Эй Хоҙайым, кеше көнлө итмә,
Дусар итмә йотом һыуҙарға.
Яндарыңда яҡын кешең булһын,
Мохтаж саҡта ҡулын һуҙарға.
Зар-интизар итмә берүк Хоҙай,
Яҡты йөҙгә, йылы һүҙҙәргә.
Сабырлыҡ бир, әгәр һынау бирһәң,
Эш бәхете бир һин, хәләл ризыҡ-
Үҙең эшләп тапҡан аш бит ул.
Кеше ҡулдарынан алған ризыҡ,
Тамағыңа торған таш бит ул.
Ҡара һалҡын , йәнде ялмап ала,
Көткән кешең әгәр килмәһә.
Күрмәмеш тә булып, юлдарыңда,
Кеше көнлө итмә, кеше хәлен,
Ҡәҙерһеҙләп, яман һүҙҙәр менән,
Эй Хоҙайым, хәтер ҡалдырырлыҡ,
Шарттарыңды берүк булдырма.
Изге итеп һаҡла күңелемде,
Көс бир миңә, үҙем ярҙам итәм,
Йылы һүҙем менән йылытам.
Ауыр саҡта яндарымда булған,
Дуҫ-туғандарымды онотмам.
(Гөлиә Мөкминова-Азаматова)