Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
27 Сентябрь 2020, 13:25

Көҙҙәремә инеп барам. . .

тип, ҡайғыра әсәйем. Ҡыҙ: - Ниндәй көҙ ти? Һин бит әле йәйҙәреңде йәйләйһең. . .

Көҙҙәремә инеп барам,
тип, ҡайғыра әсәйем.
Ҡыҙ:
- Ниндәй көҙ ти? Һин бит әле
йәйҙәреңде йәйләйһең.
Әсәй:
- Көҙөм, ҡыҙым, ғүмеремдең
алтын ғына мәлдәре,
әле йәшәй торған сағым
белеп кенә тәмдәрен.
Ҡыҙ:
- Эйе, әсәй, ә тормоштоң
тәмдәрен ҡасан беләң?
Әсәй:
- Ана, өҙөлә яп(ы)раҡ,
ҡалғанын һөйләп бирәм..
Тамсы-тамсы тама килә,
күл булыр ул тигәндәр,
тыныс күлгә әйләнгәнсе,
күпмеһен кисергәндәр.
"Мәскәү тиҙ төҙөлмәй"- тиҙәр,
аңласы шуны, ҡыҙым,
сабырлығыңды йәлләмә,
булмасы улай ҡыҙыу!
Артыҡ ышанып та барма,
дуҫ тигән һәр бәндәгә.
Һаулыҡ-байлығыңды һаҡла,
алыштырма тәңкәгә.
Бүлмә бер ҡасан кешене,
хәйерсегә һәм байға.
Ихлас, алсаҡ, мәрхәмәтле,
бул һәр бер туғаныңа.
Ҡыҙ:
- Аңланым, әсәй, төшөндөм,
тормош ҡағиҙәһенә.
Тал да бөгөлә-һығыла,
ел үтһә үҙәгенә.
Әсәй:
- Бар байлығың-туғандарың,
бар байлығың - беҙ, балам.
Бар тапҡан-таянғанымды
һеҙгә, тип, балам, бағам.
Ҡыҙ:
- Ҡар ҡатыш ямғыр тинеләр,
көндәр һыуытыр микән!?
Әсәй:
- Иң мөһиме, тормош күгең
ғүмер көҙөңдә лә шулай
ҡояшлы торһон икән!????
...Ҡояш кеүек йылытыусы
әсәйҙәр булһын икән,
балалар булһын икән!
Гөлфиә Ниғмәтуллина.
Читайте нас: