Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
5 Декабрь 2018, 16:51

Яҡтылыҡҡа сорнай әҫәрҙәре

Тик бына... ниндәйҙер сәйер тойғо биләп алды күңелде. Һыуһап йөрөгән саҡта сылтырап аҡҡан шишмә янына барып сыҡҡандай тойҙом үҙемде. Китап авторы Гөлгенә Ниәтшина Икенсе Этҡол ауылынан. 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған уҡытыусы. Уның менән булған әңгәмәбеҙ тормош, йәшәйеш тураһында булды.

Интернет селтәрендәге бөтмәҫ “аҡыллы кәңәштәр” башта ҡыҙыҡ һымаҡ тойолһа ла, ялҡытып ебәргәндәй булды. Күңел ниндәйҙер яңылыҡ көтә төҫлө. Шулай, уйламағанда, ҡулыма Гөлгенә Ниәтшина-Ситдыҡованың “Яҡтылыҡҡа сорналған ғүмер” исемле китабы килеп юлыҡты. “Ярай, уҡырмын әле, берәй бушағанда”, -- тип уны ситкә һалып ҡуйҙым. Ваҡыт тиҙ үтә, “берәй ваҡыт” тигәнемә лә бихисап көндәр үтеп киткән. Туҡта әле, тип, ҡулыма был китапты алдым. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына һүҙҙәр, араһында руссаһы ла осрап ҡуя. Тик бына... ниндәйҙер сәйер тойғо биләп алды күңелде. Һыуһап йөрөгән саҡта сылтырап аҡҡан шишмә янына барып сыҡҡандай тойҙом үҙемде. Китап авторы Гөлгенә Ниәтшина Икенсе Этҡол ауылынан. 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған уҡытыусы. Уның менән булған әңгәмәбеҙ тормош, йәшәйеш тураһында булды.
– Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына, әммә тәрән мәғәнә һалынған китап. Ундағы халыҡ әйтемдәренең йәтеш итеп ҡулланылыуы...
– Бының өсөн әсәйемә рәхмәтлемен. Тиҙҙән уға 95 йәш тула. Торғаны менән бер энциклопедия. Һәр һөйләменә мәҡәлдәр ҡушып һөйләй. Бала саҡтан ошолар мейегә һеңеп ҡалғандыр инде. Күп кенә хикәйәләремдә тап уның һөйләмдәрен ҡулландым. Был китабыма 16 хикәйә инде, бишәүһе инмәй ҡалды. Әсәйем ҡапыл ауырып китте. Китабымды ҡулына алһа, һауығыр төҫлө тойолдо. Шуға ла ашығып яҙҙым. Әсәйемә тиҙерәк күрһәтергә ашыҡтым.
– Китап ни өсөн “Яҡтылыҡҡа сорналған ғүмер” тип атала?
– “Яҡтылыҡҡа сорналған ғүмер” – ул әсәйҙең, атайҙың тормош юлы. Беҙ, барыбыҙ ҙа, атай-әсәйгә бурыслы булып ҡала торған кешеләр. Атайым ғүмерҙә лә әсәйемде ҡыйырһытманы, хатта тырнағы менән дә сиртмәне, ауыр һүҙ ҙә әйтмәне. Бала саҡ шулай яҡты, йылы булып хәтерҙә ҡалған. Тап атайымдан тормошто яратырға, һәр саҡ көр кәйеф менән йөрөргә өйрәндем.
– Һөнәрегеҙ буйынса һеҙ рус теле уҡытыусыһы...
– Эйе, рус теле уҡытыусыһымын. Бер көн дә башҡортса уҡығаным булманы. Рус класында белем алдым, артабан балаларға рус теле серҙәрен өйрәттем. Ошолай башҡорт телендә китап яҙырмын, тип башыма ла инеп сыҡманы. Әммә был һәләтте биргән өсөн Хоҙайыма көн дә мең-мең рәхмәттәр уҡыйым.
– Әҫәрҙәргә ҡарағанда һис кенә лә башҡорт телендә бер көн дә уҡымаған кешене хәтерләтмәйһегеҙ...
– Рәхмәт. ысынында иһә минең әҙәбиәткә килеүемә ҡәйнәм сәбәпсе булды. Мин үҙем ҡәйнә менән 18 йыл бергә йәшәгән килен. Зәкиә Рәхмәт ҡыҙы Ҡотлоғужина география уҡытыусыһы ине. Уҡыусылары араһында бөйөк кешеләр ҙә бар. 90 йәшлек юбилейын клубта үткәрергә йыйыналар ине. Бергә йәшәгән килене булараҡ сәхнәгә күтәрелеп, башҡорт ауылында саф башҡортса ҡотлағым килде. Ни эшләргә? Тексын ултырып яҙҙым. Бигерәк документаль килеп сыҡты, йәне юҡ кеүек тойолдо. Һыҙып ташланым, яңынан яҙҙым. Был юлы хикәйә кеүек булды. Төрлө сәбәптәр арҡылы ул сара үтмәй ҡалды. Әҙер тексымды бер аҙ үҙгәртеп, район гәзитенә алып барҙым. Баҫылып сыҡты. Шылтыратыуҙар күп булды. Һәр ҡайһыһы маҡтаны. Күңелемә рәхәт булып китте. Әсәйем тураһында ла яҙып сығарырға ҡарар иттем.
– Тимәк, “Һаҡмар” менән хеҙмәттәшлек ептәре тап ошонан башланды инде...
– “Һаҡмар”ға килгәс, мин Гүзәл Салауат ҡыҙы Иҫәнгилдина менән күрештем. Башҡорт телендә шул тиклем матур һөйләшеүенә, башҡаларға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыуына һоҡландым. Үҙемдең дә уның кеүек һөйләшкем килде. “Фекерегеҙ бар, яҙа алаһығыҙ!” – тигән һүҙҙәре ҡанатландырып ебәрҙе. Сираттағы хикәйәмде яҙып, редакцияға юлландым. “Хаталарығыҙ юҡ икән, һис үҙгәртмәй баҫтырҙым. Гөлгенә апай, яҙығыҙ. Бәләкәй генә күренештәргә иғтибар итегеҙ”, – тине миңә Гүзәл Салауат ҡыҙы. “Һүҙ ҡанат та бирә, һүҙ ҡанат та ҡайыра”, ти халыҡ мәҡәле. Ошо бер маҡтау ҡанатландырып ебәрҙе. Тап ошо көн минең тормошомдо селпәрәмә килтерҙе. Башта сыуалған мең төрлө уйҙар тынғы бирмәне, тиҙерәк ҡағыҙға төшөрөп ҡалырға ашыҡтым. Өй эштәре ваҡ мәшәҡәт кеүек тойолдо. Ҡуйын дәфтәрем һәр саҡ янымда йөрөй, башҡа ингән һәр фекерҙе теркәп барам. Тормош үҙе ебәргән уҡытыусым булыуына сикһеҙ ҡыуандым. Алға маҡсат ҡуйып йәшәй башланым. Китап сығарыуҙа ла тап ул ярҙам итте. Бының өсөн минең рәхмәтем сикһеҙ. Башҡорт телен ныҡлап өйрәнә башланым. Коллегам Рәйсә Иҫәнбаеваға мөрәжәғәт иттем. Уға рәхмәтлемен, һөйләмдәрҙе үҙгәртеп яҙырға өйрәтте.
– Уҡытыусыларҙан уңдығыҙ инде.
– Уңдым. Ғөмүмән мин бик бәхетле кешемен. Тотош тормошомдан, юлымда осраған кешеләрҙән, уҡыусыларымдан уңдым. Яңы тыуған әҫәремде тәү башлап тормош иптәшем Азат Сәйет улы менән балаларыма уҡытам. Йә маҡтайҙар, йә үҙгәртеп яҙырға кәңәш итәләр. Ошо үҙе үк бәхет түгелме ни!
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Тормошта һеҙҙең кеүек кешеләр күберәк булһа ине. Ижади уңыштар, яңынан-яңы әҫәрҙәр теләп ҡалам.
Эльмира Кейекҡужина әңгәмәләште.
Читайте нас: