“Минең хәҙер үҙ көйөм, үҙ моңом. Тирә-яҡҡа ҡарарға, кемдеңдер артынан эйәрергә ваҡытым юҡ, үҙемдең ғүмерҙе матур, иҫтә ҡалырлыҡ итеп йәшәгем килә. Башҡалар менән бер арбаға менеп ултырһам, улар һуҙған ғына йырға ҡушылһам, бөтәһе лә боролған яҡҡа әйләнеп, барыһы менән бергә аһ- уһ килһәм, ситкә ҡарарға бүтәндәрҙең ҡарашынан, ни әйтеренән ҡурҡһам, тормоштоң ҡыҙығы ҡалмаҫ төҫлө. Ә тормош шундай матур һәм һәр көнөм көтөлмәгәнлек менән тулы, барыһын да ҡабул итеп өлгөрөргә генә кәрәк”, – тип яҙа Гөлнара Дамир ҡыҙы Мостафина үҙенең “Китһәм дә мин, йырым ҡалыр...” тигән повесында.
Бына ошондай матур, кешенең күңелен үҫтерерлек һүҙҙәр, өс китап авторы, журналист, Рәсәй журналистар, Башҡортостан яҙыусылар берлеге ағзаһы, яҡташыбыҙ Билал ауылы ҡыҙы Гөлнара Мостафина 45 йәшен билдәләне. Мәктәп йылдарында уҡ мәҡәләләре, хикәйәләре ваҡытлы матбуғат биттәрендә донъя күргән яҡташыбыҙ БДу-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлай. Балалар баҡсаһында эшләй, артабан йәштәр журналы “Шоңҡар”ҙа дауам итә. Балалар өсөн китаптарҙың әҙ булыуы ҡулына ҡәләм алырға, кескәйҙәр өсөн әҫәрҙәр ижад итеүгә булышлыҡ иткәндер ҙә. Тәүге китабы “Һағыҙаҡ балы”н китап уҡыусылар бик яратып ҡабул итте. Ауыл китапханасыһы булып эшләү дәүерендә ошо китап буйынса китапхана дәрестәре, кисәләр үткәрҙем. Мажаралы, мауыҡтырғыс был әҫәрҙе балалар сират менән яратып уҡыны.
“Таш келәттең сере” китабы урта һәм өлкән йәштәге балаларға тәғәйенләнгән. Повесты балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә яратып ҡабул итте, әҫәр бер тынала уҡыла. Детектив әҫәрҙәрҙең балалар өсөн бөтөнләй тиерлек булмауы уны уҡымлы итә. “Искәндәр кисергәндәр” – яҙыусының өсөнсө китабы. Туған телдәге китаптарҙы уҡыу баланың киләсәгенә, аң-белем донъяһына нигеҙ һалыуҙыр ул. Юғары кимәлдә ижад ителгән, балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрҙең мәктәп сәхнәләрендә сәхнәләштерелеүе, әҫәрҙәрҙең яратып уҡылыуы халыҡсан булыуы тураһында һөйләй.
Мостафинаның әҫәрҙәре ябай, ысын тормоштан алынған, бер тынала уҡыла. Ҡайһы берәүҙәр, балалар китап уҡымай тип әйтергә ярата. Ә мин киреһен әйтер инем: балалар китап уҡый, тик улар яратып уҡырлыҡ ябай, мауыҡтырғыс әҫәрҙәр Гөлнараныҡы кеүек күберәк булһын ине. Балалар менән бер рәттән өлкәндәр өсөн дә ижад ителгән “Ҡаяға һыйынған ҡайын”, “Китһәм дә мин, йырым ҡалыр” повестары ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫылып, уҡыусылар яратып ҡабул итте. 2015 йылда “Китап” нәшриәте йәш быуын проблемаларына арналған “Яңы офоҡтар” конкурсы үткәргәйне. Биш еңеүсе авторҙың повесть, хикәйәләре “Яңы офоҡтар” йыйынтығына индерелеп, яҡташыбыҙҙың “Китһәм дә мин, йырым ҡалыр” повесы донъя күрҙе. Әлеге ваҡытта Гөлнара Мостафина “Башҡортостан ҡыҙы” журналында әҙәбиәт бүлеген етәкләй һәм журналдың яуаплы сәркәтибе лә.
Шатлыҡ-көйөнөстәрҙе уртаҡлашыусы, әҫәрҙәренең тәүге тәнҡитселәре, тәүге хеҙмәтеңде аңлаусы һәм яҡлаусы кешеһе тормош юлдашы фларис улы менән өс ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Айырым бер йылылыҡ бөркөп торған яңы йортта, матур тәрбиә алған итәғәтле, яғымлы, изге күңелле балалар менән яҙмышынан уңған, тормоштарынан ҡәнәғәт булып ғүмер итә Мостафиндар.
Мәҡәләмде яҡташыма ижади уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләп уның һүҙҙәре менән тамамлағым килә. Күңелегеҙҙәге илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен!