Беҙгә яҙалар
3 Февраля , 11:46

Музей - үткән менән бөгөнгөнө бәйләүсе

Музей - үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Мерәҫ ауылындағы музейҙы тулыландырыуҙа ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ҙур өлөш индергән...

Мерәҫ ауылындағы музейҙы тарих уҡытыусыһы Ҡаһарманова Зәлифә Ишбулды ҡыҙы мәктәп музейында йыя башлай. Бөгөнгө көндә ул музей ауыл клубында урынлашҡан.
Бында тарихты бәйән иткән ҡағыҙҙар, шәжәрә ағасы бар. Ата-бабаларҙың тормош-көнкүреше хаҡында төрлө эш ҡоралдары, йорт кәрәк-яраҡтары, кейемдәр, һауыт-һаба мәғлүмәт еткерә. Ҡулдан һуғылған балаҫтар, сигелгән таҫтамал, селтәрҙәр - һәр береһе ҡиммәтле, һәр ҡайһыһының үҙ яҙмышы. Музейҙы тулыландырыуҙа ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары бик әүҙем ҡатнаша, әйберҙәр тапшыра.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәм ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән батыр ауылдаштарына арналған стендты ла айырыуса ҡәҙерләп һаҡлай Мерәҫтәр. Ул исемдәр мәңге хәтерҙә. Ғөмүмән, экспонаттарҙа оло быуын кешеләренең хәрби даны менән бергә хеҙмәт ҡаһарманлығы ла сағылыш таба.
Музейҙың милли йола, урындағы ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, быуындан-быуынға тапшырыу әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тыуған яҡты өйрәнеү һәм йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүсе, бөртөкләп йыйылған хазина ул. Ошо мираҫты һаҡлаусы, өйрәнеүсе, үткәндәрҙе хөрмәтләгән әүҙем ауылдаштарға ҙур рәхмәт!

Рафиға Ғазина, Мерәҫ ауылы китапханасыһы.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас