Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
14 Ноябрь 2023, 14:00

Мин бәхетле

Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Бер ни тиклем барғайныҡ, ҡараһаҡ, ҡаршыбыҙҙа мөһабәт баһадир тора! - Ниндәй бейек, йыуан ҡарағас!- Иҫ-аҡылыбыҙ китеп ҡарап тора инек, эргәбеҙгә уҡыусымдың атаһы килде: - Был – тәбиғәт ҡомартҡыһы. Күрәһегеҙме, олоно, ана, күккә олғашҡан, йыуанлығы ун ике ҡолас. Был яҡтарҙа уны “Һылыу ҡарағас” тип атап йөрөтәләр. - Һылыу ҡарағас?! Үәт, уңдыҡ. Бына ниндәй икән ул һылыу ҡарағас! Олатайым гел уны маҡтап һөйләй торғайны.Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Мин бәхетле. Бынан бер нисә йыл элек, яҙғы йәмле көндәрҙең береһендә класымды Талҡаҫ күле буйына походҡа алып барыуым уҡыусыларымдың да, үҙемдең дә күңелемдә һис онотолмаҫ хәтирә булып һаҡлана. Талҡаҫ буйына беҙҙе машина менән алып барҙылар. Елдереп тиҙ үк барып та еттек. Бер өйгә урынлаштыҡ. Башта Иҫән ял йортон, күл буйҙарын байҡап сыҡтыҡ. Паходтың бөтә йәме-күрке ауылға кире ҡайтҡанда, Талҡаҫ күле тәңгәленән Ирәндеккә күтәрелеп, Ирәндектау аша йәйәүләп төшкәндә булғандыр. Тәбиғәттең сабый ғына сағы: күгәреп үләндәр сығып килә, ана, аҡланда шыйыҡ йәшел япраҡтарын болғап, ҡайындар тирбәлә, тәүге сәскәләр ҡояш нурына иркәләнеп йылмая, ҡымыҙлыҡ, йыуа, ҡуҙғалаҡ, балтырған бәпкәләре баш ҡалҡытҡан. Һигеҙ малай, ете ҡыҙ, бер уҡыусының беҙгә юл күрһәтеп, оҙатып барыусы атаһы Талҡаҫ күленең уң яҡ битләүенән, юлһыҙ-һуҡмаҡһыҙ ерҙән Ирәндек тауының текә, бейек бер түбәһенә үрмәләйбеҙ. Ҡайраҡ таштарға тотона-тотона бына Талҡаҫ күле тәңгәлендәге иң бейек түбәгә менеп еттек һәм әҙерәк хәл йыйыу өсөн ялға туҡталдыҡ. Ҡая таштарға ерегеп үҫкән ҡайындарға, ҡарағайҙарға хайран ҡалып ҡарап торған саҡта, тауҙар һиҫкәндереп яңғыраған бер сағыу тауыш барсабыҙҙы ғәжәп итте: - Әһе-һе-һе-й-й ...! Тауҙар! Ишетәһегеҙме!? Мин Күк Ирәндектең иң бейек ҡая ташында баҫып торам. Мин бәхетле! Ҡапыл бөтәбеҙгә лә шул тиклем күңелле булып китте - болот араһынан ҡояш балҡып сыҡтымы ни. “Мин бәхетле! Мин, Ирәндек башына менеп, Талҡаҫҡа ҡарап торам!”- тип, иптәшен хуплағандай, уйынлы-ысынлы өҫтәп ебәрҙе икенсе бала. Шул саҡ бөтәбеҙ әйләнеп күлгә ҡарайбыҙ. Аҫта, монарланып,ус төбөндәге талир тәңкә кеүек, гүзәллектә тиңдәше булмаған Талҡаҫ күле ялтырап ята. Бер килке һоҡланып уға ҡарап торҙоҡ. Ҡуҙғалып киттек. Ҡайҙа ҡарама – сабый йәшеллек. Ана, аҡ умырзаялар күңелдәрҙе наҙларға теләгәндәй, күҙҙәргә ҡарап иркә йылмая. Хозурлыҡтан ҡысҡырып йырлағы килә. - Мин бәхетле! Мин умырзаялар араһынан атлап барам!- тип баяғы шаяртыуҙы дауам итте бер ҡыҙ бала. Ҡапыл барыһының да: “Мин бәхетле!” тип әйткеһе килде. Һәр береһе бер яйын табып, ярыша-ярыша оҡшап ҡалған тылсымлы һүҙҙе ҡабатланы: - Мин бәхетле! Мин күбәләк күрҙем! - Мин бәхетле! Мин һары томбойоҡ сәскәһен йыйҙым! - Мин бәхетле! Мин ысыҡ ярып барам! Ысынлап та, ысыҡ бигерәк мул төшкәйне бөгөн. Ысыҡлы үлән атларға ҡамасаулай, тәндәрҙе ҡурыштыра. Әммә беҙ зарланмайбыҙ. Ысыҡтың мул төшөүе иген уңыуға, ти. Иген генә уңа күрһен, беҙ түҙербеҙ. Дымлы үләндәрҙе кисә-яра юлыбыҙҙы ырамлы ғына дауам иттерәбеҙ. - Мин бәхетле! Мин йыуа таптым! – тип һөрәнләне бер малай.- Килегеҙ бында! Бөтәбеҙ ҙә йыуалыҡҡа табан йүгерәбеҙ: - Инно-һо-һо-һо-һо-һо! Иҫке ауыҙға яңы аш! Бөтә ауырыу беҙҙән ҡас! – тип һамаҡлап, һутлы йомшаҡ йәш йыуаны әрсеп алып, шыртылдата сәйнәй ҙә башланыҡ. Балалар һиҙҙермәҫкә тырышһа ла яртылыҡ юлға еткәс (рюкзактар ҙа баҫалыр инде), арый башланы. Бер шуҡ малай: - Мин бәхетле, мин арыным, - тип мәрәкәләне. -Мин бәхетле, мин асыҡтым, - тип уйынсаланы икенсеһе. Балаларҙың тын алышын былай ҙа һиҙеп килгән атай кеше фарман бирҙе: - Привал! Походсы атай малайҙар менән усаҡ тоҡандырыу хәстәрлеген күрә башланы. Яҙғы еүеш сыбыҡ-сабыҡ тиҙ генә тоҡанырға йыйынмай. Ләкин тәжрибәле юл башлаусыбыҙ оҙаҡламай бер яйын табып, усаҡты дөрләтеп тә ебәрҙе. Костерҙың янып китеүе ҡыуаныслы хистәрҙе тағы дөрләтеп ебәрҙе. Уйынсыл балалар урман яңғыратты: - Беҙ бәхетле! Беҙ бәхетле! Беҙҙең усағыбыҙ тоҡанды! – Ут тоҡанғанды күреп ҡыуанған балаларҙың дәррәү тауышынан хатта уйсан тауҙар тертләп киткәндәй булды. Яҡында ғына Селтербей шишмәһе аға икән. - Ҡарағыҙ әле, таштарға бәрелә-һуғыла нисек ярһып аға, - тип сыр-сыулашты ҡыҙҙар һәм яҙғы шишмә һыуын сүмесләп ҡулаға тултырып, аҫҡаҡҡа элделәр. Тағанға аҫылған икенсе биҙрәлә аш бешәсәк. - Мин бәхетле! Изге Селтербей шишмәһенең һыуын эстем! - Эх, беҙ бәхетле! Сетербей һыуында аш бешерәбеҙ! – тип тәтелдәне бер күңелсәге. - Бына беҙ ҡыҙҙар менән үләндәр йыйырға тотондоҡ. Күптәре ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, кәзә һаҡалы, балтырған кеүек үләндәрҙе танымай ҙа икән. Балаларға был үләндәрҙең бик шифалы булыуы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында аслыҡтан ыҙалаған кешеләрҙе ошо үләндәр үлемдән ҡотҡарып ҡалыуы хаҡында һөйләп алдым. Йыйып килтергән үләндәрҙе турап, картуфы бешеп килгән ҡаҙанға төшөрөп ебәрәбеҙ. Тиҙ арала ҡыр ашы әҙер ҙә булды. Ер йылыһынан яралып, уның көс-ҡөҙрәтенән хасил булған шифалы үләндәр ашын ҡаймаҡлап, ҡатыҡлап ашайбыҙ. Их, тәмлелеге, телеңде йотороҡ! Ашап туйып алған балалар тағы теремекләнде. - Мин бәхетле! – тине береһе.- Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр үләндән бешерелгән аш ашап ултырам. - Мин бәхетле! Минең организмым витаминдарға байыҡты. - Мин бәхетле! Тамаҡ туйҙы, хәл инде. Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Бер ни тиклем барғайныҡ, ҡараһаҡ, ҡаршыбыҙҙа мөһабәт баһадир тора! - Ниндәй бейек, йыуан ҡарағас!