Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
7 Октябрь 2020, 19:49

Һуҡыр мөхәббәт

Лилиә Ғәниеваның "Һуҡыр мөхәббәт" исемле хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. ... Ниҙер булды Ғәҙиләгә. Әле кисә генә донъяға үҙен типтереп йәшәр өсөн килгәндәй тоя ине. Бөгөн барыһы ла томан кеүек таралып юҡҡа сыҡты. Эшкә барғыһы килмәй, өйөнә ҡайтырға теләге юҡ. Дуҫтары күп булыу менәнме, парлы-парлы булып, үҙ ҡаҙанында ҡайнай бөтәһе лә. Тәрбиәгә бала алырға уйлап килгән булды, уйының килеп сыҡмаҫын да яҡшы белә. Ул бит яңғыҙ... Яңғыҙҙарға бала бирмәйҙәр... Яңғыҙ кеше гел яңғыҙ ҡалырға тейешме икән ни? Ғүмерендә тәүге мәртәбә Ғәҙилә үҙен йәлләне, битенән субырлап эре күҙ йәштәре аҡты...

Тормошта барыһы ла еңел бирелде Ғәҙиләгә. Атаһы, ҙур уҡ булмаһа ла, түрә ине, һәр ерҙә һүҙе үтте. Ә әсәһе һатыусы булды. Сепрәк-сапраҡтың да, ризыҡтың да иң кәттәһе тәү сиратта Ғәҙиләләр өйөнә килеп инә торғайны. Ҡупшы кейенеп, яҡшы уҡып үҫте ҡыҙыҡай. Артабан юғары белем алыу, эш урыны табыуҙа ла кәртәләр булманы тиерлек. Хеҙмәт юлында ла үҙен күрһәтә белде ул. Һүҙен гел дә тасылдатып әйтер, һәр нәмәне үҙе теләгәнсә эшләтер булды. Үҙ ғүмерендә әллә нисә фатир алмаштырып, яңынан-яңыға, матурҙан-матурға ынтылды, һәр береһен заманса мебель менән нышып тултырып торҙо.
Шулайтып, балда-майҙа йөҙөп йәшәгән Ғәҙилә урта йәштәрҙе уҙып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған бит! Ҡасандыр уға күҙ атҡан егет-елән күптән ғаиләле булып, балалар үҫтерә, донъя йыя. Үҙе әйтмешләй, уҡымаған, ике һүҙҙе ҡушып хәбәр һөйләй белмәгән "әптек-һәптектәрҙең" бер тинлек тә кәрәге юҡ уға, әйҙә, ары йөрөй бирһендәр. Шулай ҙа әллә берәй етем бала алып ҡарарғамы? Ана, телевизорҙа көн дә күҙҙәре мөлдөрәп, тыуыр-тыумаҫтан етемлек һурпаһын тәмләгән сабыйҙарҙы күрһәтеп торалар. Теләһәң, ҡурсаҡтай берәй ҡыҙсыҡты йәки туп шикелле тумалаҡ малайҙы ал да, рәхәтләнеп ҡарап үҫтер. Ярай, өлгөрөр әле уныһына, шул хәтлем ҡартайып барған көнө юҡ...
Йәш саҡтарында яҡын ғына дуҫ булып йөрөгән Хәлимә исемле әхирәтенең ауырып китеүен күптән ишеткәйне. Әле уның хәлен белергә тип төпкөл ауылға юлланды. Эй, һылыу ҡыҙ ине Хәлимә! Ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйылып торған ҡаштары, йөҙәрләгән күл ҡамышы уратылған кеүек һөрмәле күҙҙәре, нәфис кенә ирендәре менән теләгән һәр егеттең һушын алырлыҡ ине. Аҡыллы, төплө холоҡло ла булды үҙе. Уҡып бөткәндән һуң уның менән бер ҙә күрешмәнеләр шикелле. Хәйер, шул төпкөлгә сумды ла батты бит ул, бер ҡайҙа ла күренмәне, йөрөмәне тигәндәй. Ҡыҙыҡ, хәҙер нисек икән?
Ғәҙилә үҙенә хас ҡыйыулыҡ менән шарт-шорт барып инде Хәлимәләрҙең өйөнә. Күрешеү, ҡосаҡлашыу мәлдәренән һуң, шыжлап ултырған самауыр сәйен тәмләй-тәмләй, ғүмер буйы хәтер һандығына йыйылған хәбәрҙәрен, үҙгәреш-яңылыҡтарҙы бер-бер артлы теҙҙе Ғәҙилә. Ябығып, ағарынып киткән Хәлимә күп һөйләшмәне, баҫалҡы ғына көлөмһөрәп тыңлап тик ултырҙы. Ә уның ире Сабир бик тә теремек кеше икән, йүгереп йөрөп ҡунаҡты һыйланы, һәр һүҙенә иғтибар, алсаҡлыҡ күрһәтте. "Тубыҡтары һыҙланы шул Хәлимәнең, әллә нишләп дауаханаларға ла йөрөтмәгәнбеҙ, бына хәҙер аяҡһыҙ ултыра инде", - тип ирҙең Хәлимә яғына йәлләп тә, яҡын итеп тә ҡарап ҡуйғанын күрмәй ҡалманы ҡунаҡ ҡатын. Шул мәлдә ауырыу Хәлимәгә ҡарата көнләшеү кеүек сәйер тойғо уянып ҡуйғандай итте күңел төпкөлөндә. Ошоға тиклем уның үҙенә, һап-һау, олоғайыу тигән нәмәнең осмото ла ҡағылмаған Ғәҙиләгә кемдеңдер ошондайыраҡ ҡайғыртыу һәм ихтирам менән, үҙ итеп ҡарағаны булдымы әле, тигән уй килде көтмәгәндә.
Автобуста юл буйы уйланып ҡайтты Ғәҙилә. Әллә ни арала килеп еткән көҙҙөң һарылығы күңелендә һағыш уятһа, ымһындырғыс сағыу ҡыҙғылт төҫтәр уны үҙенә арбап йөрәкһетте, хистәр даръяһына әйҙәне. Һарғылтланып өлгөргән тәңкә-япраҡтар уның ҡолағына: "Ҡырҡ биште үттең, үттең" тип шыбырлағандай, ә көҙгө үткенсе елдәр: "Барыһы ла алда әле, өлгөрөрһөң, өлгөрөрһөң", - тип алдаштырғандай тойолдо...
Фатирына ҡайтҡас, душта сайынып өр-яңы матур халатын иңенә һалды. Ҡыйбатлы люстралар, гәлсәр бокалдар ялтырашҡан залына үтте. Бай, зиннәтле тормошонан һәр ваҡыттағыса ҡәнәғәтләнеү, ғорурлыҡ тойғоһо кисерергә теләне. Әммә рәхәтлек урынына, ниндәйҙер арығанлыҡ, битарафлыҡ тойҙо. Үҙ-үҙенә аптыраны ҡатын. Сирле гөл кеүек һулып барған Хәлимә, уның янында өлтөрәп йөрөгән Сабир йәнә күҙ алдына килде. Уларҙың ябай ғына донъяһында Ғәҙилә әйтеп аңлатҡыһыҙ шатлыҡ нурында ҡойоноп, тап-таҙа һыуҙан ауыҙ иткән кеүек ине. Бәй, уның фатирында шул яҡты нур һәм унан таралған йылылыҡ етмәй түгелме?
Сикһеҙ оҙон тойолған төндө керпек ҡаҡмай үткәрҙе ул. Иртүк тороп, өйөндәге барлыҡ йыһазды, балҡып ултырған ҡыйбатлы вазаларҙы, һауыт-һабаны ялтыратып һөртөп сыҡты. Иң-иң нәзәҡәтле тип һатып алған хушбуйын бүлмәгә мул итеп һиптерҙе. Нәҙекәй билле фужер төбөнә затлы шарап тамыҙып тәмләп ҡарамаҡсы итте, тик алыҫ сит ил күстәнәсенең еҫенән үк күңеле болғанды. Үҙенә урын тапмай бөгөн Ғәҙилә. Ҡайҙа булды әле уның йән тыныслығы, үҙ-үҙенә ышанысы? Баштүбән әйләндеме әллә донъя? Ни булды, аһ, ни булды Ғәҙиләгә?! Былай бармай, ниҙер эшләргә кәрәк! Ғәҙилә кеҫә телефонынан таныш табиптың номерын йыйҙы:
- Әлфирә Булатовна! Һаумыһығыҙ! Бөгөн килһәм, ҡабул итерһегеҙме мине?
- Әлбиттә, әлбиттә! Һеҙҙе лә ҡабул итмәгәс инде! - теге яҡтан да үҙе шикелле ярым шаяртыу менән яуап яңғыраны.
Яңы донъяға килгән бөтә сабыйҙар яҙмышы ошо күптәнге танышы Әлфирә ҡулында икәнен белә Ғәҙилә. Шаяртыңҡырап булһа ла бала алырға уйы барлығын әйткәне лә бар.
- Ғәҙиләкәйем, әйҙә һиңә бер малайҙы күрһәтәм. Теремек кенә үҙе, илап та бармай. Әсәһе баш тартты шул сабыйҙан. Палаталағы ҡатындар алмашлап имеҙәләр. Әйҙә, һиңә оҡшаясаҡ ул!
- Ышанам, Әлфирә Булатовна! Күрергә лә өлгөрөрмөн. Шулай ҙа баланың документтарын әҙерләй тороғоҙ әле...
Атылып тигәндәй килеп сыҡты Ғәҙилә дауахана бинаһынан. Бар булмышын ниндәйҙер хәлһеҙлек сорнаны , ҡатын ашығып скверҙағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Үҙен әсә итеп тойорға теләй ине ул. Сит-ят кеше тапҡан баланы үҙенең эргәһенә баҫтырып ҡараны. Бай йыһазлы өйөндә шул сабыйҙы, уның йүргәк-төргәктәрен, туҙырап ятҡан уйынсыҡтарҙы күҙ алдына килтерҙе. Ҡапыл башы әйләнеп киткәндәй булды, хатта бер секундҡа күҙҙәрен сыртлатып йомдо шикелле.
... Ниҙер булды Ғәҙиләгә. Әле кисә генә донъяға үҙен типтереп йәшәр өсөн килгәндәй тоя ине. Бөгөн барыһы ла томан кеүек таралып юҡҡа сыҡты. Эшкә барғыһы килмәй, өйөнә ҡайтырға теләге юҡ. Дуҫтары күп булыу менәнме, парлы-парлы булып, үҙ ҡаҙанында ҡайнай бөтәһе лә. Тәрбиәгә бала алырға уйлап килгән булды, уйының килеп сыҡмаҫын да яҡшы белә. Ул бит яңғыҙ... Яңғыҙҙарға бала бирмәйҙәр... Яңғыҙ кеше гел яңғыҙ ҡалырға тейешме икән ни? Ғүмерендә тәүге мәртәбә Ғәҙилә үҙен йәлләне, битенән субырлап эре күҙ йәштәре аҡты.
- Ғәҙилә, һеҙме, түгелме тип ҡарап киләм, һаумыһығыҙ! - Көр генә ирҙәр тауышы ишетеп ҡатын һиҫкәнеп китте, тиҙ-тиҙ күҙ йәштәрен һөртөп, йылмайырға маташты.
- Мин инем иртәнсәк! - ғәҙәтенсә, һыр биргеһе килмәй, шаяртып яуапланы. - Сабир?! Әллә күҙемә күренәме тип торам, ҡайҙан килеп сыҡтығыҙ ул?
- Ҡатыныма, Хәлимәгә, дарыуҙар кәрәк, дауаханаға килеүем әле. Был юлды йыш тапарға тура килә хәҙер...
- Улай икән... Беләһеңме, Сабир, дарыуҙарыңды алғас та, беҙгә... миңә сәй эсергә барабыҙ, "юҡ" һүҙе ҡабул ителмәй. Әйттем - бөттө! - Ғәҙилә үҙенең бар ихласлығын ҡушып йылмайып ебәрҙе.
Шулай итеп, Сабир атлы ир, дуҫы Хәлимәнең ире, Ғәҙиләнең тупһаһын аша атланы. Йүгереп йөрөп залдағы матур быяла өҫтәлгә ҡупшы һый табыны әҙерләүен, юҡ-бар һөйләп ҡунағының күңелен күрергә тырышыуын, ниндәйҙер серле тулҡынланыу кисереүҙән бит остары алланып китеүен төштәге кеүек кенә хәтерләп ҡалды Ғәҙилә. Сабирҙың ғаиләһе, яратҡан ҡыҙҙары тураһында һөйләүен әллә ишетте, әллә юҡ. Фатирында был кешенең мөмкин тиклем оҙағыраҡ ҡалыуын теләй ине. Әммә ваҡыт һин теләгәнсә түгел, үҙ ағышы менән аға инде. Әлдән-әле сәғәткә күҙ һалғылаған Сабир ихлас йылмайып хужабикәгә рәхмәт әйтте лә, ҡайтырға йыйынды.
- Сабир, туҡта... туҡтағыҙ әле, минең һеҙгә бүләгем бар. Бына үткән йыл Дубайҙан алып ҡайттым - хәтәр шикарный сылбыр! Һеҙгә килешергә тейеш ул. - Ғәҙилә, Сабирҙың ҡаршы төшөүенән ҡурҡҡандай, ашыға-ашыға кескәй ҡумта эсендә кемделер көткән һымаҡ ялтырап ятҡан сылбырҙы алып, ирҙең муйынына таҡты...
- Уйй, күҙем, күҙем ауырта! Әсәәәй! - Ғәҙилә йоҡо аралаш асырғанып ҡысҡырып ебәреүен хатта үҙе лә ишетеп, тертләп уянды. Имеш, Ғәҙиләнең йәш үҫмер сағы.
Күрше баҡсала ҡып-ҡыҙыл булып бешкән еләкте күреп, дегәнәк араһынан емеште өҙөргә уҡталды. Татлы еләккә үрелгән мәлдә күҙенә сүп төшөүен дә һиҙмәне. Күҙенән субырлап йәш ағып һыҙлай башлағас ҡына ҡысҡырып илап ебәрҙе.
- Эй ҡыҙым, ниңә генә сит емешкә ҡул һондоң инде? Күҙеңде йәрәхәтләнең дәбаһа, оҙаҡ әрнер инде был яраң... - Ғәҙилә әсәһенең һынын, үҙенә төбәлгән ҡурсыулы-шелтәле ҡарашын йәне-тәне менән тойҙо һәм ҡәҙерле кешеһенә һыйынырға, тынысланырға теләне. Әммә әсәһе башҡаса күренмәне... "Их әсәйем, атайым, бигерәк иртә киттегеҙ донъянан. Янымда булһағыҙ ине, ғәзиздәрем минең!" - тип уйланды Ғәҙилә. Һуңғы арала уларҙың рухына хәйер бирергә лә онотоп йөрөүе иҫенә төштө. Күрше баҡса... ниндәйҙер еләк, дегәнәк... Ҡалай сәйер төш булды был?
Бөгөн ул эш менән район буйлап командировкаға сығасаҡ. Хәлимә йәшәгән ауылға тағы юлы төшөп тора. Бының бигүк осраҡлы хәл түгеллеген үҙе белә Ғәҙилә. Үҙәктән иң алыҫта ятҡан зонаны үҙ теләге менән һайланы.
Юлда йөрөргә, кешеләр менән аралашырға ярата ул. Эшенең дә ауырлығын күрмәй. Был юлы ла китапханала эшләгән ҡыҙҙар менән һөйләшә-көлөшә китаптарҙы барлап сыҡтылар, баҫмаларҙың торошон ҡаранылар, инеп-сығып йөрөүселәр менән әңгәмәләштеләр. Көн күңелле генә кискә ауышты. "Барырғамы Хәлимәгә? Сабирҙы ҡабат күрергә кәрәкме уға?" - күңеленең бер мөйөшөндә һаман да ошо һорау эленеп торҙо. Үлсәү бизмәнендәге "бер нисә минутҡа ғына инеп сығырға" тигән уй еңде шулай ҙа.
Ғаилә һәүетемсә йәшәп ята. Ғәҙиләне йылмайып, әйҙүкләп ҡаршыланылар. Хәлимә үҙе инвалид коляскаһында ултыра, үҙе шаяртып хәбәр һөйләй: "Бына Сабир миңә машина алып бирҙе әле, рәхәтләнеп өй буйлап елдереп йөрөйөм хәҙер". Был хәлгә нисек шулай тыныс ҡарап булалыр, аңлай алмайым, тип эстән ғәжәпләнә Ғәҙилә. Ҡапыл ул Сабирға күтәрелеп ҡараны, уның муйынында ялтыраған, үҙе бүләк иткән сылбырҙы күрҙе. Йөрәкһене ҡатын, йүгереп иркенлеккә, урман-тауҙарға сығып киткеһе, туйғанса илағыһы, йырлағыһы килде...
Ғәҙилә һынлы Ғәҙилә булһын да, нисек инде теләгенә ирешмәһен? Бала сағынан хатта берәй оҡшаған уйынсыҡты ла ҡулына төшөрмәй ҡалған кешеме ни ул? Иреште теләгенә Ғәҙилә! Берҙән-бер көндө Сабир, ғүмер иткән төйәген ҡалдырып, уға күсенде. Ғәҙилә тантана итте, күктең етенсе ҡатында итеп тойҙо үҙен: ғүмер урталығына яҡынлашып ҡына килгән мыҡты ир уныҡы, етеш тормош, дәрт-дарман - барыһы ла бар. Йәшә әйҙә рәхәтләнеп.
Ысынында ла рәхәт тормош ҡолас йәйҙе уларға. Сабирҙы таныштары аша төшөмлө генә эшкә урынлаштыра алды. Уныһын-быныһын алып-һатыу менән Ғәҙилә электән булаша ине. Был эште тағы ла киңәйтеп ебәрҙеләр. Кеҫә ҡалынайҙы. Ирҙең тәүге ғаиләһенән килгән иҫке машинаға йәне көйгән ҡатын өр-яңы авто алып ебәрҙе. Тормош, әйтерһең дә, Ғәҙилә өсөн тотошлайы менән байрамға әүерелде. Ҡасандыр тәрбиәгә бала алырға тип күңелендә йөрөткән уйы ла эҙһеҙ юҡҡа сыҡты. Ергә бер-бер артлы алмашынып килгән һандуғаслы йәйҙәрҙе, ҡыштар хозурлығын, яҙҙарҙың йәмен, көҙҙәрҙең һылыулығын парлашып бергә тойҙолар, бергә һоҡландылар. Матур кейенеп, ҡунаҡҡа йөрөнөләр, үҙҙәре саҡырҙылар. Йырланылар, бейенеләр, уйнап-көлдөләр...
Ә Хәлимә һуң? Ул нисек, тиһегеҙме? Ир бирмәк - йән бирмәк тигәндәй, әлбиттә, еңел булмағандыр. Бер генә килде Хәлимә. Балалары менән бергәләп килде. "Их, Ғәҙилә, хәлеңде беләм тигән булып, уҡыттың бит һин мине. Әхирәт, имеш..." - тип кенә әйтте лә, Сабирға әйләнеп тә ҡарамай ҡайтып китте.
Ваҡыт туҡтау белмәй алға елде. Кейәүҙәге өлкән ҡыҙҙың бәпестәре тыуғанын ишетһәләр ҙә, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙеләр. Бәләкәй ҡыҙ диплом алды, хеҙмәт юлын башлағас: " Атай, кейәүгә сығам, беҙҙең никахыбыҙға кил. Әгәр беҙҙе тормошоңдан бөтөнләй юйып ташламаған булһаң..." тип хат яҙҙы. Сабирҙың уйланып йөрөүен күреп, Ғәҙилә ҡырҡа һуҡты: "Барһаң, икәү бергә барабыҙ. Мин - һинең ҡатының!" - тине. Сабир өндәшмәне. Барманы. Ҡыҙын ғаиләле булыуы менән ҡотлауҙы кәрәкле тип һанаманымы, әллә атай һәм ир намыҫы етеңкерәмәй инеме? Кем белә...
Йылғыр йылдар шулай бер-бер артлы уҙҙылар ҙа уҙҙылар.
... Үкенескә ҡаршы, елеп үткән йылдарҙың эҙҙәре тороп ҡала шул. Улар һис йәлләмәй сәстәргә аҡ ҡарҙар һибә, маңлайға, шыма йөҙөңә тәрән бураҙналар һыҙа. Йөрәгеңде туҙҙыра, уйҙарыңды ҡартайта...
Йәшәйештең был кире ҡаҡҡыһыҙ ҡануны үҙ-үҙенә һәр ваҡыт ныҡ ышанған, көслө Ғәҙиләне лә урап үтмәне. Рөхсәт-маҙар һорап, ишек шаҡып тормай ғына шыуышып ҡартлыҡ килеп инде уның донъяһына. Билдәһеҙ һыҙланыуҙар, йоҡоһоҙлоҡ көндән-көн нығыраҡ йонсотто. Дауахана юлын тапау йышайҙы. Күҙ ҡарашын иркәләп ялтырашҡан гәлсәр вазаларҙы артҡараҡ этә биреп, дарыуҙар урын даулай башланы. Ләззәтле еҫтәре менән һушты алырлыҡ ҡыйбатлы хушбуйҙарҙың да кәрәге бөтә барҙы. Табиптар уға барлыҡ өмөттәрҙе селпәрәмә килтерерлек һәм үтә ҡаты, ҡотолғоһоҙ диагноз ҡуйҙы. Ни эшләргә?! Юҡ, юҡ, бирешмәҫкә, көрәшергә кәрәк! Сабир уны ҙур клиникаларға, билдәле белгестәргә ҡабат-ҡабат йөрөтөп ҡараны, үләндәр менән дауалаусылар, имселәр тураһында ишеткән һайын, уларға алып барҙы. Ғәҙиләнең хәле яҡшырманы. Киреһенсә, тормоштоң йәме, ҡыҙығы юғалды уның өсөн һәм алама сир һылыу ҡатынды ваҡытынан алда ҡартайтып, мыжыҡ, әсе телле кешегә әйләндерҙе. "Мин киткәс, кемгә ҡалыр донъям, байлығым? Сабирғамы? Хәлимәгә, уның ҡыҙҙарынамы? Нисек инде улай булырға тейеш!?" тигән уҫал уйҙар мейеһен бырауланы.
- Бар, ҡайт инде Хәлимәңә! Ул бит һап-һау хәҙер, йүгереп-атлап йөрөй тиҙәр хатта! Врач кейәүе шәп булғас, шулай инде! - тигән тоҙло-боросло һүҙҙәр яуҙы Сабир яғына.
Сабир түҙҙе, өндәшмәне. Хәйер, уға ғәйеп ташларлыҡ сәбәп юҡ та кеүек. Сабир уны ташлап китмәне. Шулай ҙа Ғәҙилә үҙенең күңелһеҙ, ҡараңғы уйҙары менән үҙен дә, Сабирҙы ла аяуһыҙ кимерҙе, уртаҡ тормошҡа йәлләмәйсә ағыу һипте. Өйҙә шатлыҡ юғалды, ҡояш һүнде. Ғәҙилә ун алты йыл элек Сабирҙы тәүләп күргән сағын, уның муйынына үҙенең алтын сылбыр элгән һау-сәләмәт, дәртле ваҡыттарын йышыраҡ иҫкә алды. Ул саҡтағы һәм хәҙерге Сабирҙы сағыштырып ҡараны. Йөҙөндә, күҙендә, бар булмышында нур уйнап торған ирҙән ябыҡ, арыған, йонсоу күләгә тороп ҡалыуын күреп ҡото осто. Һуҡыр булған түгелме Ғәҙилә Сабирҙы үҙенең бай, ҡупшы донъяһына бикләгәндә? Һуҡыр мөхәббәткә алданып, ситлектәге ҡош итеп тотҡан уны, иректән, уның үҙенә тәғәйен булған шатлыҡ-бәхеттән мәхрүм иткән! Ә алмашҡа нимә бирә алды икән һуң? Ике бөртөк ҡыҙын, ейәндәрен күрергә лә рөхсәт итмәне бит ул!
Их Ғәҙилә, Ғәҙилә. Ни өсөн кеше хаталарын шулай һуңлап ҡына, ғүмер сигенә еткәс кенә аңлай икән?
Уйҙарының осона сыға алмай аҙапланған Ғәҙилә ҡасандыр күргән төштө хәтерләне.
- Эй ҡыҙым, ҡыҙым, ниңә генә сит емешкә ҡул һондоң инде? Күҙеңде йәрәхәтләнең дә баһа, оҙаҡ әрнер инде был яраң... - Күҙенә сүп төшөрөп илаған Ғәҙиләне әсәһе шулай шелтәләгәйне. "Әсәкәйем, яраларым әрней шул, түҙерлек хәлдәрем ҡалманы..." Әсәһенең һынын, үҙенә төбәлгән ҡарашын йәне-тәне менән тойған Ғәҙилә ҡәҙерле кешеһенә һыйынып тынысланырға теләп күҙҙәрен йомдо.
Л. Ғәниева.
Читайте нас: