Баламдың сере.
- Хәлең нисек, балам? – тип һорайым.
Өндәшмәйһең. Моңһоу ҡарашың.
Тик бер ҡараш менән аңлатырға
Мөмкин булһа йөрәк яраһын...
Эйе, балам, беләм, бөтә серҙе
Еңел генә булмай аңлатып,
Бауыр ярып сыға ҡайһылары,
Ҡайһылары – йөрәк ҡанатып.
Баш күтәрә алмаҫ ҡайғы менән
Еткәнем бар ахыр сиктәргә...
...Миңә сисмәҫ серҙәреңде, балам,
Һөйләп ҡуйма бер үк ситтәргә!
Фирүзә Абдуллина.