Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
2 Ғинуар 2020, 01:30

Мин балама бәхет теләнем

Һеҙҙең иғтибарға шул ҡәҙәр матур, ихлас яҙылған шиғыр тәҡдим итәбеҙ.

МИН БАЛАМА БӘХЕТ ТЕЛӘНЕМ
Таң атҡанда, ҡояш байышында
Мин балама бәхет теләнем.
Аптырама, ниңә балама ?-тип,
Һәр береһенә айырым теләгем.
Үҙ бәхете булһын һәр береһенә
Үҙ бәхете менән тыуғандыр.
Әсә өсөн бала бәхетенән
Ҙурыраҡ нәмә булмай торғандыр.
Йырак юлға сыҡһа, иҫән ҡайтһын
Әсә өсөн шуныһы ҡыуаныс.
Һөйөндөрөп беҙҙе йәшәһендәр,
Ҡартлыҡ көнгә булып, йыуаныс.
Аяҡтары менән йөрөһөн ерҙән
Күҙҙәре тик күрһен матурлыҡ.
Яңылыш юлдан берүк китә күрмә,
Эшлә ,балам, бары яҡшылыҡ.
Ҡулдар ҡосһон ғәзиз сабыйҡайын,
Йәне менән һөйһөн һөйгәнен.
Ишетергә яҙһын йомшаҡ итеп:
"Һағынып ҡайттым, Әсәй,- тигәнен.
Таң атҡанда, ҡояш байышында
Мин балама бәхет теләнем.
Йә бер Раббым, һиңә табынамын,
Ҡабул итсе ,Әсә теләген!
Гөлнара Әхмәтшина.
Читайте нас: