Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
3 Февраль 2020, 17:30

Башҡорт моңдарын тыңлап хайран ҡала

"...Һынамсыл ҡарашлы, ауыр кәүҙәле врач Фәтих Ишдәүләт улы янына килеп: “Егет кеше, хәлең хөрт, уң аяғыңды ҡырҡырға тура киләсәк, ныҡ бул,” – ти ҙә башҡа яралылар эргәһенә ашыға..."Таңһылыу Ғәйнуллинаның атаһы тураһындағы тулыраҡ иҫтәлектәр беҙҙең сайтта.

Баймаҡ районының иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында ултырған Өмөтбай ауылында тыуа Фәтих Ишдәүләт улы Ғәйнуллин. Бала сағында уҡ әрме сифатындағы хәрби хеҙмәт, һалдаттар тормошо менән ҡыҙыҡһына. 1939 - 1941 йылдарҙа әрме сафында һәм шул уҡ йылдарҙа Харьков ҡалаһында урынлашҡан хәрби училищелә уҡый. Һөнәре - элемтәсе. Һуғыштың башынан алып аҙағынаса яу яландарын үткән яугир булды ул. Ғүмеремдәге иң ҡәҙерле ир - егеттәрҙең береһе - атайым. Өлгөлө ғаилә башлығы, ысын яҡлаусы, һаҡлаусы, ҡалҡан булып торҙо. Әйтер һүҙем дә атайым тураһында булыр.

Тарихты онотма, бөгөнгөңдө уйла, баһала, киләсәккә өмөт ит. Шунда ғына кеше донъя матурлығын тойор”, - тигән атай һүҙҙәре күңелдә мәңгегә уйылып ҡалды. Хәйер, беҙ бала саҡта был һүҙҙәрҙең айышына ла, бәлки, тулыһынса төшөнөп бөтмәгәнбеҙҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтих Ишдәүләт улы Ғәйнуллин - ярты Европаны йәйәүләп, аяуһыҙ һуғыш яландарын урап ҡайтҡан яугир ине.

Үтә йомоҡ, ҡыҫҡа һүҙле кеше булһа ла, һирәкләп һуғыш хәтирәләренә бирелер ине… Бигерәк тә яуҙашы Хәйбулла ағай Иҫәнғолов менән тормош, йәшәйеш тураһында фекер алышҡан мәлдәрендә ике һалдаттың тәү тапҡыр утлы өйөрмәле алышҡа инеп нисек сирҡаныс алғандарын, артабан сынығып алғас дыуамалланып, тере немецте тотабыҙ тип, ғүмерҙәрен ҡыл өҫтөндә ҡалдырыуҙары тураһында көлөшә – көлөшә хәтерләүҙәрен ишетергә тура килде миңә.

Ҡот осҡос Сталинград һуғышының ҡыҙған сағы. Бомбалар гөрһөлдәй, снарядтар тирә - яҡтан ямғыр кеүек яуа башлағас, һалдаттар окоптарға йәшеренә. Йәшәү менән үлем аждаһалай алыша, хатта был ҡаты бәрелеш мәңге тынмаҫ төҫлө. Яҡты донъяның һуңғы минуттарын кисерәмдер, тигән уйҙарҙың ныҡлап оялаған мәлендә окопҡа һәр саҡ штабта ултырып етәкселек иткән урта йәштәрҙәге офицер ауа - һөрөнә килеп ҡолай. Шунда уҡ ул тубыҡланып, соҡорҙоң бер мөйөшөнә ҡарап суҡына - суҡына, Хоҙайға ялбара. Бер туҡтауһыҙ теҙеп теләк теләй. Шул саҡ егерме йәшлек Фәтих, был окопты суҡыныр өсөн ҡаҙманым бит, тип, осраҡлы күршеһенән күрмәксе, бала саҡтан таныш булған “Ихлас” сүрәһен уҡып, Хоҙайҙан егерме йыл ғүмер һорай. Ниһайәт, һуғыш яланы күпмегәлер тынып ҡалғандай була. Шул саҡта соҡор ҡунағы, өйәнәге тотопмо, тартышып ауырып китә. Тын алыуы ауырлаша, етмәһә, өҙлөкһөҙ һыу һорай. Һыу эҙләргә тип ер өҫтөнә аяҡ баҫҡан арала Фәтих Ғәйнуллин ҡаты яралана. Аңына килгәндә инде ул госпиталдә була. Аҡ ҡорма артында операция яһау, башҡа төрлө дауалау эштәре менән булыша медиктар. Һынамсыл ҡарашлы, ауыр кәүҙәле врач Фәтих Ишдәүләт улы янына килеп: “Егет кеше, хәлең хөрт, уң аяғыңды ҡырҡырға тура киләсәк, ныҡ бул,” – ти ҙә башҡа яралылар эргәһенә ашыға.

Йәшлек һәр заманда ла тәүәккәл. Тыуған ил өсөн, Сталин өсөн утлы дауылға индем. Һыңар аяҡ менән фашистарҙы өңөнә тиклем ҡыуып булмаҫ. Өйләнергә, йорт һалырға, балалар үҫтерергә кәрәк бит әле. Шул саҡ ошо госпиталдә ятҡан яҡташы, яуҙашы Хәйбулла ағай Иҫәнғолов яуҙашының уйын уҡығандай: ”Мә, Фәтих, немец аккордеоны, һыҙҙыр, башыңа, бәлки, берәй яҡты уй килер”, - ти. Йәш һалдат һаҡ ҡына ҡарауатҡа тороп ултыра. Ваҡытлыса һыҙлауы баҫылған аяҡтар хәрәкәтһеҙ. Һағышлы һәм моңло итеп “Сибай”, “Төйәләҫ”, “Илсе Ғайса”, “Буранбай”, “Урал” көйҙәрен уйнай. Палатала тынлыҡ ҡына түгел, һиллек урынлаша. Моң ағышы менән бергә хирург үҙе килә Фәтих Ғәйнуллин янына. “Егет, эс – бауырҙы айҡап - сайҡап сыҡтың. Умыртҡа һөйәге буйлап йүгерерлек көйҙәрҙе кем ижад иткән? Ҡайһы милләттәнһең? - тип һорай.
Яуап ҡыҫҡа - Уралда йәшәгән башҡорттар. Милләтем шул көйҙәре, йырҙары менән үлемһеҙ.

Уйламағанда, көтмәгәндә башҡорт моңо аша ҡарт хирург менән йәш һалдат араһында дуҫлыҡ күпере һалына. Аңлашалар. Ул Украинанан икән. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ғаиләһен юғалтҡан. Ҡайғыһын кешеләргә изгелек эшләп тарата. Ҡарт хирург ошо уҡ көндә, төнгә ҡаршы, тәжрибәлерәк коллегаһын саҡыртып, аяҡты ҡырҡмайынса, яуаплы операция яһай. Башланған эш уңышлы тамамлана, һауыҡҡан һалдатты кире яуға оҙатҡанда: “Улым, батырлыҡ эшләйем тип, ахмаҡланма, һәр ерҙә уяу бул! Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар”, - тип файҙалы кәңәштәрен биреп оҙатып ҡала хәрби врач. Шулай атайым яу яланының эҫеһен дә, һыуығын да елегенә үткәреп, һуғыш тамамланыу менән Сибайға ҡайтып төшә. Ҡала эсендә үҙ ҡулдары менән өс йорт һала, шул уҡ ваҡытта Сибайҙы төҙөүгә, төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә, Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була.

Фәтих Ишдәүләт улы ҡаты ауырып, һуңғы минуттары яҡынлашҡас, әсәйем Сәмсиямал Садик ҡыҙына васыят еткерә: “Мин Хоҙайҙан егерме йыл ғүмерҙе күп икән тип һорағайным. Теп – теүәл бирҙе. Дауамым - балаларым бар. Инде донъя һиңә ҡала, балаларҙы рәнйетмәй үҫтер” - тип, 46 йәшендә мәңгелеккә уҙҙы. Хәҙер инде әсәйем дә мәрхүмә. Ә уларҙың матур ғүмер өлгөһө, күңел йылыһы беҙҙе мәңге ҡурсалай кеүек.

Таңһылыу Ғәйнуллина,

Сибай ҡалаһы.

02.02. 2020.

Читайте нас: