Үҙ туғаның үлһә аййй ҡыйын була икәәән... Ай, үкенесле икән был донъя..." тип ул тағы ла ярһыбыраҡ илауланы. Былай ҙа тормош ауырлыҡтарын күп татыған Фәтихә апай, ыңһырап йәшәп барып, оҙаҡламай үҙе лә үлеп китте.
Туғанлыҡ ебе күҙ күреме күрмәгән иң нескә ҡылдар менән бер-береһенә тоташҡан бит ул... Туғаның үлһә күңелеңдә иң нескә ҡылдар өҙөлә. Бөгөнгө көндә туғандар араһында татыулыҡ юҡ. Был бик ҙур гонаһ, әжәлгә тиң.
Бер инәй, ҡарт әсә, балалары араһындағы ығы-зығыны күреп, ныҡ ҡайғырып йәшәне. Йә береһенә барҙы, йә икенсеһенә йөрөнө, балаларынан ҡайтыр ҙа ине, яңғыҙы көңгөр- ҡаңғыр иткән булыр ине, яңғыҙы өйөндә сыҙап ултыра ла алманы, тағы сығып китте. Әммә балалары тураһында ләм-ләм ауыҙ асып, яманлап һөйләмәне. Түҙҙе, бик сабыр булды. Үҙ балаларын нисек яманлап һөйләһен ти инде! Ниндәй түҙем, сабыр булыр кәрәк бит, ә! Эсеңдә янғанды һис кемгә һөйләй алмай эстән генә янып йөрө әле!
Үлеп китте. Балалары тәки бер- береһе менән ярашманы, әсәһенән ҡалған иҫке алам- һолам өсөн дә ыҙғышып ҡуйҙылар. Эййй, был ғүмеркәйҙәр, үкенескә тороп ҡала шул... Алдағы ғүмерҙе уйламайҙар, иң аяныслыһы алда бит әле...
Тағы бер миҫал. Быныһы итальяндар тормошонан. Синьор Буэминың бер ҡыҙы (Antonietta), бер улы (Fulvio) бар. Апалы- ҡустылы бер береһен яратманылар, аралары араһында татыулыҡ булманы. Атай кеше быны күреп бик ҡайғырҙы, үртәлеп йәшәне. Уларҙы яраштырып та ҡараны, әммә үҙһүҙле ике бер туған, үгеҙ кеүек бер- береһен еңә алманы, бер- береһен алға сығарманы, тәки ипкә килмәнеләр. Бер көндө здоровый кәүҙәле Buemi ҡарт сығырынан сыҡты, таянып йөрөгән таяғы менән ул паркет иҙәнде тишә яҙып, туҡылдатты: "Бына ошо ер тамуҡ! Беҙ йөрөгән ер тамуҡ! Китәм, китәм был ерҙән! Китәм!" тип, ул ҡаянан ташланған кеүек иҙәнгә ауҙы... Танауынан ҡан китте. Ярһыған йөрәге тибеүҙән туҡтаны... Үлде. (мин үҙем шаһит) Балаларының ниғазын күтәрә алманы. Көн- төн уйланып йөрөнө, ҡайғырҙы. Эйе, үлде.. Шулай ҙа була...
Балалары араһындағы ыҙғышты күреп, әсәй кешенең генә түгел, хатта атай кешенең дә йөрәге өҙөлә.
Беҙ, фәҡәт беҙ үҙебеҙ ғәйепле тормоштағы бик күп бәләләргә. Дөрөҫ йәшәмәйбеҙ. Тормош ниндәйҙер юл менән бара, дөрөҫ булмаған юл менән. Кеше үҙен үҙе һәләкәткә илтә.
Туғанлыҡ ебен өҙөргә ярамай. Туғаның мәрхүм булһа, күңелеңдең бер ҡылы өҙөлә, кешегә һулыш өргән, ғүмерен оҙонайтҡан бик нескә ҡыл ул...
Тәнзилә Кейекбаева, 2023.