Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
13 Декабрь 2019, 14:00

Әсәйемдең киләсәккә еткерер һүҙе бар ине

Әсәйем бала сағыбыҙҙа халҡыбыҙҙың бик борондан килгән ғибрәтле әкиәтен һөйләгәйне. Бер ир ҡартайып, бәлйерәп бөткән әсәһен алама арбаға ултыртып, упҡынға ташламаҡ булып, юлға сыға. Йөк тартырға ярҙамлашыр тип, үҙенең кескәй улын да эйәртә. Арбаны этеп төшөрәм тигәндә генә малай атаһына: “Арбаны төшөрмәйек, өйгә алып ҡайтайыҡ”, - ти. Атаһының: “Нимәгә ул һиңә алама арба?” – тигән һорауына улы бик етди төҫ менән яуап бирә: “Үҙең ҡартайғас, өләсәйҙеке кеүек тештәрең төшөп бөткәс, мин һине был упҡынға нимә менән килтереп ташлайым һуң?”

Әсәйем бала сағыбыҙҙа халҡыбыҙҙың бик борондан килгән ғибрәтле әкиәтен һөйләгәйне. Бер ир ҡартайып, бәлйерәп бөткән әсәһен алама арбаға ултыртып, упҡынға ташламаҡ булып, юлға сыға. Йөк тартырға ярҙамлашыр тип, үҙенең кескәй улын да эйәртә. Арбаны этеп төшөрәм тигәндә генә малай атаһына: “Арбаны төшөрмәйек, өйгә алып ҡайтайыҡ”, - ти. Атаһының: “Нимәгә ул һиңә алама арба?” – тигән һорауына улы бик етди төҫ менән яуап бирә: “Үҙең ҡартайғас, өләсәйҙеке кеүек тештәрең төшөп бөткәс, мин һине был упҡынға нимә менән килтереп ташлайым һуң?”

Ошо ваҡиғаны яйы тура килгән һайын миҫал итеп һөйләр ине беҙгә әсәйем. Халыҡ педагогикаһына тартым әкиәт – миҫал барыбыҙға ла иҫкәртеү булып тормош юлынан әле лә оҙата килә. Әсәйемдең тәбиғи аҡылы киң һәм тәрән ине. Быуаттар буйы тупланып килгән ата–бабалар аҡылы һәм тормош тәжрибәһе булған халыҡ этикаһының яҙылмаған һабаҡтарын белде, ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларҙы алдан фаразланы – былар барыһы ла тәбиғи аҡылдың юғарылығын дәлилләй. Әсәйемдең малайҙары тормаған. Ҡустым тыуғас, ул үҙ балаһын тәҙрә аша һатып ала. Исемен дә есеменә тап килтереп ҡуша – Тимерйән. Аллаға шөкөр, ҡустым киленем Ғилминур Йыһанша ҡыҙы менән Әлиә һәм Лилиә исемле ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Әлиә юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы, Лилиә мәктәпте алтын миҙалға бөттө. Әйткәндәй, Әлиә лә, Лилиә бөгөн ике юғары белемгә эйә.

Ҡатын–ҡыҙ тыумышттан тәрбиәсе, тигәндәре дөрөҫтөр ул. Үҙенә генә хас донъяуи фәлсәфәһе – мәктәптән йорт ихатаһына ингәс тә фәҡәт башҡорт телендә аралашыу – тайпылышһыҙ үтәү закондарының береһе булды (ул йылдарҙа башҡорт теленә бөтөнләй әһәмиәт бирелмәне). Шәфкәт туташы булған һеңлем Айһылыу һәм уның тормош юлдашы подполковник Айрат Дәүләтбаев шул васыятҡа тоғро ҡалды. Улар ҙа рус һәм башҡорт телдәрендә бик яҡшы аралаша һәм яҙалар. Әсәйемдең: “Ирәндек башҡорттоҡо, ә башҡорт Ирәндектеке, яратыр төйәгебеҙ ҙә, ҡайтыр, китер еребеҙ ҙә ошо”, - тигән һүҙҙәрендә оло мәғәнә ята. Ә бит ул Сибайҙа тыуған, Сибай ерлегенең шифалы һыуын эсеп, хуш еҫле туғайҙарын гиҙеп, иҫ киткес ҡобайырҙарын тыңлап үҫкән кеше. Башҡорт халыҡ йырҙары “Төйәләҫ”, “Сыбай ҡашҡа”ны йырлаһа, моң әҙәми заттан түгел, ә йыһандың үҙенән ағылған кеүек тойолор ине.
Хәтеремдә, ишек төбөндә ҡурсаҡ һымаҡ ап-аҡ усаҡ – мейес тандыр ғына гөлт–гөлт яна. Әсәй мейес аҡлай һәм эстән генә моңланып көй һуҙа. Үҙе иҫкәртеп ҡуя: “Беҙҙең нәҫелдең ҡатын–ҡыҙҙарына моңланып кәй күтәрергә ярамай, үҙебеҙҙең шәхси билдә – ырым шулай…” Эйе, өләсәйемдән һәм уның ут күршеһе Әминә инәйҙән дә ишеткәнем бар ине ул хәбәрҙе. Элегерәк “беҙҙекеләргә” ярамай тиһәләр, көлә инем, ә хәҙер уларҙың йәшәү фәлсәфәһен аңлар йәштәмен. Уйым йыш ҡына әсәйем менән һөйләшкән мәлдәргә алып ҡайта. Ҡайһы бер ваҡиғаларҙы яңынан кисерәм. Ул иҫ китмәле һылыу ине. Хатта улай тип әйтеүе лә бик үҡ дөрөҫ булмаҫ - һылыуҙарҙың һылыуы. Әйтерһең дә, уны мәшһүр скульптор – дизайнер ижад иткән, мөһим түгелдәрен юнып төшөргән, нәфислекте, гүзәллекте бер үҙенә тау–тау өйгән. Был минең генә фекерем түгел, ә күптәрҙеке… Яҡты ҡояш шикелле тирә-йүнгә нур балҡытты: диңгеҙҙәй ҙур сөм ҡара күҙҙәр, ҡарлуғас ҡанаттары һымаҡ оҙон ҡыйғас ҡаштар, алһыланып торған ап–аҡ йөҙ, ҡап–ҡара оҙон сәс толомдары, ынйы тештәр - былар барыһы ла тәбиғәт мөғжизәһе. Беҙ, өс ҡыҙы, беребеҙ ҙә уға оҡшамағанбыҙ, тик иң кесе һеңлем Римма әсәйемдең яҙмышын тулыһынса ҡабатланы. Аллаға шөкөр, уның да өс ҡыҙы, ике малайы бар. Тормошонан ҡәнәғәт, балалары менән бәхетле.

Һылыулыҡ менән һыу буйлап булмай, тиһәләр ҙә, ысын, саф матурлыҡтың баһаһы юҡ түгел: кемдәрҙе генә теҙләндермәгән дә, кемдәрҙе генә әсир итмәгән ул. 25 йәшлек Фәтих Ишдәүләт улы Ғәйнуллин һуғыштан ҡайтып барышлай Сибайҙа скрипкасы Ласынов тигән кешеләрҙә хәл алырға туҡтай. Ул хәҙерге билдәле актриса Эльвира Юнусованың олатаһы. Хужа мәжлес ҡороп ебәрә. Йәш Фәтих скрипкала уйнай, моңло итеп йырлай. Һары бал менән һыйланып, ҡыҙып алған ҡунаҡтар, моң тәъҫире аҫтында, яу яландарынан әйләнеп ҡайтмаған уландарын, туғандарын иҫкә төшөрөп, күҙҙәренә йәш ала. Уларҙың болоҡһоуҙарын туҡтатыу ниәтендә йәш һалдат дәртле бейеү көйҙәрен һуҙа. Халыҡ күңел аса, туйғансы бейей. Гармунсы бер аҙ хәл алғас, тулған ай яҡтыһын иптәш итеп, йәйәүләп юлға сыға. Баймаҡ юлына ла төшөп өлгөрмәй, бер төркөм Түбәнге Сибай егеттәре уны ҡыуып етеп:” Бигерәк хәтәр уйнайһың гармунда, бер көнгә ярыш юҡ, бер төнгә ҡал, үҙебеҙ ат егеп, Баймаҡҡа тиклем оҙатып ҡуйырбыҙ”, - тип үтенә. Егет ҡала. Түбәнге ауыл өҫтөнән берсә һағышлы, берсә моңло, берсә дәртле көйҙәр ағыла. Киске уйында тәү тапҡыр Сәмсиямалды күреп егет хайран ҡала. Ауыл егеттәре ҡунаҡтың уйын һиҙеп ҡалып, шул уҡ төндә уны Баймаҡҡа тиклем оҙатып ҡуя. Ҡайтҡас, ил йортто ҡыуандырып, ир–уҙамандар менән кәңәш–төңәш итә. Ирәндеген, Талҡаҫын, Һаҡмарын данлап, еренә ерегеп, мал табыр өсөн ҡайтҡайны бит тыуған яғына. Ете йыл буйы Нәсимә тип утҡа–һыуға инде, һөйгәне өҙөлөп тора, әсәһе лә ни алып, ни бирергә белмәй, ҡыуанысы сиктән ашҡан. Барыһы ла ул теләгәнсә. Эйе, эйе ут эсендә үлем менән алышҡанда Нәсимәне генә уйланы. Шул уйҙарҙан ләззәт табып, ярты Европаны йәйәү урап ҡайтты бит… Ә бөгөн хис–тойғолар селпәрәмә килде, ҡараштар үҙгәрҙе. Нишләп былай булып сыҡты һуң әле был тормош тәгәнең, яҙмыш шаярыуымы? Кем ғәйепле? Күҙ алдында Сәмсиямал балҡып тик тора: һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә. …Нәсимә йәл… Нимә эшләргә? Уйлана торғас, бер ҡарарға килә: дөрөҫөн әйтергә лә, Сибайға юлланырға. Яугир егет шулай эшләй ҙә. Фәтих менән Сәмсиямал өйләнешә. Бибиямал ҡартәсәйем йәштәргә фатихаһын бирмәй, хатта улының туйына ла килмәй ул. Шуға ҡарамаҫтан, Фәтих кәләшен ауылға алып ҡайта. Йәш килендең ауылға килеп төшөүе үҙе бер оло ваҡиғаға әүрелә. Башта уның матурлығын күреп хайран ҡалалар, “Фәрештә килен” ҡушаматы тағалар. Ә аҙаҡ “уңған фәрештә” тип йөрөтәләр. Ул заманда Түбә ауылы гөрләп тора: эше лә, ашы ла була, тик халыҡ эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерә. Һыуҙы көйәнтәләп өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Сапсалдан ташыйҙар. Килен һыу башлағанда, бөтә Түбә халҡы эйәреп бара. Сапсалдан әйләнеп ҡайтҡанда, килендең күнәктәрен ауыл халҡы сиратлап күтәрә.

Әсәйемдең һәр эште башҡарыу ғәҙәте күркәм ине. Имеш, бөтә нәмәнең үҙ ҡото бар, уны өркөтөргә ярамай: изге ниәттә, яҡшы уйҙа булыу - эштең төп талабы. Мәҫәлән, ҡамыр баҫҡанда, икмәк һалғанда, Хоҙайға һыйынып, балаларым, килгән – киткәндәрем менән имен–һау ашарға, матур мөнәсәбәттә булырға яҙһын, тип теләп, беҙгә икмәк бешкәнсе тыныс, матур йөрөгөҙ, артыҡ һүҙҙәр һөйләмәгеҙ, мейестәге икмәк һүҙҙәргә әһәмиәт биреүсән ул, тип, ашап туйғыһыҙ икмәк бешергәне әле лә иҫтә.

Ә инде мал ҡарауы, бигерәк тә һыйыр һауыуы – үҙе бер мәктәп. Уныңса, һыйыр малы - изге йән: әрләргә лә, һуғырға ла ярамай, сөнки ул кеше организымына бик күп мәғлүмәт алып килә, аҡлыҡ, паклыҡ йөрөтә. Һыйыр һауғанда малынан фатиха һорай, артабан эште Хоҙайға тапшырып, сафлыҡҡа, һаулыҡҡа, тәүфиҡҡа һәм башҡа изге ғәмәлдәрҙе теҙеп, тәсбих төймәләрен тартҡандай дауам итеп алып китер ине. Беҙҙе лә шулай өйрәтте. Аҡсаның күп булыуы түгел, ә бәрәкәт ҡағиҙәһен белеү уңышҡа алып киләсәген кесе йәштән белеп үҫтек.

Әсәйебеҙҙең, ике донъяның да рәхәтен күрер өсөн фанилыҡтың ҡәҙерен белергә, иң мөһиме - саманан тыш һаран булмаҫҡа, тигән тәғлимәтен көндәлек тормош раҫланы. Күршебеҙҙең ҡыҙы ситкә сығып китеп, урыҫ егете эйәртеп ҡайтты. Шуны ишетеп, әсәйем ике тауығын һуйҙырып, таҙалап, бер йомғаҡ май, бер баш ҡорот индереп бирҙе. Мал аҫрау түгел, хатта тауыҡ та тотмоған күршеләр өсөн әсәйемдең күстәнәстәре өҫтәлдәренә ҡот булып ҡунғандыр. Ер аяғы ер башынан килгән кейәү бала башҡорттарҙың мул йәшәгәнен күреп китер, йәнәһе… Шулай, эше барҙың - ашы бар. Юҡҡа ғына “фәрештә – килен”, “уңған – килен” исемен алмағандыр бит. Мәңгелеккә күсер алдынан, бөтәбеҙҙе лә йыйып алды ла: “Бер–берегеҙгә терәк, таяныс, йыуаныс булығыҙ. Яҡшы һүҙ ҡанға яҙыла, яман һүҙ ташҡа яҙыла. Бер–берегеҙ өсөн күңелегеҙ йырлап торһон. Береһенән-береһе матур, мөхәббәтле балаларым булғанына сикһеҙ рәхмәтлемен Хоҙайыма”, - тине.

Шул саҡ, ирекһеҙҙән, ҡасандыр үҙе һөйләгән әкиәттәге ҡартайып, кәре бөткән, алама арбала ултырыусы ҡарсыҡ иҫкә төштө. Юҡ, әсәйем һаман да күркәм, һаман да һылыу ине. Ошо минуттарҙа уны кем күрһә лә, ҡайһылай матур, тиер ине, моғайын. Ғәзизебеҙ һуңғы минуттарына тиклем һәр беребеҙҙең ҡәҙер–хөрмәтенә, ҡурсаулы иғтибарына төрөнөп баҡыйлыҡҡа уҙҙы. Йәне йәннәттә булһын!

ТАҢҺЫЛЫУ ҒӘЙНУЛЛИНА.

Читайте нас: