-1 °С
Болотло
«Бер йыл ярым элек Мишкә районы хакимиәтенән музейҙы ошо бинаға күсерергә рөхсәт һораныҡ, улар ҡаршы килмәне. Иң ҙур ярҙамды, әлбиттә, ауыл халҡы күрһәтте. Йәштәр төҙөлөш менән ярҙам итһә, өлкәндәр экспонаттар туплауҙа өлөш индерҙе. Бабичевтар нәҫеле бында ун туғыҙынсы быуат уртаһында төпләнгән. Беҙҙә, мәҫәлән, Шәйехзаданың бер туған һеңлеһе Фәсәхәт Бабичева төҙөгән шәжәрә һаҡлана. Ул боронғо ҡулъяҙма оҙаҡ йылдар дауамында яҙылған, ғәрәп графикаһында башланып, аҙаҡ кириллицаға күсә. Уға һәм яҡташ ғалимыбыҙ, шул уҡ нәҫел вәкиле Кирәй Мәргән туплаған материалдарға нигеҙләнеп, беҙ был ғаиләнең тулы шәжәрәһен төҙөп, тулыландырып киләбеҙ»,— Әлфиә Зарипова, Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Ш.Бабич музейы мөдире.
«Беҙ Дауыт улым менән Ҡыйғаҙытамаҡҡа тәүгә килдек. Мине иң һоҡландырған күренеш — халыҡтың бер шәхес тирәләй тупланғаны. Был ауылдың рухи терәге — Шәйехзада Бабич. Фәсәхәт апайыбыҙҙың шағир тураһында һөйләүҙәре иҫемдә. Ул саҡта, 70-се йылдарҙа, шағирҙың исеме әллә ни билдәле түгел ине, шуға минең хәтерҙә ул серле, һоҡландырғыс яҙмышлы шәхес булып ҡалды. Бөгөн килеп беҙ уның да, үҙебеҙҙең дә аҫаба ерҙе күреп, был тәрән тарихтың бәләкәй бер өлөшө булдыҡ»,— Рушана Бабич, Башҡортостандың халыҡ артисы.