+17 °С
Болотло
Бөҙрәханала ир сәсен алдырып ултыра. Парикмахер:
-Һеҙҙең ҡәйнәгеҙ бармы?
-Юҡ, минең ҡәйнәм юҡ.
Ике-өс минут үткәс:
-Һеҙҙең ҡәйнәгеҙ бармы?
-Юҡ, тинем бит.
Биш минуттан тағы ла:
-Һеҙҙең ҡәйнәгеҙ бармы?
-Әйттем бит, юҡ тип! Нимә бер туҡтауһыҙ һорайһығыҙ?!
-Ә мин ҡәйнә тураһында һорағанда һеҙҙең сәстәрегеҙ үрә тора һәм сәс алыуы еңелләшә.