Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
25 Март 2020, 00:45

Ваҡытым юҡ. . .

Ҡара уйҙар минең менән Бүлешмәгеҙ, Ғәйбәт һөйләр өсөн миңә Инешмәгеҙ. . . Фирүзә Абдуллинаның сираттағы шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Дауамы беҙҙең сайтта.

Ваҡытым юҡ.
Ҡара уйҙар минең менән
Бүлешмәгеҙ,
Ғәйбәт һөйләр өсөн миңә
Инешмәгеҙ.
Һағыш-ҡайғы менән килһәң,
Йыуатырмын,
Күңелеңдең болоттарын
Таратырмын.
Донъяларҙан әгәр арып,
Хәлдән тайһаң,
Йәшәү дәртең ҡабат ҡайтыр,
Ярҙам алһаң.
Шатлыҡ бүлешергә булһа-
Ишек асыҡ!
Шатланырмын һеҙҙең өсөн
Һеҙҙән дә ныҡ.
Кәңәш һорап килеүселәр
Түргә үтһен,
Мөмкин тиклем ярҙамыма
Өмөт итһен.
Ҡорот-баллап сәй эсербеҙ,
Кәңәшләшеп,
Хәсрәттәрҙе таратырбыҙ
Бергәләшеп.
Изге уйҙар уйлағанға
Күңелем туҡ.
…Этлек уйлап йөрөгәнгә –
Ваҡытым юҡ!
Автор: Фирүзә Абдуллина.