Әсәй, ошолай һинең яныңа килеп, ҡасандыр яҙырға тейеш булып та, яҙыу мөмкинлегем булмау арҡаһында, яҙылмаған хаттарымды һөйләп ишеттерһәм, һин, моғайын, ҡаршы булмаҫһың, тип уйлайым. Мин һиңә, элек мин йәшәгән урындан хаттар килгән һәм һин яуап яҙған тиклем ваҡыт араһында, шулай булғас, айына бер йәки ике килеп һөйләп торормон. Минең һинән алаһы кәңәштәрем дә бар. Дөрөҫ, мин ул кәңәштәреңде тере сағыңда, бәлки, алғанмындыр ҙа онотҡанмындыр, ә һинең яныңа килеп, һинең менән ошолай һөйләшеп ҡайтһам, шул кәңәштәрең үҙе миңә килеп олғашҡан кеүек була. Бына быныһын мин, әлбиттә, аңлап та бөтмәйем, ә күпселек осраҡта, бик дөрөҫ итеп башҡарып ҡуям. Аҙаҡтан мин быға һинең кәңәшең, тип ышанам: мин зыянлы һорауҙар, биреп, шуға торошло яуап һорап килмәйем, тимәк, аллам быны һиҙеп, һинең рухың аша, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн, минең аңыма төшөндөрәлер.
-Һәр кем үҙенә үҙе күрәҙәсе бит ул,- тип, әйтә торғайның.
Мин хәҙер һинең ул һүҙҙәреңдең мәғәнәһенә ныҡ төшөндөм, тормошомда күп тапҡырҙар шуның дөрөҫлөгөнә ышана киләм. Балаларыма ла ошо хаҡта, хәтерҙәренә һеңерлек итеп, аңлатырға тырышам. Ҡайһы ваҡытта шундай хәлдәр осрай: үтә сабырһыҙланып киткән ваҡыттар ҙа була. Үҙемде ҡулға алып, һинең һүҙҙәреңде иҫкә төшөрөп, ныҡлап уйлана башлайым. Ысынлап та мин ошондай осраҡтарҙа, күңелем ҡәнәғәтләнерлек итеп хәл итеп ҡуям. Һин һәр саҡ:
- Бер – олоно, бер кесене тыңла, кәңәштәренә ҡолаҡ һал, аҡылыңа кәңәш ит тә, күңелеңде рәнйетмәҫлек итеп хәл ит, - тигән ваҡыттарыңды онотмаҫҡа тырышам.
Бөтәһенең дә кәңәшен тоторға ынтылып, үҙемсә уртаҡлыҡ табып хәл итәм. Әсәй, һин мине үҙеңдең төплө аҡылың менән йәшәргә өйрәттең, үҙ ауырлығымды кешегә тапшырмаҫҡа кәңәш бирҙең.
- Балаларың алдында көсһөҙ булырға тырышма, улар һине һәр саҡ көслө итеп тойһондар, шул ваҡытта ғына әсәй ҡәҙерең беленер,-тип, әйтә торғайның.
Көслө булыу өсөн, көс кәрәкмәй икәнлегенә тормош үҙе өйрәтә. Эйе, көс кәрәкмәй, ә аҡыл көсө кәрәк. Уны туплай алыу ҙа эргә тирәләгеләр, ололар, дуҫтар, туғандар менән тығыҙ аралашыу, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу- тормош китабын уҡыуға тиң икәненә лә мин хәҙер ныҡлы ғына ышана барам. Үҙем хәҙер башҡаларға- йәштәргә, балаларыма ошо тормош китабының биттәрен асыр асҡыс биреү йәшенә еттем, тик мин һине һаман һағынам.
Әсәй, мин һинеңсә йәшәргә тырышам: башҡаларға зыян килтермәйем, сөнки ҡасан да булһа үҙемә кире ҡайтыу ихтималлығы бар. Башҡаларҙың өлөшөнә ҡул һуҙмайым, сөнки улар өлөшө миңә рәнйеү булып ҡына киләсәк. Рәнйеү тормоштағы иң ҙур кире әйләнеп ҡайта торған яза булыуын аңлайым. Үҙем рәнйегән хәлдә лә, рәнйеткән кешене ғәфү итә торған көстө үҙемдә табырға тырышам. Ғәфү итә белеү- кешене был донъяла күңелен тынысландыра һәм үҫтерә торған бер сара икәненә төшөндөм. Кешенең күркәмлеге лә ана шул ғәфү итә белеүҙән тыуалыр ул. Мин быға тормош ағышында күп тапҡырҙар ышана алдым Әйтә инең:
- Тормош үҙе иң шәп уҡытыусы бит ул, китап тотоп уҡытҡандарың ары торһон.
Бының да раҫ фекер икәненә төшөнә барам: йығылта, илата, хаталандыра, маһайта, түбәгә ҡағып, һауалыныуҙан баш тартырға юл аса. Йығылған урында икенсе тапҡыр йығылмаҫҡа, илаған йәштәремде, дошман күҙе күрмәҫлек итеп йәшерергә, хаталарҙы ҡабатламаҫҡа, маһайыуҙан кешеләрҙең һинән ситләшеүенә килтереүенә ныҡ ышана барырға өйрәтә. Уларҙың ситләшеүе түбәгә һуғып, иҫәнгерәтеү икәнен аңларға өйрәндем.
Әсәкәйем, һин уйлама: мин маһайырға күнегеп, аҙаҡ уның язаһын күреп, һинең кәңәштәреңде онотҡан икән, тип. Юҡ, мин был хәлдән азат булып, үҙемде түбәнһеткән язаға дусар булманым һәм булмаҫмын. Был осраҡта, үҙең әйткәнсә, хоҙайыма һыйынам, ул мине хаталанырға юл ҡуймаҫтай сифат бирер.
- Кеше һөйләмә, аҙаҡ үҙеңде лә шулай һөйләгәнен ишетеү- күңелеңде яралар,- тип, әйтергә ярата инең.
Мин уны ныҡлап аңлап етмәгәнмендер ҙә, ләкин һинең тормошто ныҡ күҙәтеп кенә түгел, шуның үҙендә ҡайнап йәшәгәнеңә төшөндөм.
Ғәйбәт итеп һөйләү һинең үҙеңә, үҙеңә булмаһа балаларыңа, туғандарыңа, хатта дуҫтарыңа ла зыян килтереүен һин белгәнһең.
-Торған ер яҡын булһа ла, тыуған ер ҡәҙерлерәк,- тип, йыш әйтә инең.
Быны мин йылдан- йыл нығыраҡ тоя барам. Минең тыуған ерҙә хәҙер ҡылғандар менән әремдәр генә елгә сайҡалып, нигеҙ һағышын йырлай. Торған ерем яҡын, ләкин тыуған ерем йышыраҡ төшкә инә, ә ундағы, күптән инде, әхирәт донъяһына күскәндәре лә, тереләре лә төшкә инә лә, миңә ниҙер аңлатырға теләйҙәр. Мин донъяға ауаз биргән нигеҙ мине үҙенә саҡыра. Ваҡыт- ваҡыты менән өнөмдә килеп, тыуған еремдәге әрем һәм ҡылғандар араһынан ошо нигеҙемде эҙләйем, табып хоҙайымдан, уны ташлап китеүебеҙгә, бөтәбеҙ исеменән ярлыҡау һорайым:
- Ғәфү ит беҙҙе, беҙ ирекһеҙҙән ташлап киттек,- тип, үтенәм.
Әсәй, хәҙер мин һинең теге ваҡытта:
-Ошо тыуған еремде төштә күргән сағымда ғына әхирәткә күсһәм ине,- тигәнеңдең хәҙер мәғәнәһен ныҡлап аңланым.
Тыуған ер, тигән төшөнсәне лә торған ер төшөнсәһен дә һин беҙгә һөйләп түгел, ә үҙеңде уға ҡарата мөнсәбәтең менән аңлаттың.
-Үҙең йәшәгән ерең таҙа булһын, - тип, гел генә урам эсен таҙалай торған инең.
Хәҙер мин дә был кәңәшеңде тоторға тырышам. Кеше кешегә ҡарап өйрәнә лә, үҙендә тәжрибә туплай, ә туплағанын балаларына тапшыра бара- быға тормош үҙе өйрәтә.
- Бер яҡшыны, бер яман менән сағыштыр,- тип, әйтәһең дә туҡтап ҡала инең.
- Ә шунан,- тип, һорап, төпсөнә башлаһам, һин йылмайып ҡуя инең.
Һинең был кәңәшеңдең аҙағын миңә тормош үҙе өйрәтеп, һинең уйыңды тапшырып ҡуйҙы. Тормош – уҡытыусы, тиһәң дә, уның хатта әсәй кимәлендә булыуын аңлай барам.
Тыуған нигеҙемде эҙләп тапһам, һәр ваҡыт һин бешергән икмәк еҫен, аш тәмен тойғандай булам. Әселегә төшөп йомшаҡ һыуына бит- ҡулымды йыуып, һыуын эсһәм, һинең эш менән ҡытыршыланып бөткән, тик йомшаҡлығын юғалтмаған ҡул йылыңды тойғандай булып, күҙҙәремә һағыш йәштәре тула.
Әсәй, мин һиңә килгән һайын, һинең ҡәбер рәшәткәһендә бер ҡошсоҡ ултыра. Мин һиңә үҙемдең һағыныуҙарым тураһында һөйләй башлаһам, ул да һайрай башлай. Мин уны “фәрештә” тип атап ҡуйҙым. Ул һәр саҡ шунда, ә мин ҡайтырға сыҡһам, ул осоп, артымдан оҙатып ҡала. Ул – һинең фәрештәңдер. Хәҙер мин, килгән һайын, уның менән һөйләшәм, ышанам- минең хатымдың йөкмәткеһен ул һиңә еткерәлер.
Әсәй, беҙҙе бер- беребеҙҙән ике донъя- баҡыйлыҡ менән фанилыҡ айыра, ләкин беҙҙең хистәребеҙҙе: бер- беребеҙгә булған йылы һәм наҙлы тойғоларыбыҙҙы айыра алмай. Беҙҙең хистәребеҙҙең донъялыҡ ҡанундарына бойһонмауы мине бәхетле итә. Әсә менән бала һәр саҡ кеше күҙҙәре алдында, тик уларҙың күңел донъялары мең йоҙаҡ аҫтында: иң изге тойғолар, хистәр, мөнәсәбәттәр, серҙәр, ҡараштар унда һыйған.
Төштәремдә һине күреп, көнө буйға уйҙар эсендә йөрөгән саҡтарым да байтаҡ булғаны бар. Хәтеремдә: бер мәлде миңә кейергә аяҡ кейеме юҡ, ә уҡыуға бары бер айлап ҡына ваҡыт ҡалған. Һиңә ниңәлер һаман да аҡса түләмәйҙәр, шунан мин колхозға эшкә сыҡтым, ә һин мин эштән ҡайтҡан һайын минең ҡулдарымды тотоп ҡарайһың, унан уны тоҙло һыуға тығып торорға ҡушаһың. Уйлағанһыңдыр инде: усына һөйәлдәр сыҡмаһын. Шулай ҙа һөйәлдәр сыҡты, ул ғына ла түгел уға бысраҡ инеп, бик ныҡ эренләп шешеп китте, ә һин мине йәйәүләп 30 километр алыҫлыҡтағы дауаханаға алып киттең. Һин минең янда булғас, миңә ауыртыныу еңел тойолдомо, аңламайым. Тик ул артыҡ һыҙламаны. Беҙ ярты юлды утын тейәгән машинаның йөгө өҫтөнә ултырып барып еттек. Минең эренле шешкә доктор тиҙ сараһын тапты. Тик һин һаман минең өсөн борсолдоң, ә бит һин йәш кеше түгелһең, арығанһыңдыр ҙа, тик һиҙҙермәйһең. Мин бына шуны шул мәлдә аңламағанмын, һинең йәшеңә еткәс кенә аңланым, тиергә була. Һинең миңә булған тойғоларың үҙеңдең хәлеңә ҡарағанда мөһимерәк икәнен аңланым. Һин ул ваҡытта биш балаңды ер ҡуйынына һалыу ҡайғыһы мәңге һүнмәҫ әсәне мин аңларлыҡ йәштә лә булмағанмын шул. Хәҙер бына шул һинең ҡайғыларың менән мин ҡайғылымын. Минең өсөн ҡылған бына ошондай ваҡыттарың күп булғандыр. Ҡартлыҡ буйынса пенсия алаһың: күпме икәнен белмәйем, 8 һуммы, 12 һуммы, ләкин минең төрлө нәмә һорап һине аптыратҡан осраҡтарым күп булғандыр. Әсәйҙәрҙән балалар күберәк талап итәләр бит, мин дә шулай булғанмындыр. Һин мин һораған нәмәләрҙе алып та бирә алмағанһыңдыр. Бөгөнгөләй күҙ алдымда: һин миңә ситса тауарҙан күлдәк тегергә булдың, ә мин уны нисек итеп тегергә икәнлеген аңлатам. Һин бит тегенсе түгелһең, шулай ҙа матур тегә инең. Шунда миңә билдән түбән киң итәкле, муйынын да, хәҙергесә әйткәндә, волан менән бик матур итеп теккәйнең. Бынан һуң һиңә күп кенә кешеләр тегергә тауарҙар килтерәләр ине. Һин ҡул менән тегәһең, тик машина менән теккән кеүек килеп сыға. Аҙаҡ был тегеүҙе һин миңә лә өйрәткәйнең . Мин үҙем дә тегергә өйрәнеп алдым.
Бер мәлде һин бик ҡаты сирләп киткәнһең, мин өйҙә юҡмын, ә апайым, һине үҙенә алып ҡайтҡан, мин ҡайтҡансы һин шунда йәшәп торорға тейеш булып сығаһың. Тик унда һин толҡа тапмай, көн дә ҡайтырға ынтылғанһың. Бер көндө, береһе лә өйҙә булмаған саҡты файҙаланып, ҡараңғы төшкәс, йәйәүләп 20 саҡырым аралыҡҡа, көҙгөһөн йәйәүләп сығып киткәнһең. Апайым улы менән мотоциклда артыңдан ҡыуып еткәс:
- Мин торған еремә ҡайтам, һеҙҙә бер ниндәй ҡот юҡ. Минең торған еремдә ҡот уйнап тора , - тигәнһең.
Һин шулай гел генә торған ер менән тыуған ер мәғәнәһен беҙгә төшөндөрөргә теләгәнһеңдер. Бына әле йылдар үткәс, шул һүҙҙәрҙең асылына төшөндөм. Һинең тыуған ер зары менән мин ваҡытында, һин теләгәнсә, зарлы була алмағанмын. Хәҙер бына шул зар менән зарлымын.
Был юлы мин хәтирәләргә артыҡ бирелеп киттем. Һине лә арыттым,ахырыһы.
Беҙ, балалар, ошолай итеп әсәйҙәр тере саҡта ниңә асылып һөйләшмәгәнбеҙ икән, күп нәмәләрҙе белмәй ҡалабыҙ, тип уйлап та ҡуям. Уларҙың көткән саҡтарында сәләм-хат ебәрмәй, эстәре бошҡанда һөйләшеп алмай, ара йыраҡта шылытыратып тормайбыҙ икән, тип тә уйлап ҡуям. Һуң... Бик һуң килгән аңлау... Беҙҙең өсөн генә йәшәгәнһең, ә беҙ шуны аңламағанбыҙ. Үҙең өсөн бер генә көнөң булдымы икән, белергә ине. Һин бит мин иҫ белгәндән алып бары беҙҙең ҡайғы, беҙҙең шатлыҡ, беҙҙең сиребеҙ менән генә йәшәгәнһең. Беҙҙең балаларыбыҙҙы яратҡанһың, тик улар быны аңланымы икән. Беҙ уларға быны төшөндөрә алдыҡмы икән. Мин әсәй, үҙемде һинең алдыңдә оло ғәйеплемендер, тип уйлайым. Һинең хәлдәреңде аңлауҙан йыраҡ, эс серҙәреңде тойоүҙан ситен. Ҡайғыларыңды, сирҙәреңде бөтөнләй күрмәгәнмен дә,тоймағанмын да. Һиңә шатлыҡлы мәлдәрҙе килтерә алдыммы икән, әллә шулай гел көйәләндереп кенә йәшәнемме икән. Йылдар үткән һайын, беҙҙең ара йыраҡлаша, тик һин миңә көндән – көн яҡыныраҡҡа әйләнә бараһың. Үкенесе уның шунда- ергә ятып илаһаң да үткәндәрҙе, һине, һинең тере һыныңды кире ҡайтарып булмай. Был донъяла һиңә артыҡ ҡәҙер- хөрмәт күрһәтә алмағаныма үкенес менән йәшәйем. Тик шуныһы бар: мин бармын, тимәк, һин тереһең. Тағы бер йыуанысым: йылдар алыҫлаша барған һайын, беҙҙең осрашыу аралары яҡыная. Мин һиңә килермен: фанилыҡта ер ҡото менән килһәм, баҡыйлыҡҡа ер йылыһы менән килермен,тип уйлайым.
Мин тағы ла килгәнгә тиклем хуш бул, мине фани донъяһындағы эштәрем саҡыра. Әсәкәйем, йөрәгемә тамған һағышым да шатлығым да тик һин генә булғанһың, булырһың...