Студент йылдарында булған был хәлде әле лә көлөп хәтерләйем. Ҡайһы саҡта уңайһыҙ ҙа булып китә. Әммә ошо аҙымым кемделер насар ғәҙәтенән мәңгелеккә арындырғандыр тип уйлайым.
Ике студент ғаиләһе бер фатирҙа йәшәйбеҙ. Кухня, ванна уртаҡ һәм һәр ғаиләгә айырым йоҡо бүлмәһе. Беҙ ирем менән икебеҙ ҙә студент. Ә таныш ҡыҙҙың ире эшләп йөрөй. Аҡса етмәй киткән саҡтар йыш булды, әммә тырышып-тырмашып йәшәп яттыҡ. Тегеләргә еңелерәк ине. Ни тиһәң дә ирҙең зарплата бар. Шулай ҙа был фатирҙаш ҡыҙ кухняла беҙҙең сәй-шәкәргә, ваннала һабын-порошокка тейә ине. Арзаныраҡҡа төшә тип ҙур ҡапсыҡта порошок ала инем. Теге тиҙ генә бөтә лә ҡуя. Шул мәл теге ҡыҙҙың туҡтауһыҙ кер йыуыуына иғтибар иттем. Барыһын да иремә һөйләп бирҙем. Йән көйә бит инде. Беҙҙең стипендия ғына, ә улар барыбер хәллерәк йәшәй. Ирем миңә бер аҡыл өйрәтте.
Шулай итеп кер порошогының бәләкәсерәген һатып алдым да, уның яртыһын үҙемә ҡапсыҡҡа бушаттым. Ә пачкалағы порошокка ҡып-ҡыҙыл Юпины өҫтәнем. Хәтерләйһегеҙме, элек шул юпиларҙы һыуға болғатып һут итеп эсә инек?
Был көндө теге ҡыҙ ҡысҡырып ебәрҙе. Янына сыҡһам, бер мәртәбә генә кейгән ап-аҡ кофтаһын йыуған. Һәм ғәҙәттәгесә минең порошокты сәлдергән. Һәм ап-аҡ ҡиммәтле кофта ҡурҡыныс ала-сола ҡыҙыл төҫкә ингән ине. Ошонан һуң ул минең менән башҡа һөйләшмәне. Әммә порошогыма тейеүҙән туҡтаны.
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.