- Иҫ-аҡылыбыҙ китеп ҡарап тора инек, эргәбеҙгә уҡыусымдың атаһы килде: - Был – тәбиғәт ҡомартҡыһы. Күрәһегеҙме, олоно, ана, күккә олғашҡан, йыуанлығы ун ике ҡолас. Был яҡтарҙа уны “Һылыу ҡарағас” тип атап йөрөтәләр. - Һылыу ҡарағас?! Үәт, уңдыҡ. Бына ниндәй икән ул һылыу ҡарағас! Олатайым гел уны маҡтап һөйләй торғайны. – Тирә-йүндә яҡшаты таралған, легендаға әүрелгән был данлыҡлы ағас тураһында ишетеп йөрөһәләр ҙә балаларҙың уны килеп күргәндәре булмаған икән. Бындай шатлыҡтан уларҙың түбәһе күккә тейгәндәй булды. Барыһы бергә зыҡ ҡубып, һамаҡларға тотондо: - Мин бәхетле! Мин бәхетле! Мин Һылыу ҡарағасты күрҙем! Мин бәхетле! Ҡәнәғәт тауыштар күктәргә олғашты ла, ҡайтауаз булып, кире үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтты. Үҙенән-үҙе Һылыу ҡарағас тирәләй йәнле уйын башланды. Тү-тү-түҙерлитә, риттә-риттә ритайым, Һоҡ теймәһен ҡарағасҡа Таҫма бәйләп китәйем. Күңел асып, танһыҡтарҙы ҡандырмай тороп, юлды дауам итеү мөмкин түгел ине. Балаларҙы Һылыу ҡарағас янынан алып китеп булмай ҙа ҡуя. Шул саҡ оҙатып йөрөүсебеҙҙең ҡәтғи тауышы яңғыраны: - Ҡараңғы төшкәнсе ҡайтып етергә кәрәк, йыйынығыҙ, балалар! Һылыу ҡарағасҡа яңынан биш йөҙ йыл ғүмер теләп, ботағына таҫмалар бәйләп хушлашабыҙ. Ағас беҙгә ниҙер әйтергә теләгәндәй серле төҫ алды. Талғын елгә йәшел ботаҡтарын тирбәлтеп, хушлашҡанда яңы отоп алған көйҙө көйләне, буғай. Юлыбыҙҙы дауам иттерәбеҙ. Сылтырап ағып ятҡан шишмәләрҙе кисә-кисә, һаман дымы кипмәгән үләндәрҙе яра-яра алға атлайбыҙ. Төркмән ауылына ла күп ҡалманы инде. Анау түбәләсте ашһаҡ – ауыл. Походта тыуған дуҫлыҡ хисенән ҡанатланған, күңелдәре нескәргән, көр күңелле, бәхетле балалар уйнап-көлөүҙән, шаярыуҙан туҡтаманы, туйманы. - Эй, ҡояшым, зәңгәр күгем, мәңге йәшә! - Эй, изге ерем, тау-урмандарым, сылтыр шишмәләрем, мәңге бар булығыҙ! - Мин үҙ еремдә сикһеҙ бәхетле! “Мин бәхетле” һүҙен көнө буйы һәр береһе йөҙәр ҡат әйткәндер, әммә был сергә сорналған хикмәтле һүҙҙе ҡабатлауҙан береһе лә туйманы, киреһенсә, әйткән һайын тағы, тағы әйткеләре килде. - Беҙ бәхетле! Беҙҙе атай-әсәйҙәребеҙ һағынып көтөп тора! - Беҙ бәхетле! Тыуған илебеҙ, йәшәр еребеҙ, ҡайтып инер йортобоҙ бар! - Беҙ бәхетле! - Беҙ бәхетле! - Беҙ бәхетле! ... Хәҙер мин хаҡлы ялда. Уҡыусыларымдан: “Мин бәхетле!” тип башланған хаттар алам.Үҙ ваҡытында балаларҙы бәхетле булырға, тыуған ерҙең ҡәҙерен белергә өйрәтеүем өсөн ҡыуанам. Бала саҡтан уҡ күңелдәрендә ҡабынған бәхетле булғы килеү хисе, осҡондан ялҡынға әйләндеме ни, уларҙың барыһын да уңышҡа, бәхеткә илтте. Ижадыма иғтибарлы, китаптарымды уҡырҙай, телебеҙҙе һаҡларҙай, иманлы уҡыусылар тәрбиәләп үҫтерә алғанмын. Уларҙың иғтибары, күңел йылыһы миңә ҡанат ҡуя, ижадыма дәрт өҫтәй. Шундай уҡыусыларымдың барлығынан мин дә сикһеҙ бәхетле!

ЛИРА ЯҠШЫБАЕВА.

Фото:

Мин бәхетле
Мин бәхетле
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: