Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
21 Октябрь 2020, 23:05

Үлем ... йөрөнө

Ҡатындың башы шул тиклем ауырта: ул көн менән төндө айырмай, йоҡлай алмай. Шулай төнөн кемдеңдер аяғын һөйрәтеп палата буйлап йөрөгәнен ишетә. Аҙымдар уның янына ыңғайлай ҙа, унан кире һыу краны яғына йүнәлә...

Күрше ҡатын ҡапыл ауырып китте. Үҙе минең менән һөйләшеп ултыра, ә күҙҙәре туҡтап ҡалғандай. Аптырап нимә булғанын һорайым. Ҡатын башы ныҡ ауыртҡанын әйтте. Тиҙ генә ҡыҙына шылтыратып, “Ашығыс ярҙам” саҡыртып дауаханаға оҙаттыҡ. Оҙаҡ ятты, хәле бик ауыр ине. Яҡындары уның төҙәләсәгенә ышанмай ҙа башлағайны. Ләкин ул яңынан аяғына баҫа алды. Сыҡҡас миңә иҫ киткес нәмә тураһында һөйләне.

Палатала улар дүрт кеше ята. Бер карауат буш була. Ҡатындың башы шул тиклем ауырта: ул көн менән төндө айырмай, йоҡлай алмай. Шулай төнөн кемдеңдер аяғын һөйрәтеп палата буйлап йөрөгәнен ишетә. Аҙымдар уның янына ыңғайлай ҙа, унан кире һыу краны яғына йүнәлә. Палаталағы ауырыуҙар тип уйлар ине, барыһы ла йәштәр, аяғын һөйрәп атламайҙар. Был хәл икенсе төн дә ҡабатлана. Аяҡ тауыштары уға яҡынлай ҙа, кире һыу краны яғына китә. Өсөнсө көнөнә буш карауатҡа тағы бер ауырыуҙы килтереп һалалар. Күрше ҡатын төнөн теге аяҡ тауыштарын үҙенең яғына ыңғайлауын, унан яңы һалынған ауырыу янына киткәнен ишетә. Һәм аҙымдар туҡтап ҡала. Иртәнсәк теге ҡатын вафат була. “Үлем йөрөгәндер, күрәһең, ә минең ваҡытым етмәгәндер инде”,-ти күршем ҡурҡытып.

Читайте нас: