Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
15 Апрель 2020, 20:45

Икмәк ҡәҙере

Икмәк ҡәҙере бөткән ергә афәт һәм сир килә.

Икмәк ҡәҙере бөткән ергә афәт һәм сир килә.
Икмәк ашауҙан баш тартҡан һәм икмәккә иғтибар бөткән ергә. Бына шул ваҡыттар килеп етте, күрәһең.
Быуаттар төпкөлөнә бағайыҡ. Ҡасандыр, кешене, тап икмәк кеше итте. Әҙәм балаларының ҡиәфәте үҙгәрҙе. Йомшаҡ ризыҡ йөҙ һыҙаттарын йомшартты, яңаҡтар бәләкәйләнде, кеше йөҙө "кешесәрәккә" әйләнде, йөрәктәр йомшарҙы. Һәр ваҡыт үлтерергә, һунарға йөрөргә кәрәкмәне, ризыҡты ер эшкәртеп таба алды кеше. Икмәкле булыу сәбәпле, уйланырға, ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт барлыҡҡа килде. Мәҙәниәт тыуҙы. Икмәк булһа - йыр ҙа була, тигән һүҙҙәрҙе иҫләйбеҙ бит әле. Иген келәттәре кешелек донъяһына оло мөмкинлек - буш ваҡыт бирҙе. Ышаныс, өмөт уятты...
Икмәк - йәшәйештең иң оло байлыҡтарының береһе.
Баҡый замандан икмәк өйҙөң түрендә ятты - ул етеш тормошто, туҡлыҡты аңлатты. Хеҙмәт итеү һәм үҙ икмәгеңде үҫтереү - ул ойошҡанлыҡ, ул берҙәмлек. Өйөңдә икмәк бар икән, тимәк, Аллаһы Тәғәләнең фатихаһы бар.
Оҙон һәм, бигерәк тә, хәүефле юлға сыҡҡан кеше икмәк һынығын өйөндә ҡалдыра - был уның имен-аман йөрөүенә булышлыҡ итә, тигән һынамыш бар.
Икмәкте төшөңдә күрһәң, гел генә яҡшылыҡ булырын көтәһең.
Икмәктән туйып һикергән ергә бәхетһеҙлек килә, тиҙәр.
Хәҙер икмәкте табын түренә ҡуймаусылар бар. Икмәк ашамайым, тип маҡтаныусылар бар. Алыпһатар эшҡыуарҙар сифатһыҙ икмәк һатыуҙан тартынмай - кәрәкме, кәрәкмәйме, төрлө ашарға яраҡһыҙ "химияһын" ҡуша. Килем алабыҙ тип алдашыуға бара, икмәк һалыу ҡағиҙәләрен боҙа. Икмәктән туйыусылар һуҡрана: икмәк элеккесә тәмле түгел, икмәк ашап һимерәм, икмәк зарарлы...
Сәләмәтлегебеҙҙе һәм етеш тормошобоҙҙо һаҡлау өсөн икмәккә булған ихтирамды яңынан ҡайтарыу зарур.
Магазин икмәге оҡшамай икән - үҙебеҙ икмәк һалайыҡ.
Икмәктән оло булырға ярамай, икмәктең бер валсығын да иҙәнгә төшөрөргә ярамай - Аллаһы Тәғәлә башыңа һуғыр, тип өйрәтте бит беҙҙе атай - әсәйҙәребеҙ. Шул һүҙҙәрҙе онотоп ебәрҙекме?!
Икмәк ҡәҙерен беләйек, икмәкте ололайыҡ - ауыр ваҡыттарҙы үткәреп, яңынан бәрәкәт һәм етеш тормош булдыра алырбыҙ.
... Әсәй миңә ҡара икмәк сәйнәп,
Имеҙлеккә һалып биргән дә
Үҙе киткән ураҡ урырға.
Илағанмын, ләкин сыҙағанмын -
Икмәк менән була торорға.
Ҡара икмәк бәләкәйҙән таныш,
Беләм уның ҡиммәт икәнен.
Бер телеме өсөн кешеләрҙең
Таңға тиклем сират көткәнен.
Ҡара икмәк ҙур мәсьәлә булған:
Йөҙ грамлап уны бүлгәндәр,
Ҡош телендәй шул грамдар өсөн
Һуғышҡандар, хатта үлгәндәр…
Шул саҡтарҙы онотабыҙ, буғай,
Әйтерһең дә, күктән төшкәнбеҙ.
Беребеҙ ҙә күктән төшмәгәнбеҙ,
Ҡара икмәк ашап үҫкәнбеҙ.
Ул ваҡыттар мәңге кире ҡайтмаҫ,
Беҙ ашайбыҙ хәҙер ҡаласын,
Тик ҡаластың тәмен белер өсөн
Онотмайыҡ уның ҡараһын.
Онотмайыҡ йәйге селләләрҙә
Ең һыҙғанып кемдәр иккәнен,
Онотмайыҡ бәрәкәтле ерҙең,
Ҡара ерҙең ҡара икмәген!(Әнғәм Атнабаев).
"Хазина" төркөмө: https://vk.com/wall-173566611_1452
Читайте нас: