-10 °С
Болотло
Ә мин магазинда алданып тороп ҡалдым әле. Етмеш йәш тирәһендәге бер әбейҙән. Кәштәләрҙән уныһын-быныһын алып йөрөһәм, ул яныма килде лә: “Балаҡай, бынау кобасаны алайым тиһәм, 70 һум етмәй. Ярҙам итмәҫһеңме?”-ти. Йәлләп китеп, мин уға 100 һум бирҙем. Касса янына барһам, теге әбейем ҙур шешәләге һыраны тотоп сығып китте, ә колбаса юҡ. Ышан әбейҙәргә!