Татыу, матур йәшәгән күп балалы ғаиләләр һәр саҡ ихтирам һәм һоҡланыу тойғоһо уята. Районда ундай ғаиләләр бихисап.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Вәзимә менән Нурислам Хөсәйеновтарҙы ла беҙ өлгөлө, дәртле, тырыш ғаилә булараҡ беләбеҙ. Нурислам Сәит улы төҙөлөш эштәре менән булышһа, Вәзимә Рәфҡәт ҡыҙы 5-се мәктәп янындағы балалар баҡсаһында кескәй тәрбиәсе булып эшләй. Өлкән балалары үҙ ғаиләләре менән йәшәй. Кескәй Алтынай менән Аяна балалар баҡсаһына йөрөй. Балаларын һәр яҡлап үҫтерергә тырыша ата-әсә. «Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, балаларға милли ғөрөф-ғәҙәттәр, йолаларҙы өйрәтеү беҙҙең бурыс», - ти әсә.
Эйе, Хөсәйеновтарҙың дәртле, тырыш ғаиләһе балалар баҡсаһында үткән һәр сарала ғына түгел, район кимәлендәге конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Улар тарафынан ойошторолған «Шәжәрә ағасы» район конкурсында үҙҙәрен һынап ҡараны. Сығыштарын «Быуындар бәйләнеше» тип атаны һәм бик матур итеп йола күрһәттеләр. Унда 5 быуын ҡатнашты.
«Баланың балаһы балдан татлы», тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Бишенсе быуынын да күреү, уларҙы тупылдатып һөйә алыу менән бәхетле иң оло 93 йәшлек Зифа Рамаҙанова. Ул Күгиҙел ауылында йәшәй. «6 балам, 13 ейән-ейәнсәрем, 30 бүлә-бүләсәрем, 2 тыуа-тыуасам бар. Шуларға ҡарап, ҡыуанып ултырам, Аллаға шөкөр. Һау ғына булһындар», -тине ул. Һаҡмар ауылында йәшәүсе икенсе быуын - Нәсимә Замановаға 69 йәш булһа, уның ҡыҙы Вәзимә Хөсәйеноваға - 45, Нургөл Һиҙиәтуллинаға - 25, ә бишенсе быуын булған Айнагөл исемле бәләкәскә 1 йәш. Ҡатышып, аралашып, тормош көтөү тәжрибәләре менән уртаҡлашып, ҙур бер ғаилә булып матур йәшәй улар.
Конкурсҡа әҙерләгән видеола биш быуын бергәләп түшелдерек эшләү серҙәренә өйрәнде, Вәзимә Хөсәйенова ҡулдан-ҡулға тапшырылып килгән ҡомартҡы балаҫты киләһе быуын - ҡыҙы Нургөлгә тапшырҙы. «Был бик матур балаҫты беҙ ҙә ҡәҙерләп һаҡларбыҙ. Һәм мин дә уны, үҙ сиратымда, ҡыҙыма тапшырырмын», - тине һәм үҙе ижад иткән «Мин бәхетле» шиғырын да һөйләп ишеттерҙе.
Мин бәхетле был донъяла
Әсәкәйем, һин барҙа.
Икеләтә бәхетлемен
Янда өләсәй барҙа.
Уңғандарҙан уңған бит ул
Минең ғәзиз әсәйем.
Ауыр саҡта йүгереп йөрөй
Янымда өләсәйҙәрем.
Мин уларҙан өйрәнәмен
Бәйләү, аш-һыу серенә.
Сабыр ғына әйҙәй улар
Бөйөк тормош үренә.
Ҡул эштәренән һуң, ҡыҙҙар әсәләре, өләсәләре менән ағас формаһында эшләнгән шәжәрә ағасын өйрәнде, бергәләп ғаилә темаһына ҡағылышлы шиғырҙар һөйләне, йырланы. Шулай итеп, ҡыҫҡа ғына видеояҙма аша балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Аяна Хөсәйенова әсәһе һәм өс өләсәйле булыуы менән бәхетле булыуын еткерҙе. Был тема бик тә әһәмиәтле һәм фәһемле. Сөнки шәжәрәңде, ете быуыныңды белеү, уны киләсәктә балаларыңа еткереү - һәр кемдең изге бурысы.
Айгөл Әсәнова, 5-се мәктәптең балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.