Ниңә Баймаҡ шулай йыраҡ икән?
(Юҡ, әйтмәйем күңел араһын).
Имләйем тип гел юлланыр инем
Йүг(е)рә, атлай барып етер инем
Был төбәктең ырыҫы һәм ҡото
Мәркәздәрҙән асыҡ күренә.
Осоп ҡына барып төшөр инем
Туған яғым тиеп бер өҙөлһәм,
Баймаҡ, тиеп күңел ашҡына!
(Э)ләгә- тәг(ә)рәй сығыр инем юлға,
Инәйҙәрҙән килһә бер хәбәр.
Уларҙың бит әйткәндәре – доға,
Йәйәүләп та барғым килә минең –
Мөхәмәтша ҡайтҡан бит йәйәү!
Уға һөйләгәнде һөйләһәләр,
Серен асһа сихри бер йәйләү!
Баймаҡтарға барып оҙаҡ торһам,
Башҡорт рухы бында урғыла ул,
Ошо ерҙән сыға моң, илһам!
Һәр төбәгең йәнгә яҡын, илем!
Төпкөлдәрҙә рухҡа сал ҡуна!
Милләтемдең йөрәк илһамы ла
Баш ҡаланан алыҫ һаҡлана.