Һаҡмар
+23 °С
Дождь
Антитеррор
Әҙәби бит
1 Марта 2020, 12:05
Ҡышты оҙатам
Ябалаҡлап яуа мамыҡ ҡар,Бала-саға уйнай ҡар бәрешеп –Гөрләп тора сағыу тауыштар.Фируза Абдуллинаның иҫ киткес матур шиғырының дауамын сайтта уҡығыҙ.
Ҡышты оҙатам.
Бына бөгөн ҡыштың һуңғы көнө…
Ябалаҡлап яуа мамыҡ ҡар,
Бала-саға уйнай ҡар бәрешеп –
Гөрләп тора сағыу тауыштар.
Февраль тамам. Тик ҡыш алда әле:
Аҡман-тоҡман, йәнә “биш ҡунаҡ”,
Сыйырсыҡтар ҡайтыр буранлатып,
Бөтә донъя булыр аҡтан-аҡ!
Мин яратам ҡыштың саф һауаһын,
Ыжғыр бурандарын яратам…
…Әле бына тағы бер ҡышымды
Яҡын дуҫтай күреп оҙатам.
Һау бул, ҡышым! Һине ашыҡтырып,
Үксәләргә баҫып килә яҙ,
Сикәләрҙә ҡыш ҡырауы булһа,
Йөрәктәрҙә һаман тулы наҙ.
Ғүмеремдең бер өлөшөн ябып,
Күңелемде тағы илатам,
Килер яҙҙан йылы өмөт итеп,
Ҡыштың һуңғы көнөн оҙатам.
29.02.2016.
Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"