Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
22 Апрель 2020, 21:50

Тәлмәрйен

Һәр кемебеҙ уҡырға тейешле риүәйәт.

Һәр кемебеҙ уҡырға тейешле риүәйәт
Бер көндө тәлмәрйендәр үҙ-ара ярышырға булған. Тау үренә беренсе булып менергә теләгәндәр байтаҡ ҡына йыйыла. Уларҙың һикерәңләп, бер-береһен уҙырға маташҡанынан ҡыҙыҡ табып көлөргә бик күп йәнлек тә килә.
Стартҡа команда бирелеү менән йәнлектәр эсен тотоп көлә башлай:
- Ҡарағыҙ, ҡарағыҙ, улар бит хәҙер ярты юлға ла етә алмаясаҡ, ҡолап төшөп бөтәләр!..
- Тауға менеү һеҙҙең өсөн түгел шул!...
- Был мәхлүктәр бер ҡасан да ҡаяға менеп етә алмаясаҡ!...
Үҙҙәрен мыҫҡыл итеүгә түҙә алмаған тәлмәрйендәр, хәлдәре бөтөп, бер-бер артлы түбән тәгәрәп төшөп бөтәләр. Араларында берәү генә тырышып-тырмашып теләгәненә ирешә.
Барыһы ла аптырауға ҡала: “Нисек инде бәләкәй генә йән эйәһе кескәй генә аяҡтары менән бейек тауға менә алды?!”
Төшкәс, тәлмәрйендәрҙең береһе уның янына бара ла: “Ҡая үренә менеү серең менән уртаҡлаш әле”, - тип үтенә.
Ә уның сере ябай ғына: тәлмәрйен һаңғырау була... Ул йәнлектәрҙең мыҫҡыллы һүҙҙәрен береһен дә ишетмәгән һәм барыр юлынан тайпылмаған.
Риүәйәттең хикмәте шунда: һинең үҙеңә булған ышанысыңды бөтөрөргә, юҡ итергә тырышҡан кешеләрҙе бер ҡасан да тыңлама! Улар һинең хыялыңды, шатлығыңды урлай!
(Лена Абдрахманова)
Читайте нас: