Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
23 Октябрь 2020, 21:45

БАШТА УҠ АШАРҘАР ИНЕ"

Ейәнсәремә Колобок тураһында әкиәтте һөйләнем дә, артабан әңгәмә ҡорам. Йәнәһе, тәрбиә эше бара. “Күрәһеңме, Алина, әгәр ул әбей менән бабайҙы тыңлаһа, уны төлкө ашамаҫ ине. Шуға күрә өлкәндәрҙе тыңларға кәрәк”,-тием. 4 йәшлек ҡыҙсыҡ: “Һе, ҡасып китмәһә, уны әбей менән бабай әкиәт башында уҡ ашар ине. Ә былай, исмаһам, әҙерәк булһа ла урман буйлап тәгәрәп йөрөгән”,-тимәһенме. Ҡартатайыбыҙ көлөүенән сыҙай алмай сығып ҡасты. Ейәнсәребеҙ йоҡлағас та, көлөүебеҙ дауам итте әле.

Читайте нас: