Был хәлде әле лә көлөп хәтерләйем. Ул саҡта беҙ Өфө янында йәшәй инек. Мин бик ныҡ балырға тоторға яраттым, хәйер, хәҙер ҙә был шөғөлөмдө ташламаным. Төрлө ҡармаҡтар, балыҡ тотоу өсөн башҡа кәрәк-яраҡтарым менән ғорурландым. Уларҙы махсус магазиндарҙан да, интернет аша ла яҙҙыртып алдым. Минең әрмелә бергә хеҙмәт иткән иптәшем бар. “Гражданкаға” ҡайтҡас та беҙ уның менән аралашыуҙы дауам иттек, ҡатындарыбыҙ ҙа әхирәткә әүерелде. Тик дуҫымдың бер йәнде көйҙөргән ғәҙәте бар – ул шаяртырға ярата. Уйламаған ерҙән әллә ниҙәр килтереп сыға ала. Минең менән балыҡҡа йөрөһә лә, ул үҙе балыҡ тотмай, эргәмдә ял итеп йөрөй, усаҡ яға, бешерә. Унан икәүләшеп ултырып гәпләшеп, яңы тотолған балыҡтың һурпаһын эсеп рәхәтләнәбеҙ. “Ҡатыраҡ” эсемлекте лә онотмайбыҙ. Дуҫым бер көн балыҡ тоторға булып китте. Ғүмер буйы был шөғөлгә күңелен һалмаған кешенән ниндәй файҙа сыҡһынинде?! Ул минең иң ҡиммәтле ҡармағымды юҡҡа сығарҙы. Минең асыуланғанымды! Ә ул: “Белдем, ҡармаҡтарың һиңә бисәңдән дә ҡәҙерле”,-тип көлә етмәһә.
1 апрель алдынан минең кеҫә телефонына ла, өй телефонына ла шылтыратыуҙар башланды. Ҡармаҡ-ауҙарымды һатып алырға теләүселәрҙән. Аптырайым. Ҡатыным балыҡҡа йөрөгәнемде өнәп еткермәй, уның эшелер, тип уйлап ташлашып алдыҡ. Һөҙөмтәлә дуҫымдың бер реклама гәзитенә минең телефондарымды ҡуйып: “Бик арзан хаҡҡа ҡиммәтле ҡармаҡтар һ.б. һатыла. Ашығыс!” тип иғлан биргәне асыҡланды. Был туҡтауһыҙ шылтырауҙар айға яҡын дауам итте. Мин уның һайын дуҫымдан үс алыу теләге менән яндым. Тик нисек икәнлеген уйлап таба алманым. Бер көн бер уй башыма килде! Мин дә реклама гәзитенә “50-100 һумға эйәһеҙ бесәй-эттәрҙе һатып алам” тип иғлан бирҙем һәм дуҫымдың бар телефондарын ғына түгел, ә өйөнөң адресын да бирҙем. Улар ҡала ситендә ҙур, ике ҡатлы шәхси йортта йәшәй. Һәм дуҫым өсөн тамуҡ башланды! Көн-төн бесәй-эт тотҡан эскеселәр, асарбаҡтар бының өйөнә килә башлаған. Дуҫым ҡыуып ҡарай, тик тегеләр гәзиттәге иғланды болғап, китергә теләмәй, “исмаһам, бер яртылыҡ бир”,-тип ҡапҡаһын емереп алып баралар. Шулай уҡ дуҫыма туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар башлана: “Һеҙ ул бесәй-эттәрҙе нимә эшләтәһегеҙ? Әллә уларҙың тиреһен һыҙырып алаһығыҙмы? Әллә уларҙан бәлеш бешереп һатаһығыҙмы?!” Бер аҙна эсендә дуҫым йәшәгән йорттоң эргәһе эт-бесәй менән тула. Ошо хәлдән һуң ул башҡаса мине бер ҡасан да шаяртманы.