышта торам. Баймаҡта һәр саҡ ел бит инде. Күҙемә нимәлер төштө лә, күҙемдән йәш ҡойола башланы. Мин тегене ыуалап та ҡарайым, һыйпап та – юҡ йәш туҡтамай. Ҡулъяулыҡ алып күҙемде баҫып ултырам. Эргәлә өлкәнерәк бер ҡатын баҫып тора. Шешенгән йөҙөнән, алама кейеменән, ниндәй тормош алып барыуы күренеп тора. Теге миңә йәлләп текләп ҡарап торҙо ла: “Илама, һеңлем. Мин һинең йәшеңдә һинән дә ҡурҡыныс инем. Барыбер кейәүгә сыға алдым”,-тимәһенме!

Йә иларға, йә көлөргә белмәй торғанда, автобусым килеп туҡтаны.

Читайте нас: