Элек ауылдан Баймаҡҡа барһаҡ, ундағы кешеләрҙең һаулыҡ һорашмауына аптыраған була инек. Хәҙер кешенән һаулыҡ һорашыу түгел, күп осраҡта күрмәй үтеп китәбеҙ. Әллә үҙебеҙ иғтибарһыҙға әйләндек, әллә әбейҙәр әйтмешләй, замана афәте инде.
Бер көн шулай Баймаҡта эштәремде теүәлләйем тип эләгә-йығыла сабып йөрөйөм. Сабып йөрөйөм тигәнемдә лә машина менән бит инде. Ойошманан-ойошмаға, магазиндан- магазинға йөрөй торғас, буйтым арытты. “Инде ошо "Складок"ка инәм дә ҡайтам”, - тигән ҡарарҙы нығытып, машинаны туҡталышҡа ҡуйҙым да, һәләтләп инеп киттем.
Ҡабаланып йөрөп кенә "эсписек"те теүәлләгәс, машинама йүнәлдем. Ишегендәге йоҙаҡҡа асҡысты тыҡһам, машинам бикһеҙ тора, имеш. Үҙемде эстән генә шелтәләп ебәреп, әйберҙәремде урынлаштыра башланым. Алғы пассажир урынына бер сумкамды ырғыттым. Артҡы ишекте асып, ҡалған пакеттарҙы һалайым тиһәм, саҡ артыма ҡолап китмәнем: ултырғыста ике шешә һыра ята... Бына, мәйтәм, ишегеңде бикләмәй йөрөһәң ошолай була инде ул! Береһе ҡабаланып яңылыш ырғытты инде, хәйерһеҙ. Хәҙер тор инде һыра хужаһы сыҡҡанын көтөп...
Алан-йолан ҡаранып, бер ни тиклем торғас, водитель урынына ултырып алдым, аяғымда үсем юҡ та баһа. Ултырып көтәйем әле тинем инде. Ултырғас, ҡулдар үҙҙәренең ҡалыплашып киткән эшен эшләй башланы. Асҡыс урынына тығылды... Тик, ни ғәләмәт, ул боролмай. Берҙе бороп ҡарайым, икене...юҡ инде бына! Был ни ғиллә, тип башымды артҡа бороп ҡараһам, теге ике шешә ята миңә “күҙ ҡыҫып”. Әйләнеп ҡараһам, алдағы машинаның артында тап минеке һымаҡ номер тора. Шул урында ҡылт итеп баш эшләп китте. Ҡорт саҡҡандай һикереп килеп сыҡтым машина эсенән. Тиҙ-тиҙ генә пакеттарымды йыйнаштырып алдым да, кеше - маҙар күреп ҡалмаҫ борон тип, үҙемдең машинама саптым. Ярай әле теге ике шешәнең хужаһы килеп сыҡҡансы һыпыртып өлгөрҙөм. Юғиһә, ғауға сығарыуы ла ихтимал бит. Ояты ни тора! Бына шулай хәҙер, сит кешенән һаулыҡ һорашыу түгел, үҙ машинабыҙҙы ла танымаҫ хәлгә еттек.
Ә һеҙҙең иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында ошондайыраҡ хәлдәргә тарығанығыҙ бармы, дуҫтар?
Баймаҡ районы Ярат ауылы.