Һаумы ҡәйнәм! Хәлдәрең нисек? Һаулыҡ яғы нисек? Хоҙай беребеҙҙе лә һаулыҡтан айырмаһын. Ни эшләптер бөгөн иҫемә килеп төштөң. Көнө буйы уйланып йөрөнөм.
Иҫләйһегеҙме, бергә йәшәгән ваҡыттарҙы? Иң күңелле лә, шулай уҡ ҡыйын ваҡыттарҙы ла? Геүләшеп йәшәгән ваҡыттар. Һин 55 йәшлек ҡатын, мин 19 йәшлек, тормошто ла белмәгән килен. Икебеҙ ҙә бер ирҙе яратабыҙ – ул һинең улың, ә минең ирем. Көндөҙ ул һинеке, ә төнөн минеке. Көндөһ һин уның ҡолағына мине хурлап шыбырҙайһың, ә төнөн мин һинең ниндәй аламалыҡ эшләгәнеңде һөйләйем... Һин дә, мин дә уға ҡәҙерле инек. Ҡайһы ваҡыт ҡәйнәм, дуҫ та булып китә инек, эйеме? Хәҙер генә аңлайым, һин мине үҙеңсә тәрбиәләп, боронғо ҡәйнә булып, үҙеңә минән хөрмәт алғың килгән. Тик уны яуызлыҡ менән эшләргә тырыштың. Былай, бер яҡтан дөрөҫ тә. Яҡшылыҡ менән тәрбиәләһәң, бер 40-50 йәшемдә һинең генә һинең аҡыллы ҡатын икәнеңде аңлар инем. Һинең йәшеңә еткәс. Ә былай, йәш ҡыҙҙы ҡурҡытып алыу еңелерәк бит.
Мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Тәүҙә иланым, ә аҙаҡ ҡаршы әйтешә башланым. Иҫләйһеңме, миңә “Батша балаһымы ни, ниндәй байлығың бар? Йүнле ата-әсәң булһа, ҡыҙыбыҙға өй һалып бирәйек, тип тырышырҙар ине” тип мине мыҫҡыл итә торғайның. 19 йәшлек ҡыҙҙың ниндәй байлығы булһын инде. Һинең улыңдың ңшләп тапҡан байлығы булдымы? Уның да, минең дә байлығыбыһ юҡ ине.
Аҙаҡ ярарға ла тырышманым, сөнки ярап булмай ине. Эш ҡушһаң, ҡәйнәм, үҙең эшлә лә ҡуй, минең эште барыбер яратмайһың, тип әйтә инем. Яйлап үҙемдең эште эшләп тик йөрөнөм. Күрше әбей киленең керҙәрҙе таҙа йыуа, тигәнгә, һин башҡа эш ҡулынан килмәгәс, шул таҙа әйберҙе йыуа ла, йыуа, эш күрһәтә берәү, тип яуап бирҙең. Ә эргәһендә мин торам.
Кеше нимә тип маҡтаһа ла, ҡырын яғымды табып торҙоң. Нимәгәлер донъяла мин иң алама кеше инем. Иҫләйем, бәпәй табып өйҙә ултырам, балама бер йәш тә юҡ. Һин урамдан ҡайтаһыңэ да бөтә ауыл һине күрә алмай, тип мине һөйләй торғайның. Ә мин йәшлек башым менән был ауыл кешеләренә ниндәй аламалығым тейҙе икән, тип аптырап, илап бөтә торғайным. Һөтөм дә юғалып торҙо. Мин бит урамға ла сыҡмай инем.
Ҡәйнәм, нимәгә шунда бала имеҙгән, яңы бала тапҡан кешенең кәйефен төшөрҙөң икән? Мин бит бала ғына инем, йәшкә бит һинең балаларыңдан да бәләкәй инем. 50-не үткән, күпте күргән ҡатын нисек үҙ балаһы йәшендәге кеше менән булғыһы килде икән? Нисек талашҡыһы килде? Ә бит һин мине дошман күреп, миңә аламалыҡ эшләйем тип, үҙ балаңды эсерә башланың. Улың эсһә, беҙ ҙурҙан ҡубып талашҡанды белә инең Мин эсмәһен тип барҙым, ә һин ир кеше эсергә тейеш, тип ҡысҡырҙың. Һин өҫтәлгә ултыртҡан күпме араҡыны сығарып ваттым? Күпме ҡойған балыңды сығарып түктем? Һин урам ярып, күпме балды түкте, песокты әрәм итте, тип шарылдай торғайның. Ә мин: “Түкһен, яңынан ҡойһаң, уныһын да түгәм”, тип тыныс ҡына яуап бирә инем. Түгәм дә, Берлинды алған кеүек ишек алдынжа йөрөй торғайным. Ә тубыҡтарым ҡалтырана торғайны. Ҡурҡҡанымды күрһәтһәң, ҡотороп китереңде белә инем. Минең ирем, ә һинең улың эсте лә китте бит! Тотоп алып ҡына булһасы?! Беҙ талашабыҙ, ә ҡәйнә ҡыуана.
Бер ваҡыт мин был өйҙә нимә эшләйем икән ул, тигән уйҙар сыуала башланы. Эскән ир, һөсләткән ҡәйнә. Ир минең ир түгел, араҡы ҡолона әйләнгән ине. Былар менән талаша-талаша мин бында нимә йәшәп ятам әле, тигән уйҙар йыш уралды. Сығып киттем, ә һин инәлеп кире ҡайта ул, тип йөрөнөң. Мин ҡайтманым, яңынан донъя яңырттым. Тәүҙә кемгә кәрәкһен, тип мыҫҡыл иттегеҙ, аҙаҡ инәлдегеҙ, унан асыуландығыҙ. Яңынан тормошҡа сыҡтым. Ярай, иптәшем яҡшы кеше булып сыҡты, донъям түңәрәк. Яңғыҙ булғанымда ниндәй генә һүҙҙәр әйтеп бөтмәнегеҙ, мыҫҡыл итергә һеҙҙе генә ҡуш бит инде. Тәүге ваҡытта иремә лә мыҫҡыл эләкте бит инде: быҙау, ҡыҙҙар сыҡмағас, балалы бисә ала инде, тип сәләм ебәрҙең. Бала аҙыраҡ үҫеп, иптәшемә һүҙ тейҙермәй башлағас ҡына туҡтанығыҙ бит инде. Ә улың? Берәүгә лә кәрәкмәй булып сыҡты. Иртәгә үк бай килен алабыҙ, тип шылтыраттың. Улары ла килмәне.
Икәүләшеп ятҡан булаһығыҙ бер пенсияға. Шул да булдымы тормош? Улыңды ҡыҙғандың, улыңдыңэ бәхетен, ғаиләһен емерҙең. Күрәһен күрмәй, теге донъяларға инеп булмай. Һау булайыҡ. Бөтәбеҙ ҙә!
Исемемде күрһәтмәйем. Ҡәйнәм уҡыһа, былай ҙа таныр.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:gS6ZSkfF_6RG1VsBcNFa892wJgvUkLIw_Qldzeeqyht2KKsIJoMqjoYPzECcuoaCEiYbJleZV6xIJd07pK9dzOlo