Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
19 Декабрь 2023, 19:00

Бесәй мине ҡотҡарҙы

Ҡышҡы һыуыҡтар оҙаҡҡа һуҙылғас, күңелһеҙләнеп киттем. Берәй ҡайҙа барырға һыуыҡ, йә дуҫтар ҙа сығаһы килмәй. Аптырап ауырып ятҡан дуҫыма шылтыраттым. Ул да күңелһеҙләнеп ята икән. Мине саҡырғас, пакетка алма, мандарин ырғвттым да, шарфымды урап сығып йүгерҙем.Йәйәү китеп ултырған саҡта бер нимә сыйылдағанын ишеттем. Эскәмйә эргәһендә аҡ төҫтәге бер бесәй балаһын табып алдым мин. Кемдер сығарып ырғытҡан ахыры, тип бесәйҙе ҡуйыныма тыҡтым да ары йүгерҙем...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ҡышҡы һыуыҡтар оҙаҡҡа һуҙылғас, күңелһеҙләнеп киттем. Берәй ҡайҙа барырға һыуыҡ, йә дуҫтар ҙа сығаһы килмәй. Аптырап ауырып ятҡан дуҫыма шылтыраттым. Ул да күңелһеҙләнеп ята икән. Мине саҡырғас, пакетка алма, мандарин ырғвттым да, шарфымды урап сығып йүгерҙем.
Йәйәү китеп ултырған саҡта бер нимә сыйылдағанын ишеттем. Эскәмйә эргәһендә аҡ төҫтәге бер бесәй балаһын табып алдым мин. Кемдер сығарып ырғытҡан ахыры, тип бесәйҙе ҡуйыныма тыҡтым да ары йүгерҙем.
Инеү менән дуҫыма бесәйҙе тоттороп һөт эҙләй башланым. Икәуләшеп йомшаҡҡай менән мәз килгәндә, уны дуҫым үҙенә ҡалдырыуын һораны.
Ҡыш үтеп яҙ килде. Төндәрен туңдыра, көндөҙ иретә. Аяҡ аҫты тайғаҡ.
Шулай бер көн эштән ҡайтып килгәндә, табып алған бесәйемдең мыяулағанын ишетеп туҡтап ҡалдым. Йән-яғыма ҡаранып торған арала ғына, минең алдыма ғына өй башынан ҙур ғына боҙ киҫәге килеп төштө. Мин туҡтамаған булһам, Биллаһи, үлгән булыр инем.
Икенсе тапҡыр туҡталышта торам. Шул ваҡыт эргәлә генә мыяулаған тауыш ишетәм һәм боролһам, ҡыуаҡтар араһында бесәйем тора. Һин бында ҡайҙан килеп сыҡтың, тип эргәһенә барһам, туҡталышҡа ҙур тиҙлек менән машина килеп менде.
Шулай итеп бесәйем мине ике тапҡыр үлемдән ҡотҡарҙы.

Сығанаҡ: Сәйер донъя төркөмөнән алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: