Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
7 Апрель 2020, 01:03

Ҡабат тыуып булмай

Ҡабат тыуып булмай, ғүмер берәү, Күберәге күптән үтелгән, Толом-толом үргән сәскәйҙәрем Күптән инде туҙған - һүтелгән. . . Фирүзә Абдуллинаның шиғырының дауамы беҙҙең сайтта.

Ҡабат тыуып булмай...
Ҡабат тыуып булмай, ғүмер берәү,
Күберәге күптән үтелгән,
Толом-толом үргән сәскәйҙәрем
Күптән инде туҙған - һүтелгән.
Һин әйт миңә матур һүҙҙәреңде,
Әйтер кешең барҙа йәлләмә!
Һары япраҡ ҡалыр үткәндәрҙән,
Бөгөнөбөҙ – сағыу гөлләмә!
Бөгөн йылмай күҙҙәремә ҡарап,
Бөгөн ярат, бөгөн ҡәҙерлә!
Берәй ҡасан бөгөн яратҡаның
Тороп ҡалыр бары хәтерҙә...
Бигерәк ҡыҫҡа кеше ғүмерҙәре,
Үкендереп үтер миҙгелдәр,
Йылы йәйҙәребеҙ йырлар ҙа бит,
Һалҡын, әсе була көҙ елдәр...
Йылмай әле күҙҙәремә ҡарап,
Хистәреңде, зинһар, ойотма,
Нисек яратаһың – әйт хәҙер үк,
Ҡабат тыуып булмай, онотма!
Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас: