Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
22 Сентябрь 2020, 20:55

Күршеләр ниңә бәхетле?

Хикмәтле хикәйәт

Хикмәтле хикәйәт
Ике күрше йәшәгән. Берәүҙәре көн дә ирешә лә талаша, ти. Икенселәренең тауыш-тыны юҡ. Талашып йәшәгән ғаиләләге ирҙең ҡатыны күршеләренең бәхетенә аптырап ҡарай икән. Бер көндө ул үҙ иренә:
- Бар, ипләп кенә күҙәт әле. Улар нисек тыныс йәшәй икән?- тигән.
Ирекәй күршеләренең тәҙрә янына килгән дә күҙәтә башлай.
Был ваҡытта күршеһенең ҡатыны өй йыйыштырып йөрөй, ти. Вазаның саңын һөртөп торған ваҡытта икенсе бүлмәлә телефон шылтырай. Хужабикә һауытты өҫтәлдең ситенә генә ултырта ла сығып китә. Бүлмәгә ире инә лә, аңғармаҫтан вазаны төшөрөп вата.
- Әһә... - ти күҙәтеп тороусы ир. Үҙе башланасаҡ ыҙғышты күҙ алдына килтерә башлай.
Бүлмәгә яңынан ҡатын килеп инеп, иҙәндә ятҡан ярсыҡтарҙы күргәс:
- Ғәфү ит инде, ҡәҙерлем. Мин ғәйепле. Ситкә генә ултыртҡанмын шул.
- Юҡ, һөйөклөм! Бында мин ғәйепле.
- Юҡ, үҙем генә ғәйепле. Һин бит уны күрмәгәнһең.
- Ғәйепләмә үҙеңде, һөйөклөм! Мин ҡабаланып күрмәй ҡалдым. Ғәфү ит мине. Ярай инде, кил, үҙеңде бер ҡосаҡлайым...
Бындай хәлде көтмәгән күрше ирҙең йөрәге сәнсеп ҡуя. Бик күңелһеҙ генә өйөнә ҡайтып инә. Ҡатыны унан:
- Һин ниңәлер бик тиҙ...Шунан, белдеңме уларҙың серен?
- Эйе!
- Шунан, нисек?
-Уларҙа икеһе лә ғәйепле. Шуға күрә лә талашмайҙар... Ә бына беҙҙә һәр ваҡыт икебеҙ ҙә хаҡлы!