Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
23 Октябрь 2020, 01:47

“Ата-а-ай, атаҡайым, зинһар, ҡотҡар мине! Ярҙам ит миңә!

"...Шулай бер көнө һыйыр тибеүҙән аяғым шешеп йөрөй алмай ултырҙым, аяҡҡа баҫыуы ла ауыр ине. Шәл мәлдәрҙә ирем ныҡ иҫереп ҡайтты, миңә үгеҙҙәй ҡарап: “Үлтерәм”, - тип ҡысҡырып килә ине. Был аяҡ менән ҡасып ҡотла алмаҫымды аңлайым, үҙем: “Ярай әле балалар өйҙә юҡ”, - тип уйлайым. Ныҡ ҡурҡтым һәм нишләптер йән көсөмә: “Ата-а-ай, атаҡайым, зинһар, ҡотҡар мине! Ярҙам ит миңә!” – тип ҡысҡырҙым. Шул саҡ ирем торған ерендә ап-аҡ булып ҡатты. Мин аптырап ҡалдым..." (Дауамы беҙҙең сайтта).

Биш бала араһында иң кесеһе булараҡ, иркәләнеп, наҙланып үҫтем. Русса әйткәндә “папина дочь” инем. Атайым мине ныҡ яратты, ҡурсаланы. Ә бына ҡәҙерлем вафат булғас, минең тормошом ауырлашты, ярҙам итеүсе лә юҡ. Әле атайым мәрхүм булыуға 3 йыл...
Ирем ялҡауыраҡ, етмәһә эсергә лә яратты. Минең сабырлығым, тыныслығым ғына ғаиләбеҙҙе һаҡлап килде. Бер көн ирем бригадиры менән һүҙгә килешеп, комбинаттағы эшен ташлап ҡайтып инде. Эскелеге тағы ла көсәйҙе. 1-2 ай шулай йөрөнө, саҡ ҡырға вахта менән китеп эшләргә күндерҙем. Ярты йыл һәйбәт кенә эшләп йөрөнө, аҡсаһын да ебәрә ине. Бер мәл ирем ҡайтмай башланы, аҡсаһы ла һиҙелерлек кәмене. Ситтә йөрөгәнен һиҙә инем, өндәшмәнем. Әммә эсеп алып үҙе ғауға сығарҙы, иреш-талаш менән генә туҡтамай, ҡул да күтәрә башланы. 4 бәләкәй балам менән мине тышҡа ҡыуып сығарырға ла тартынманы. Ниндәй генә һүҙҙәр әйтмәне миңә?! Эшкинмәгән бисә, сусҡа балаһы һәм башҡалары... Туҡмалыуҙан ҡасып тышта, күршеләрҙә төн үткәреүҙәр йышайҙы. Һөйәркәһе лә тартынып торманы, шылтыратты, мине кәмһетеп смс-хәбәрҙәр ебәрҙе. Тәүҙәрәк илай инем, аҙаҡ йорт-ҡура мәшәҡәтенә күмелдем. Шулай бер көнө һыйыр тибеүҙән аяғым шешеп йөрөй алмай ултырҙым, аяҡҡа баҫыуы ла ауыр ине. Шәл мәлдәрҙә ирем ныҡ иҫереп ҡайтты, миңә үгеҙҙәй ҡарап: “Үлтерәм”, - тип ҡысҡырып килә ине. Был аяҡ менән ҡасып ҡотла алмаҫымды аңлайым, үҙем: “Ярай әле балалар өйҙә юҡ”, - тип уйлайым. Ныҡ ҡурҡтым һәм нишләптер йән көсөмә: “Ата-а-ай, атаҡайым, зинһар, ҡотҡар мине! Ярҙам ит миңә!” – тип ҡысҡырҙым. Шул саҡ ирем торған ерендә ап-аҡ булып ҡатты. Мин аптырап ҡалдым. Өйҙә тынлыҡ. Ирем ултыра төштө, ике күҙе тәҙрәлә. Үҙе тиҙ арала айныҡты. Мин тәҙрәгә ҡарайым, бер ни күренмәй. Аш бүлмәһе яғына ҡарағайным атайымдың шәүләһен күреп ҡалдым. Ул сығып бара ине. Түҙмәй илап ебәрҙем.
Шул мәлдән ирем эсеүен дә, һөйәркәһен дә ташланы. Хәҙер бик татыу торабыҙ. Ирем ул көндө нимә күргәнен әйтмәй, мин дә һорамайым. Атайыма аяттар уҡытып торабыҙ.
Ул хәлгә ике йыл үтеп китте. Шул мәлдән һуң, ирем төнөн бүлмәләге утты һүндермәй йоҡлай.
Мәғлүмәт “Сәйер донъя” төркөмөнән алынды.
Фотосығанаҡ: https://yandex.ru/images/search?text=душа%20человека%20картина&stype=image&lr=20673&source=wiz&p=13&pos=535&rpt=simage&img_url=https%3A%2F%2Fpp.userapi.com%2Fc637918%2Fv637918497%2F1cc95%2FVLG251D6pMw.jpg
Читайте нас в