Һаҡмар
-2 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
8 Июня 2020, 05:02
Шылтырат!
Баҡыйлыҡҡа күсһәләр ҙә, Беҙгә иң-иң яҡындар, Һаман уйҙа, күңелдәрҙә, Йөрәк түрендә улар.. . Фирүзә Абдуллинаның иҫ китмәле, тәрән мәғәнәле шиғырының дауамы беҙҙең сайтта. Ул 6 июндә бөтә республикала үткән үлгәндәрҙе иҫкә алыу көнөнә ауаздаш.
Добавить в предпочтительные источники Google
Шылтырат!
Баҡыйлыҡҡа күсһәләр ҙә,
Беҙгә иң-иң яҡындар,
Һаман уйҙа, күңелдәрҙә,
Йөрәк түрендә улар.
Бик һағынып киткән саҡта,
Телефон алып ҡулға,
Таныш һандарҙы йыям да...
Ултырам, батып уйға.
Шылтыратһам, теге остан
Яңғырамаҫ шат тауыш...
...Ялтырауыҡ был фанилыҡ,
Был фанилыҡ – алдауыс...
Һуң түгел бит! Был донъяла
Бар бит тағы яҡындар,
Телефонымда теҙелеп
Тора ҡәҙерле һандар.
Һин дә ал телефоныңды,
Шылтырат яҡыныңа!
Иламаҫ өсөн үкенеп
Донъя фанилығына.
23.10.18.
Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"