Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
19 Ноябрь 2020, 21:40

Еңгәйҙән - бүләк, еҙнәйҙән аҡса ала инек...

"...Бер шулай бер өйҙөң ҡапҡаһында ҡыҙыл флаг елберҙәй икән, машиналар йыйылған. Балалар – балалар, бит инде. Аһылдашып йүгереп ҡайтып ингәндәр ҙә: “Әсәй, фәлән олатайҙың ҡапҡаһында флаг элгәндәр”, - тигәндәр. Әсәйҙән рөхсәт алып, малайҙар шул өйгә йүгергән. Өй хужаһына килене инеп, ҡайным, бер өйөр малай еҙнәй аҡсаһы һорап килгәндәр, тигән. Бабай ҡыуанып киткән. Сығып малайҙарға ваҡ аҡса таратҡан, бүләктәр биргән. Әбейе сығып күстәнәстәр өләшкән. Үҙ-ара ҡалай күңелле булып китте әле, тип һөйләшәләр икән..." (Тулыраҡ беҙҙең сайтта)

Ауыл ерендә матур йолалар күп бит инде ул. Беҙ бала саҡта бигерәк тә күп ине, хәҙер һирәгәйҙе. Килен төшһә - еңгәйҙән бүләк алырға, ҡыҙҙар кейәүгә сыҡһа еҙнәйҙән аҡса һорарға барыу беҙҙең бала саҡтың матур хәтирәләре булып ҡалған.
Һеңлем Ҡыпсаҡ ауылында йәшәй. Ауылда туй булһа малайҙарын ебәрә икән, барығыҙ, еҙнәйҙән аҡсаһы, йә еңгәй бүләге алып килегеҙ, тип. Бер шулай бер өйҙөң ҡапҡаһында ҡыҙыл флаг елберҙәй икән, машиналар йыйылған. Балалар – балалар, бит инде. Аһылдашып йүгереп ҡайтып ингәндәр ҙә: “Әсәй, фәлән олатайҙың ҡапҡаһында флаг элгәндәр”, - тигәндәр. Әсәйҙән рөхсәт алып, малайҙар шул өйгә йүгергән. Өй хужаһына килене инеп, ҡайным, бер өйөр малай еҙнәй аҡсаһы һорап килгәндәр, тигән. Бабай ҡыуанып киткән. Сығып малайҙарға ваҡ аҡса таратҡан, бүләктәр биргән. Әбейе сығып күстәнәстәр өләшкән. Үҙ-ара ҡалай күңелле булып китте әле, тип һөйләшәләр икән.
Баҡтиһәң, ул олатай менән инәйҙең бергә йәшәүҙәренең 50 йыллыҡ матур юбилейҙарын билдәләгән булғандар икән. Туғандары, балалары шул сараны билдәләргә йыйылып ултырғанда, балалар барып еҙнәй аҡсаһы һорап, байрамға йәм өҫтәгән икән. Инәй менән олатай ҡыуанып ҡалғандар. Исемләп яҙыр инем, онотҡанмын. 50 йыллыҡтарын үткәргәс тә улар бер-бер артлы гүр эйәләре булған. Балаларына һөйләргә иҫтәлек кенә ҡалды.
“Килене һеңлемә ҡыҙыҡ булһын тип юрамал ебәргәйнеңме”, - тип һораған. “Юҡсы, малайҙар флаг тора, тигәс, еҙнәйҙән бүләк барып алығыҙ тип кенә ебәргәйнем”, - тип яуаплаған. Шулай ҡыҙыҡтар ҙа була тормошта.
Миңзифа Ҡашҡарова.
Читайте нас: