Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
24 Июль 2023, 18:10

Боҙолған ултырғыс түгел бит...

Юҡ шул. Атайым үлгәс ул ҡәбергә бөтөнләй йөрөмәне тиерлек. Минең ҡатыным аварияға тарып, түшәккә ятҡас, мине өйҙән алып сығып китеү өсөн мең сәбәп эҙләй...

Боҙолған ултырғыс түгел бит...
Боҙолған ултырғыс түгел бит...

Күңел түренән

Боҙолған ултырғыс түгел бит ул...”

Зыярат. Иң тыныс һәм ваҡыт туҡтап ҡалған урын ул. Күҙ йәштәренән ҡалҡып сыҡҡан үлән-сәскәләр ҙә, ағастарҙа һәр саҡ һайраған ҡоштар ҙа – барыһы ла һине аңлай.

Йыш йөрөмәгеҙ бында!”-тип иҫкәртә муллалар. Яҡын кешеһен юғалтҡандарҙы был киҫәтеү туҡтата аламы инде? Ана, улын юғалтҡан ата-әсә көнтө-төнө ошо ҡәберлектә. Нисәмә ай үтте, ә килгән һайын уларҙы осратам. Бер кемде аямаған ауырыу улдарын бигерәк иртә алған шул был доъяларҙан. Ата-әсәнең күңеле тынғылыҡ тапмай. Ҡәбер янында аят-доғалар яңғырай. Күҙ йәштәре бер туҡтауһыҙ ағып, үләндәрҙе һуғара...

Ҡайҙа ҡабалана ла тораһың һәр саҡ?! Әҙерәк атайың янында булайыҡ!”

Был өлкән йәштәге ханым урта йәштәрҙәге улын әрләй. Тын зыяратта инәйҙең һүҙҙәре һәр ҡәберлеккә барып ҡаҡлыҡҡандай. “Әсәй, һуң киленең...” Ир әсәһенең уҫал ҡарашы аҫтында бөршәйеп ҡалғандай була. “Бар, сыға тор! Атайың менән һөйләшеп алам!”-тип ҡысҡыра инәй. Ир әкрен генә ситкә атлай.

Эҫе ҡояштан өтөлөп, тар һуҡмаҡтан бер-бер артлы барабыҙ.

Ғәфү итегеҙ, һеҙҙең һыуығыҙ юҡмы?”-тип баҫтырып етә ул мине машина янында. “Әсәй оҙаҡ көттөрөр инде...”-ти ул уфтанып. “Әсәйегеҙ һағышына түҙә алмайҙыр”,-тейем. “Юҡ шул. Атайым үлгәс ул ҡәбергә бөтөнләй йөрөмәне тиерлек. Минең ҡатыным аварияға тарып, түшәккә ятҡас, мине өйҙән алып сығып китеү өсөн мең сәбәп эҙләй. Ҡатыным барыһын ишетеп ятыуға ҡарамаҫтан: “Бының әҙәм булмаясаҡ! Әпсәһе алып ҡайтып китһен! Ниңә беҙ бер имгәкте ҡарарға тейеш!”-тип ҡысҡыра. Ҡатыным шым ғына илай. Беҙ сығып киткән арала уға бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип борсолам. Ә әсәй мине ни булһа ла оҙағыраҡ ҡайҙалыр йөрөтөргә тырыша. Әсәйгә лә ҡаршы әйтеп булмай, ҡатынымды ла йәл. Уның тороп йөрөйәсәгенә өмөт юҡ инде. Әммә ул боҙолған ултырғыс түгел бит сығарып ырғытырға...”

Йөрәккә тулған ауыр хистәрҙән арынырға тырышып йәһәтерәк ҡуҙғалып китеү яғын ҡараным.

Мәңгелек йортон тапҡан яҡындарыбыҙға эс серҙәребеҙҙе һөйләр, һағыштарыбыҙҙы еткерер урын ул зыярат. Тик тере, тәне лә, йәне лә яралы кешеләрҙән ҡасыу ере түгел...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: